+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Апрель 2020, 21:22

Балҡантау эйәһе (повесть)

(дауамы)- Ғәжәп, минең ҡулға был һө­йәк нисек килеп эләкте һуң? Кем­деке икән? - Айбулат ҡараштарын әле ағаһына, әле Хансураға төбәне һәм шул саҡ ситтә генә йылмайып торған таныш түгел үҫмерҙе күреп ҡалды. - Ә был кем?

- Был - Ербатыр! Ошонда йә­шәй. Аңдары, зиһендәре зарар күреүселәрҙе ер эше менән да­уалай! - тип аңлатты Салауат. Ер­батыр шул саҡ үҙе һүҙгә ҡушыл­ды.
- Һеҙгә ҡарап-ҡарап торам да, малайҙар, аптырап ҡуям?!
- Нимәгә???
- Һеҙ Айбулаттың ҡулына баш һөйәге нисек килеп эләккәнен ысынлап та аңламанығыҙмы?
- Ә нисек һуң? - тип һораны Айбулат.
- Һин нимә эшләй инең һуң? - Ербатыр һорауҙар менән хәҡи­ҡәтте табырға ярҙам итергә бул­ды.
- Мин? Мин ни... Теге... Ком­пьютерҙа уйнай инем, шул саҡ "Урал батыр" эпосы нигеҙендә Интернет уйын эшләргә булдым һәм геройҙарҙы майҙанда теркәй башлағайным... Шунан... Меңйәшәр ҡарт менән аралаша ғына башлағайным... Артабан хәтерлә­мәйем дә ул... - Айбулат уйға ҡал­ды.
- Ярай, быныһы аңлашылды, ти. Ә ни сәбәпле һинең ҡулыңа баш һөйәге килеп эләкте? - тип һораны Ербатыр.
- Ана шуны аңлай алмай торам да!
- Мин төшөндөм шикелле. Беҙ Айбулатты ҡаянан копмпьютер менән бергә тартып алдыҡ, - тип башланы Салауат.
- Эйе, эйе! Уның ҡулында ҡая­лағы компьютер ине, - тип өҫтәне Хансура, ниҙер аңлағандай итеп ауыҙын япты.
- Тимәк! Шунан... Дауам ите­геҙ!.. - тип ашыҡтырҙы Ербатыр.
- Мин барыһын да аңланым, - тине Айбулат. - Минең ҡулымда баш һөйәге түгел, ә компьютер булған. Йәғни, кешенең мейеһе - донъялағы иң ҡеүәтле компьютер!
- Вәт һиңә мә!!! Кисә үлһәм, бөгөн белмәҫ инем, тигән кеүек килеп сыҡты бит! - тине Сала­уат.
- Мин нимәлер ишеткәнем бар ине, әммә бындай уҡ хәлгә тап булырмын, тип уй­ламағайным. Йығылып китерлек бит, әй! - Хан­сура Ербатырға ҡараны.
- Эйе, Айбулат, һин дөрөҫ аңланың! Донъя­ның иң шәп компьютеры - ул кешенең баш ме­йеһе. Иҫәп-хисап машиналарын ғалимдар тап кеше башы миҫалында эшләгән, - тине Ер- батыр, - Кеше башында нимә бар, барыһы ла компьютерҙа булдырылған. Хатта ҡолаҡтар һәм күҙҙәр ҙә... Хәтер, мейенең һоро шыйыҡсаһы тураһында әйтеп тә тормайым.
- Ә ниңә минең программам боҙолдо һуң? - тине Айбулат.
- Бәлки, һин ашығып яңылыш клавишаға баҫҡанһындыр?
- Кем белһен инде хәҙер. Мин бит "Урал ба­тыр” эпосы геройҙары менән уйын ҡорорға теләгәйнем, - тине үкенгән тауыш менән.
- Хәҙер аңлашыла ниңә һинең секунд һайын ҡартайғаның! - тип көлөп ебәрҙе Салауат.
- Нисек?- Айбулат киреһенсә бер ни ҙә аңламаны.
- Һуң, һин шул Меңйәшәр ҡарт ҡиәфәтенә инеп бөткәйнең бит инде! - Ағай кеше тағы ла йылмайып ҡуйҙы.
- ?
- Эйе, эйе, хатта беҙ һине танымаҫлыҡ сүрәт­кә ингәйнең! - тип һүҙҙе ҡеүәтләне Хансура.
- Мин тап шул ҡарттың функцияларын етеш­терә башлағайным шул, - тине Айбулат.
- Компьютер менән артыҡ мауығырға ярама­ғанлығын беләһегеҙ бит! Ә ниңә шаярырға? - тине Ербатыр.
- Ул бит ботаник! Уға мотлаҡ үҙенсә берәй нәмә уйлап табырға, үҙенсә эшләргә кәрәк! Бәләкәйҙән өйҙәге бөтә нәмәне үҙе һүтеп, кире йыя, - тине Салауат. Малайҙар тағы ла көлөштө.
- Хатта күңелһеҙ булып китте әле: мин компьютерҙы асылмаҫ сер тип йөрөһәм, баҡ­тиһәң, ул үҙемдең башымдан бер нәмәһе менән дә айырылмай! Эх!!! - тине Айбулат.
- Айырыла! Кем әйтте айырылмай тип?- тине Ербатыр.
- Айырыла? Ә нимәһе менән? - Айбулаттың күҙҙәре янып китте.
- Һуң һине бик башлы тиҙәр, әйҙә үҙең яуапты тап! - Ербатыр үләнгә һуҙылып ятты.
- Кешеләрҙең компьютерҙыҡы һымаҡ кнопкалары юҡ! - тине Салауат.
- Кнопкаларҙы ҡуйыуы оҙаҡмы ни? Таптығыҙ сәбәп! - Ербатыр йомған күҙен асманы ла.
- Түгел, түгел, ағай, ашыҡма, хәҙер әйтәм! - Айбулат бик етди уйланды.
- Компьютер электр энергияһы ярҙамында эшләй, ә кешегә ул кәрәкмәй! - тине Хансура.
- Һуң, туҡтағыҙ әле, туҡтағыҙ, яуап бирергә ирек бирмәйһегеҙ! - Айбулат ярһып китте.
- Уйла, уйла, егет! Ашыҡма. Икеле ҡуймам, әммә аҡыллыбаш тигән даның булғас, моғайын, яуап табырһың? - Ербатыр күҙен аса биреп кенә Айбулатҡа ҡараш ташланы. Бер ни тиклем уй­ланып торғандан һуң, малай ҡәнәғәт йылмайып, көлөп үк ебәрҙе.
- Белдем! Белдем! Бары тик шунда ғына айырма: компьютер алдан билдәләнгән прог­рамма менән эшләй, шуға уның мөмкинлектәре сикле. Ә кешене Юғары көс бар иткән һәм уға махсус программа һалынмаған. Бары тик из­гелек ҡыл тип, ергә ебәрелгән, шуға ла кеше­ләрҙең мөмкинлектәре сикһеҙ! Уларҙың башын­дағы уй секунд эсендә алмашыныуы, хыялы әл­лә ҡайҙарға әйҙәүе ихтимал! Шулаймы, Ербатыр?
- Һин, ысынлап та, башлы малай икәнһең, Ай­булат! - тине һикереп тороп, - Ә бит мин һинең мауығып китеп уйнай башлауыңды күргәс, был да компьютер сире менән яфаланыусы сират­тағы бер үҫмерҙер тип уйланым. Хәҙер бит күптәр Интернет менән ауырый. Был тәү ҡара­маҡҡа ғына хәүефһеҙ тойолһа ла, бик ҡурҡыныс сир. Беренсенән, уйлап табылған кеше мейеһенең аналогы, йәғни компьтер, кешенең тере мейеһен киптерә, уның энергияһы менән туҡлана. Һөҙөмтәлә, кешеләрҙең хәле булмай, башы ауырта, төрлө дауаланмаҫлыҡ яман сир­ҙәр барлыҡҡа килә.
- Ә һин уларға нисек ярҙам итәһең һуң, Ербатыр?
- Кеше тәбиғәт балаһы бит! Ул ерҙе тойоп, ергә баҫып атлап йөрөргә тейеш! Бында килгән­дәрҙе ергә һалып, ерҙән көс алып, тере энергия менән һуғарып дауалайбыҙ. Ер менән шөғөл­ләнәбеҙ. Ергә ни тиклем көсөңдө һалһаң, ул һиңә шул тиклемде кире ҡайтара. Ер кешене көслө итә, - тине Ербатыр.
- Бына беҙ ҡалала ергә баҫып йөрөмәйбеҙ. Беҙгә нимә эшләргә һуң? - тип һораны Салауат.
- Эйе, бик урынлы һорау, дуҫым! Дөрөҫөн әйткәндә, ергә баҫмаған, ауыл ерен күрмәгән­дәрҙе бик йәлләйем мин. Улар тереклеккә, биологик затҡа хас булған тормоштан мәхрүм! - тине Ербатыр күҙенә йәш тулғанын да йәшер­мәй.
- Ә беҙ ауылға ҡайтып китеп бара инек, белгең килһә! - тине Хансура. - Бына быларҙың өләсәһенә. Тик Балҡантау эсенә килеп эләгеп кенә юлдан яҙҙыҡ.
- Һин нимә бында үкенгән кеүек һөйләп тора­һың? Әгәр ошонда килеп инмәһәк, ҡайҙан был тиклем мәғлүмәтте алыр инең, ә?! - тип ҡыҫыл­ды Салауат.
- Һуң, һаман сыға алмайбыҙ ҙа баһа. Минең Өфөгә ҡайтҡым килә! - тимәһенме Хансура.
- Өфөгә? Эйе, һеҙҙең ул Өфөгөҙ бик бай ҡалалыр инде. Унан көнөнә унар меңләп бала­ның мейеһен бында төҙәтергә алып киләләр, сөнки баштары тик Интернет тип кенә тора! - тип көлдө Ербатыр.
- Ҡарале, Ербатыр, мин бына, ысынлап та, Өфөлә тиҙерәк арыйым. Әле һин әйткәс тә уй­лап ҡуйҙым, ергә баҫып, унан көс алып йөрөмөгәс, хәлем тиҙ бөтәлер инде, - тине Айбулат.
- Тап шулай! Ергә баҫып йөрөгән кеше унан көс ала, тәбиғәт менән туранан-тура бәйләнеш­тә йәшәй. Шуға күрә ҡалала йәшәһәгеҙ ҙә, ауылдар ға йышыраҡ барығыҙ, парктарҙа йүгерегеҙ! Һеҙгә бит әле йәшәргә лә йәшәргә! - кәңәш бирҙе Ербатыр. - Ә баяғыраҡ доға уры­нына "Урал батыр” эпосын ятлауың бик уңышлы булды. Хатта бик шәп аҙым булғандыр әле, сөнки уҡығандарың һине тиҙ арала Интернет ҡоллоғонан әсир итте.
- Ҡоллоғонан? Әсир итте? Бына һиңә мә! Тимәк, мин үҙемдең башым була тороп, кемдер уйлап тапҡан мейенең ҡоло булғанмын?! - тип аптыраны Айбулат. - Шуныһы үкенес, ул борон­ғо эпосты тулыһынса ятламағанмын, бәлки, бынан сығып китер юлды ла күрһәтер ине...
- Ә һин үҙенән һора! - тине Ербатыр һис аптырамайынса.
- Нисек инде үҙенән? Тағы ла Интернет аша­мы? Юҡ инде! - тине Айбулат.
- Миңә лә ҡыҙыҡ түгел. Ә бына Урал батыр­ҙың үҙе менән осрашып, унан һораһаң, вәт, исмаһам, ҡыҙыҡ булыр ине! - тине Салауат.
- Юҡ, бөгөнгөгә мажаралар етер. Ҡайтыу юлын эҙләйек! - тип ҡаршы төштө Хансура.
- Ә ниңә, бәлки, Урал батыр беҙгә юлды үҙе күрһәтер? - тине Салауат.
- Был бик ихтимал. Кисә генә күрше тау артында күреп ҡалғайным мин уны, - тине Ербатыр күҙен дә йоммайынса.
- Был әллә беҙҙе алдаштыра инде, ә, малай­ҙар? - Хансура ниндәйҙер шик-хәүеф менән баҡты Ербатыр яғына.
- Һәм нимә эшләп йөрөй ине ул Урал аръяғы егете Дәүләкән районында? - тине Салауат. - Белдем, моғайын. Заятүләккә ҡунаҡҡа килгән­дер?
- Бик ихтимал! Тик, кисә генә Бэтмен менән Үрмәксе-кеше Урал батырҙы эҙләп килеп һорағас, мин ана анааау тауҙы күрәһегеҙме, шул яҡҡа табан юл өйрәтеп ебәрҙем, - тине Ербатыр. Малайҙар ултыра төштө.
- Берегеҙ семетегеҙ әле мине. Мин әллә насар төш күрәм, әллә һаташам, әллә нимә булды ул, - тине Хансура.
- Юҡ-юҡ, төш түгел был, Хансура. Тик бына был малай ғына ниңәлер беҙҙе иҫәргә һанай кеүек тойола башланы! - Салауаттың асыуы ҡабарҙы. - Һин ниңә беҙҙең хис-тойғолар менән уйнайһың, ә? - Ул күп уйлап торманы, Ербатырҙы ҡолата һуҡты ла ҡуйҙы. Тик тегенеһе ауыуы булды, ер уны үҙе күтәреп аяғына баҫтырҙы. Көсөргәнешле хәл килеп тыуғанын малайҙар бик яҡшы аңлай ине. Шуға тағы ла ҡул күтәреш башлана-нитә ҡалһа тип, Хансура - Ербатырҙы, Айбулат - ағаһын барып ҡосаҡланы.
- Бындай хәлдең булғаны юҡ ине әле. Бына һиңә мә! Мин һеҙҙе тыйнаҡ ҡына дуҫтарым икән тиһәм. Юҡ, юҡ, мин һинең менән һуғышырға йыйынмайым. Ныҡ тотма улай, - тине Ербатыр Хансураға, ҡосағынан ысҡынып.
- Һин үҙеңде минән көслөрәк һанайһың инде, шуға, имеш, һуғышмайһың? - тип бәйләнде Салауат.
- Юҡ, мин бөтөнләй улай уйламайым. Тик шуныһын беләм, ергә тырнаҡ осом ғына тейһә лә, мин ҡабат тереләсәкмен, сөнки мин - кеше­ләрҙең беренсе сифаттарын һаҡлаған был тау­ҙағы берҙән-бер үҫмер! Мин һиңә асыулан­майым, Салауат. Бәлки, мин үҙемде дөрөҫ тотмағанмындыр, - тине Ербатыр өҫтөн ҡаға- ҡаға.
- Дөрөҫ тотмаған, имеш. Шәп үҫмер икән берәү! Ярай уныһына ла ышандыҡ, ти! Тик ниңә һин Урал батырҙы күрҙем, тип беҙҙе алдайһың? Етмәһә, Бэтмен менән Үрмәксе-кеше лә бында имеш! - Салауат өҙмәне лә ҡуйманы.
- Ә мин алдамайым. Анау тауға ғына күҙ таш­лағыҙ әле. Сәмреғошта кем осоп килә һуң был яҡҡа? - тине Ербатыр. Айбулат таң ҡалды:
- Ағай, был бит, ысынлап та, Урал батыр!
- Урал батыр? - Хансура йығылып китә яҙҙы.
- Урал батыр?!! Тик нисек килеп сыҡты икән ул был ергә?
Урал батыр яйлап ҡына һауа иңләп осоп йөрөнө лә, тап малайҙар торған ҡая янындағы яланға килеп төштө.
Лариса Абдуллина.
Читайте нас: