+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Май 2020, 19:45

Тынғыһыҙ көн (хикәйә)

Ана-ау тирәнән шыуышып үтергәме икән, әллә тағы тора бирергәме? Бәлки, тиҙҙән ҡайтышырҙар. Күпме ултырырға мөмкин, ләстит һатып? И-их, апайҙан эләгә инде. Биш сәғәт буйы ҡайҙа йөрөнөң, тиер. Һине икмәк-һөт артынан түгел, тик үлем артынан ғына ебәрергә кәрәк, тип шаулар.

Магазин яҡын да ул, минең кеүек йүгереккә биш минутта барып әйләнергә була, ләкин беҙҙең подъезға юлды “саурондар” баҫып алған, йәғни минән бер нисә йәшкә өлкәнерәк малайҙар. Яндарынан тыныс ҡына үтеп китергә ирек бирәләрме һуң? Кисә, үҙемде күҙгә күренмәй торған кеше итеп күҙ алдына баҫтырып, шыпырт ҡына подъезыбыҙға елдергәнемдә аяҡ салып йыҡтылар ҙа ҡуйҙылар. Йығыуҙары бер, өр-яңы бейсболкамды һыпырып алып, мә, кәрәкме, ал, тип хихылдашып, уны туп урынына бер-береһенә бәреп уйнанылар. Баш кейемемде һауала осҡанында тоторға маташтым, әммә улар минән буйға ҡалҡыуыраҡ булғас, тоторһоң ти тотмай. Күмәктәр ҙә. Өсәү. Ә мин бер үҙем. Төкөрөп ҡайтып та китер инем, бейсболкам йәл. Өп-өр яңы бит. Хәйер, “яңы” тиергә генә ҡалды. Башлығымды күпме алырға тырышһам да, бары бер бирмәнеләр.

Әсәй, кисен эштән ҡайтышлай, уны табып индерҙе. Һо-о, эләкте генә миңә: “Әйберҙең ҡәҙерен белмәйһең, ергә бысратып бәргәнһең, бынан ары бер ни алмайым, үҙең эшләп тапмағас ни… Әсәйгә ирешергә форсат ҡына бир. Форсаты ла сыға ла тора. Бына бөгөн дә. Бәһлеүен булһам, өсөһөн өс яҡҡа – бах, бах, бах! – алып ырғытыр инем! Үрмәксе-кеше кеүек стена буйлап ҡына йөрөһәм, күптә-ән, биш былтыр, өйҙә ултырыр инем инде.

Әллә ниңә генә ауылдан ҡалаға күстек. Мәктәпте япҡас, тиҙәр. Япһындар ине әйҙә, өләсәйем әйтмешләй, суҡып ҡарға булмаҫһың, уҡып мулла булмаҫһың. Мин, мәҫәлән, һис тә мулла булырға йыйынмайым. Әммә әсәй өләсәйгә шул һүҙҙәре өсөн ябырыла: “Мине лә уҡытманың, инде хәҙер ейәндәреңде лә аңһыҙ итеп ҡалдырырға итәһеңме? Бар кеше үҙ балаһын уҡытырға тырышып ятты, ә һин мине, һыйыр артын ҡарарға уҡыуһыҙ ҙа эшкинерһең әле, тип, училищеға ла ебәрмәнең!” Өләсәй ҡыҙының холҡон яҡшы белә, ирендәрен ҡымтый ҙа шыма.

Әсәй почтаға эшкә ингәйне, шунда китһә генә, өйҙә командир булып ҡалған өләсәйҙең теле асыла, рәхәтләнеп һауыт-һабаны шылтыратырға тотона. Ҡыҙының күләгәһен һүккән ыңғайы беҙгә лә өлөш сығара – телевизор күрһәтмәй.
Әҙерәк ығы-зығылыраҡ булһалар ҙа, һәйбәттәр улар. Себерҙә аҡса эшләгән атайым да быны белә. Шулай ҙа, эсеп алдыниһә, мине эргәһенә саҡырып алып, иңбашымдан ҡосаҡлай ҙа, һуҡ бармағы менән түшемә төртә-төртә: “Минең хатаны ҡабатлай күрмә, ғүмерҙә лә ҡәйнәң менән йәшәргә риза булма!” – ти. “Ишеттеңме?” – тип күҙгә ҡараһа, йәһәт кенә башымды һелкәм. “Өйләнеү менән айырым сыҡ!” – тип, атай вәғәзен дауам итә. Ниндәй өйләнеү ти ул? Ғүмерҙә лә өйләнмәйем мин! Өйләнһәң, кәләште ҡарар кәрәк. Ашатырға шунда, матур итеп кейендерергә, киноға йөрөтөргә. Күпме аҡса кәрәк уның өсөн! Ундай аҡсам булһамы, мин планшет алыр инем. Apple iPad Air 2 төшкә керә башланы хатта. “Мини”һы ла ярап торор ине, ҡайҙа һуң... Атай тыуған көнгә алып бирәм, тигәйне лә, әсәй ҡаршы төштө: “Тәүҙә уҡыуын яҡшыртһын”. Ирмәк кеше, уҡыуҙы яҡшыртыр өсөн уҡыр кәрәк, ә үҙҙәре һаман мине ҡайһы мәктәпкә бирергә белмәй баш вата. Бынау башкиҫәрҙәр уҡыған мәктәпкә эләкһәм – бөттө баш, ҡалды муйын һерәйеп.


Тауыштары тымды, буғай, бәлки, таралышҡандарҙыр. Өйҙөң мөйөшөнән һонолоп ҡарағайным, беседкала “саурондар”ҙың башлығы ғына ултырып ҡалған.


– Малай, һин бында ни эшләп тораһың? – ҡаты тауышҡа тертләп, артыма әйләндем. Бер ҡулына сумка элгән, икенсеһенә булы пакет тотҡан ҡатын күҙҙәрен безерәйтте:


– Һаңғырауһыңмы әллә?


– Ю-юҡ, – тинем. – Ишетәм.


– Улай булғас, нишләп яуап бирмәйһең?


– Тик торам, – тим.


– Иптәшеңде көтәһеңме әллә?


– Юҡ, – тинем дә, шул уҡ мәлдә башымда план барлыҡҡа килде – ошо апайға эйәрергә кәрәк! Тактиканы үҙгәртә һалдым:


– Эйе, эйе, көтә инем, килмәй ҙә килмәй.


– Ә-ә, ярай улай булғас, – тип ҡатын беҙҙең йорт яғына туйтаңланы. Мин, һүҙ ҡушҡан булып, уның артынан эйәрҙем:


– Компьютерҙан айырыла алмай, ахыры. Шуға уйнарға сыҡманы.


Үҙемдең ике күҙем – беседкала. Шул ваҡыт аҡырған тауыш бөтөн ихата эсен яңғыратты:


– Тимур! Тимур, тим, һин ҡайҙа?!


Күп тә үтмәне, тауыштың хужаһы ла күренде: башына берет кейгән, моряктарҙыҡы кеүек тельняшкалы ир, алпан-толпан баҫып, күрше подъездан килеп сыҡты ла, салбарының ҡайышын ысҡындыра-ысҡындыра, беседкала ултырған үҫмергә ажғырып йүнәлде:


– Тимур, һыуытҡыстағы араҡыны ҡайҙа иттең?


“Саурондар”ҙың башлығы Тимурҙың, ҡалтыранып, төкөрөк йотҡанын мин бынан да бик асыҡ күрҙем. Тауышы ла бер аҙ ҡарлыҡты:


– Шунда ине...


– Унда юҡ! – “юҡ” һүҙен “йоҡ” тип үкергән ир, Тимурға барып еткәс, ҡайышы менән һелтәнде.


– Башланды кәмиттәре, – тип һуҡранған ҡатын, һис бер ни булмағандай юлын дауам итеп, китте лә барҙы. Ә мин ҡурҡыныс күренештән быуынһыҙ булдым да ҡуйҙым. Аяҡтарға суйын кроссовкалар кейҙерелгәнме ни, ҡасырлыҡ түгел. Тимур ҙа селтәр беседка эскәмйәһенә ҡуша йәбеште, күрәһең. Мин, асырғанып, уға эстән генә: “Ҡас, Тимур, ҡас тиҙерәк!” – тип ҡысҡырҙым. Ә Тимур ҡымшанманы ла. Иргә тура ҡарап ултыра бирҙе. Күҙҙәрен генә йыш-йыш йомдо. Күмәгәйе үрле-ҡырлы йөрөнө, әммә үҙе бағаналай ҡатты. Ҡайыштың еҙ башы күҙҙе ҡамаштырып ялтланы. Мин ҡурҡыуҙан ҡысҡырып ебәрә яҙҙым, саҡ аҫҡы иренемде тешләп, ауыҙымды ябып өлгөрҙөм. Еҙ баш аҙ ғына артҡа янтайған Тимурҙың маңлайына ҡаҡлыҡты, һәм шул уҡ мәлдә нәҙек кенә ҡыҙыл йылан, уның йөҙөн икегә бүлеп, аҫҡа йүгерҙе. Еҙ баш тағы өҫкә күтәрелде:


– Тап араҡыны!


Мин батыр түгел, ауылда ла ыҙғыш-маҙар сыҡҡандай тойолһа, иң беренсе тайыу яғын ҡарай торғайным. Шуға ла минән “йүгерек батыр” тип көлдөләр. Әммә еҙ баш мине, гүйә, аҡылдан яҙҙырҙы. Мине рәнйеткән Тимурға түгел, ә ҡаҡ маңлайыма ул, йәнемде әрнетеп, һуғылғандай тойолдо. Һәм, әйтерһең дә, мин түгел, икенсе берәү, һеләүһендәй алға ырғып, ирҙең беләгенә йәбеште лә, тештәрен тәненә батырҙы. Ҡеүәтле иргә көсөм етмәгәнлектән, уны туҡтата алмауымдан ғәрләнеп, йән асыуы менән ырылдап, тешләнем, хатта күҙемдән йәштәр атылып сыҡты, ләкин тельняшкалы мине, серәкәйҙе сиртеп төшөргәндәй, бер генә һелтәне. “Даңҡ” итеп ергә барып төшкәндә, Тимур өсәү булып күренде. Ул ғына түгел, тельняшка ла, юҡтан бар булып, “кий-йя” тип уға типкән Рита апайым да өсөшәр ине. Һеңгәҙәп ултырғанымда, Рита апайым:


– Теймә минең ҡустыма, хәшәрәт! – тип, тельняшкалыны үҙенең иң уңышлы алымы менән ергә һуҙып та һалды. Ир ятҡан килеш хахылдап көлөргә тотондо, унан көлөүе үкһеүгә әйләнде. Башында ҡыҙыл юлаҡлы фонарь янған Тимур, апайымды урап үтеп, иргә тороп ултырырға ярҙамлашты. Ҡанын ҡулы менән әсенеп һөртөп, үҙ алдына:


– Ул хәшәрәт түгел, – тине. – Атайым Чечняла хеҙмәт иткәндә контузия алған. Ул хәрби офицер ине.


– Булһа ни, – апайым үҙ һүҙен бер ҡасан бирмәй. – Офицер булғас та, араҡынан алйып кешеләрҙе ҡурҡытырғамы? Ҡайттыҡ әйҙә!


Һуңғы һүҙе миңә тәғәйенләнгәне билдәле. Етмәһә, еңдән тарта, әйтерһең дә, мин бәләкәй бала.


– Ҡайтам, ҡайтам! Тартма мине, – тип әйтеп тә өлгөрмәнем, башыма усы “шап” итеп ҡалды:


– Телеңә һалышма!


Кеше алдында башҡа шапылдатып һуҡмаһа ла булыр ине! Әлдә Тимурҙа беҙҙең ҡайғы юҡ, атаһын әүрәтеп өй яғына ыңғайлатып маташа ине. Барыбер йән көйҙө:


– Нимә һуғышаһың?! Ултырыш та ауырта, башыңа ла һуҡһындар әле!


Бөтәһенең дә апайҙары минеке кеүекме икән? Өләсәйем юҡҡа ғына уны ирғаҙаҡ тимәй, һуғыш суҡмары ул. Былай ҙа ҡулы останлап бара, етмәһә, армиянан ҡайтҡан күрше егет уны былтыр каратеға өйрәтте. Быйыл секцияға яҙылам, тип дәртләнә. Нисек уны медучилищеға уҡырға алғандарҙыр, этем белһен.


– Мә, үҙең индер, – йәнем көйөп, икмәк-һөттө Ританың ҡулына тотторҙом.


Ипләп йөрө, тисе. Әйтерһең дә, мин бөтә янъялдар уртаһына сумып барам. Унһыҙ ҙа ипләп йөрөргә кәрәклеген беләм. Ҡала – ауыл түгел. Ауылда һиңә таныш булмаған бер тишек-тошоҡ, бер эт-бесәй юҡ, ә ҡала урамдары – хас та джунгли. Эҫе, тынсыу, саң ояһы, бар нәмә, һәр кем – ят. Ҡуртымға фатир алып, күсеп килеүе - беҙгә бер аҙна, ә күпме тәьҫораттар! Бында кеше бер-береһе менән һаулыҡ та һорашмай. Ауылда берәйһе менән сәләм бирмәй үтеп ҡара, икенсе көнөнә үк өләсәй-әсәйгә еткерәсәктәр. Шуға ла килеү менән осраған берәүгә: “Һаумыһығыҙ!” – тинем. Күбеһе, күҙҙәрен аҡайтып, сәйерһенеп, яуап та бирмәй үтеп китә. Ҡайһы берәүҙәре, һаубыҙ, тип ауыҙ йыра. Минең тәртипле малай булырға ынтылыуҙарымды күргән Рита апай һыны ҡатып көлдө:


– Иҫәркәй, ҡалала таныштарҙы ғына сәләмләйҙәр.


Үҙе, имеш, шундай аҡыллы! Ун биш йәшкә еткән, ә һаман әкиәткә ышана. Йәнәһе лә, төшөнә Джуди Лоу инһә, тимәк, актер уны уйлай. Хыялый йән... Лоу уның донъяла барлығын да белмәй. Ул ҡайҙа ла, Рита ҡайҙа? Йәнде оҙаҡ көйҙөрһә, стеналағы постерҙан йылмайған Джудиға ҡара мыйыҡ та эшләп ҡуйырмын әле. Әйҙә үпһен уны шунан һуң! Әтеү, суп та суп, тфү, әшәке. Ҡағыҙҙы ла кеше үбер икән.


– Кем ул?


Юланың нисек әйләнгәнен күрҙегеҙме? Мин дә шулай әйләнеп-әйләнеп киттем. Башты йәшерергә тырышып, яурынға хәлдән килгәнсе тартып, яныма килеп баҫҡан Тимурға (юҡ, ҡурҡып түгел) саҡ ҡына баҙап ҡараным:


– К-кем? Джудимы?


– Ниндәй Джуди? – маңлайы күпкән Тимур аптыраны. – Бынау ҡыҙыҡайҙы әйтәм.


– Ниндәй ҡыҙыҡайҙы? – Кемдер донъяға тиҙлек педале булып тыуа, мине иһә тормоз итеп тапҡандар.


– Һине подъезға елтерәткән ҡыҙҙы әйтәм.


– Бер кем дә мине елтерәтмәне! – Ир затымы мин, әллә түгелме, күкрәкте кирҙем, танауҙы шый тарттым. – Үҙем атланым! Рита апайҙан елтерәтелеп торам, ти.


– Исеме Ритамы? Матур апайың.


Апайым – матур? Китсәле, кеше көлдөрмәгеҙ! Зоопарктағы маймыл да сибәрерәк. Ну, ярай, быныһын мин шаштырып та ебәрҙем, шимпанзелар ҡайтышыраҡ. Ғөмүмән, апайҙар матур була торғаны бармы? Айырыуса һуғышҡаҡ апайҙар? Өләсәйем гел дә уға үсегеүе өсөн орошҡанда, иренеңде биш бешеремдәй һәлендермә, ти. Ирендәре, негрҙарҙыҡы кеүек, бүлтәйеп торғанға. Толомо беләк буйындай булһа ни. Теле лә шул сама бит уның. Ҡыҫҡаһы, ауылдағы ҙур өйөбөҙҙә лә, һыйыша алмай, донъя бүлештек, бындағы ике бүлмәгә бөтөнләй һыймай, бер аҙна эсендә ике лагерға ойоштоҡ. Рита апай был хаҡта белмәй, әлбиттә, әммә мин беләм бит ҡайҙа минең лагерь башлана ла уның лагеры бөтә икәнен.

– Һин ҡайтаһыңмы, юҡмы? – Асыҡ тәҙрә төбөнә йәйелеп ултырып алған Рита апай миңә йәшәргә ирек бирмәҫ, ахыры. Һүҙҙәре миңә төбәлгәс, нишләп ике күҙе Тимурҙа уның? Тимурҙы бәпәй итеп алырға йыйынамы әллә? Уны унан йәшкә лә бәләкәйгә оҡшаған, буйға ла ҡайтыш. Әллә Рита апай баянан бирле шунда тәҙрә төбөндә ултырҙымы икән? Ултырғандыр... Башҡа ваҡытта шымсы яғы сыҡҡан өләсәй ҡайҙа ҡарай?


– Ҡайтам, ҡайтам, – тип мыңғырланым, – бер тынғы юҡ һеҙҙән.


Шундай ҙа тынғыһыҙ көн булыр икән. Ҡайҙа минең ауылда тыныс ҡына йәшәп ятҡан көндәрем?!



Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

Ләйлә Ғаянова һүрәте.

Аманат, № 06, 2017 йыл

Читайте нас: