Миндә көн торошо ҡайғыһы юҡ, һырғалаҡта шыуыу ҙа ҡыуаныс өҫтәмәне, кәйефем кисә генән бирле минусҡа китте, егерме ике генә түгел, минус йөҙгә етте. Сөнки бөгөн утыҙ бере, тимәк, Яңы йылға килеп терәлгәнбеҙ, ә минең хыял тормошҡа ашманы. Ашманы ғынамы! Зәһәр Рита апайым кисә Ҡыш бабайға яҙылған хатымды табып, ҡысҡырып уҡыны ла, һыны ҡатып көлдө: “Берәүгә эт кәрәк булған икән. Овчарка! Тот ҡапсығыңды!” Тас та тос һуғышып киттек. Дөрөҫөрәге, мин уға ташланғайным, ул, минең ҡорһаҡҡа бер генә төртөп, һынымды ҡатырҙы ла: “Апайыңа ҡул күтәрергә йәшең етмәгән”, – тип, мәсхәрәләп, танауға сиртеп, үҙ эше менән сығып тайҙы, “сдача” бирелмәй ҡалды. Өләсәй, мин бахырҙы йәлләр урынға, бот сабып аптыранды: “Ниндәй эт, ти ул? Бында, тауыҡ кетәгендәй генә өйөгөҙҙә, бер-береңә һуғылмайынса бер аҙым яһап булмай. Инде эт кенә етмәгәйне... Ауыҙыңды ла асма”. Юҡ, былай бармай, бында мине аңламайҙар, ауылға ҡайтам мин. Унда миңә тейгән әҙәм булмаҫ, ҡапҡа эсе лә ҙур, теләһәң, ун эт алып аҫыра, бөтәһенә лә урын табыласаҡ.
– Һин бәләкәй бала кеүек, – тип бумпылданы Йәмил. – Ҡыш бабай юҡ та ул. Юҡҡа уға хат яҙып маташҡанһың. Бүләктәрҙе бит ата-әсәләр ала. Мин бына һәр ваҡыт асыҡтан асыҡ нимә теләгәнемде әйтәм, улар шуны магазиндан бара ла алып ҡайта. Һин дә шулайтыр инең. Мөғжизәгә, ана, балалар баҡсаһына йөрөгән бәләкәстәр ышанһын.
Уға рәхәт. Етеш йәшәйҙәр. Атаһы ла, әсәһе лә – эшҡыуарҙар. Беҙҙең кеүек, өләсәйем әйтмешләй, ауыҙҙарын асһа, үпкәләре күренеп тормай. Ҡалаға күскәнебеҙгә ярты йыл, ә һаман осто-осҡа саҡ ялғайбыҙ. Сөнки Себерҙә йөрөгән атайға эш хаҡын өҙөк-һурыҡ ҡына түләйҙәр. Өй эсендә аҡсаға бәйле һорауҙар күтәрелгән һайын, матрас аҫтына йәшерелгән теләктәр исемлегендәге пункттар ҙа кәмей. Ул теҙмәлә иң беренсе торған “эт – овчарка” тигәнде генә юймайым, аҫтындағы “кеҫә телефоны”, “спиннинг”, “планшет”, “Адидас” кроссовкалары”, “телескоп” һәм башҡа ваҡ-төйәктәр бер-бер артлы һыҙып ташланды. Атай Себергә эшкә китеп, ҡалала йәшәй башлағандан бирле тултырылған теләктәр исемлегендә, бөгөн килеп, тик шул бер генә яҙыу тороп ҡалды – “эт – овчарка”. Ир-егеткә атһыҙ ҙа, этһеҙ ҙә ярамай. Ярай, атты алмаһындар ҙа, ти, ләкин нисек тоғро дуҫһыҙ был донъяла йәшәмәк кәрәк?
– Ҡарале, көсөк! – Уйҙарыма батып килгәс,
Йәмилдең кинәт ҡысҡырып ебәреүенән саҡ тайып йығылманым.
– Ана! – Ул күрһәткән яҡта үткенселәр аяғы араһында аҙашып йөрөгән тупыс итләс моронло көсөктө күреп ҡалдым.
– О-о, уны миңә Ҡыш бабай ебәргән! – Эткә табан йән-фарман һыпырттым. Йәмилдең минән ҡалышмаҫҡа ине лә иҫәбе, әммә мин йүгеректе ҡайҙан ҡыуып етһен – артта тороп ҡалды.
Был овчарка түгел ине, әммә, әгәр ҙә ул ысынлап бүләк икән, танау сирып тораһыңмы? Этте ҡурҡытып ҡуймайым, тип, янына барып етер саҡта тиҙлекте кәметтем. Мине аңғарған хайуанҡай, артына ҡарай-ҡарай, ҡасҡандай итте, ләкин үтә алыҫ китмәне, алғараҡ барҙы ла туҡтаны. Муйынында ҡайышы ла бар икән.
– Кил-кил, маһ-маһ-маһ, – сүкәйеп, бармаҡтарым менән уны саҡырҙым.
Ул, шикләнеп, арыраҡ тәпәйләне. Шунан кире борола бирҙе. Нишләргә белмәй туҡтап, бер урында тапанды. Тегеләй-былай ҡаранды. Яланып ҡуйҙы.
– Кил миңә, кил, ҡурҡма, маһ-маһ-маһ, – һаҡ ҡына атлап, эргәһенә барып еттем. Һыйпайым, тигәйнем, ҡасты, ләкин йыраҡҡа түгел. Башын теге яҡҡа, был яҡҡа һалып, миңә иғтибар менән ҡарап торҙо ла, кире килде. Ҡулымды еҫкәне. Һағышланғандай, тирә-яғына ҡарап алды.
Көсөктөң башынан ипләп кенә һыйпап, ҡолаҡ артынан иркәләп тызып, уны әүрәттем, шунан, күтәреп, күкрәгемә ҡыҫтым. Ошоғаса ситтән беҙҙе ҡыҙыҡһынып күҙәтеп торған Йәмилгә ҡарап йылмайҙым. Ул, йүгереп килеп, әллә өшөп, әллә ҡурҡыуҙан дерелдәгән көсөктө һыйпаны:
– Кемдеке икән ? Юғалған, ахыры... Ә, бәлки, ташлағандарҙыр, ҡалала был ғәҙәти күренеш. Былай урам этенә оҡшамаған. Бульдог шикелле.
– Бульдог? – Овчарка тип һаташҡас, бындай исемле эттәргә иғтибар ҙа иткән юҡ.
– Эйе, оҡшаған. Тоҡомло эт.
– Елле булып үҫәме, овчарка кеүек?
– Ну, овчаркалай уҡ булмаҫ, ләкин елле генә
булып үҫә, – Йәмил шулай белдекле ул.
– Алып ҡайтайым да ҡуяйыммы икән? – көсөктө күреү менән үк күңелемдә яралған уйҙы әйттем.
– Көтөп тор, тәүҙә хужаһын эҙләп ҡарайыҡ, бәлки юғалтҡандарҙыр. Арзан эт түгел бит.
Табылмаһа ярар ине, тип, теләй-теләй, тротуарҙан атланыҡ. Йәмилдең, ҡала балаһының, урыҫсаһы ла шәп, батырлығы ла шаҡтай, оялып-нитеп тормай, ул һәр үткенсегә:
– Һеҙҙең этегеҙ түгелме? Белмәйһегеҙме, кемдеке икән? – тип бәйләнергә тотондо. Кемдер, яурынын һелкетеп, ҡулын йәйҙе, кемдер, юҡ, тип, көсөккә лә ҡарап тормай, Йәмилде ярты һүҙҙә өҙҙө.
Сауҙа йорто тирәләй шаҡтай йөрөгәс, иптәшем ҡосағымдағы көсөктө һыйпаны:
– Хужаһы табылманы. Алып ҡайт әйҙә.
Минең баш күккә тейҙе! Йәмил менән хушлашырға ла онотоп, өйгә саптым. Ҡыңғырауға баҫып, ишекте асҡандарын саҡ көтөп алдым. Өләсәй – мәмерйә ауыҙы түгел, уға “сим-сим, асыл” тип кенә әйтеү етмәй, энәһенән-ебенәсә төшөндөрөп, кемлегеңде белдермәйенсә, асҡысты борҙороп булмай. Етмәһә, ҡолаҡҡа ҡатыраҡ. Кем, кем тиһең, тип, мең һорап, ыҙалатып бөтөрә. Мине инде, кемде булһын, башҡаларҙың асҡыстары бар, бер миңә эшләп бирмәнеләр. Йәнәһе лә, юғалтыуым ихтимал. Ҡасан ҡайтһаң да, өләсәйең өйҙә, асҡыс һиңә нимәгә, тинеләр. Был юлы ишек тиҙ асылды – апай ғына шулай һорамай ҙа келәне ысҡындыра.
– Бына! – Һонолған ҡулдарымда көсөктө оло бүләк кеүек өйгә индерҙем.
– Әстәғафирулла! – Тәмле еҫтәр бөркөлгән аш бүлмәһенән күренгән өләсәй, ҡулдарын алъяпҡысына ла һөртөргә онотоп, күҙҙәрен шарҙай асып, ҡатып ҡалды.
– Нимә бына? – Апай, көлөмһөрәп, эткә күҙ йүгертте.
– Һин иҫәрме әллә? – Кешене йөҙөнән алырға тиһәң, минең апайға ҡуш. – Бындай этте кем урамға ырғытып ҡуйһын? Күрмәйһеңме, уның муйынында ҡайышы бар?
– Булһа ни... Беҙ эҙләп ҡараныҡ, хужаһы табылманы.
– Йәмилеңде лә әйтер инем. Икегеҙ ҙә бер ҡалыптан. Башығыҙ эшләһә, ҡайышындағы яҙыуҙы күрер инегеҙ, – апайым көсөктөң ҡайышын ҡайырып, күҙемә тиерлек төрттө, – бына, адресы яҙылған, һиңмайҙар!
Ысынлап та, ҡайышта: “Әгәр ҙә көсөк юғалһа, ошо адрес буйынса килтереүегеҙ һорала”, – тип яҙылғайны.
– Бар, алып барып бир хужаһына, – апай, үрелеп, кире ишекте асты. – Бар, бар, торма. Бульдог, имеш. Мопс ул. Ҡатындар ғына йөрөтә торған кескәй эт.
Көсөктө кире ҡайтарырға кәрәклеген аңлауҙан да, елле бульдог, тип алданыуыма ла, һуңғы хыялымдың селпәрәмә килеүенә лә үкенестән, ғәрлектән күҙемә йәштәр төйөлдө. Апай менән өләсәй алдында үкереп илап ебәрмәҫ өсөн ҡырт боролоп сығып киттем. Урамда байрамса кәйеф тантана итә, һәр ерҙә лә көйҙәр, көлөү тауыштары яңғырай. Бар донъя, әйтерһең дә, төрлө төҫлө уттарға күмелгән – магазин витриналары, ут бағаналары ем-ем килгән гирляндалар, шарҙар менән биҙәлеп, күҙ яуын ала. Хатта пакет-сумкаларға тейәнеп, өйҙәренә ашыҡҡан кешеләрҙең аяҡ аҫтындағы ҡар ҙа һәр ваҡыттағыса түгел, ә байрамса шығырлағандай. Минеке генә шағыр-шоғор зарлағандай. Яңы йылдың ҡәҙере китте. Бынан ары һис ҡасан Яңы йылға өмөттәр бағламаясаҡмын, Ҡыш бабайға ғүмерҙә лә хаттар яҙмаясаҡмын. Шулай һине йыл да алдаһындар әле. Имеш тә, Ҡыш бабайға хат яҙһаң, йыл буйына үҙеңде матур тотһаң, ул һиңә шәп бүләк бирә. Бирә икән... Шыр алдаҡ. Кемдәр алдай бит әле ул, иң яҡын, ғәзиз кешеләрең – ата- әсәң. Шунан һуң кемгә, нимәгә ышанырға? Йылы өйҙә оҙаҡ тотҡарланмай, ҡабаттан минең ҡосаҡта һалҡынға сыҡҡан көсөк тә, хәлемде тойғандай, миңә нығыраҡ һыйына, ара-тирә күҙемә ҡарап ала.
– Әй, ҡайтам да китәм ауылға! – тинем, етди ҡарарға килеп. – Хәҙер, һине генә алып барып бирәм дә ҡайтам.
Кем унда мине көтөп торһон, нимә менән ҡайтам – уныһын уйламайым. Тейешле адресты эҙләп табып, домофонға баҫтым.
– Кем? – Ҡыҙҙар тауышы урыҫса һораны.
– Мин, – тинем ҡаушап. – Эт...
– Әсәкәйем, Далила табылды! – Ҡыҙ трубкаға түгел, ҡайҙалыр ситкә һөрәнләне лә, домофон сиҡылданы. Подъезға ингән ыңғайы беренсе ҡаттағы төпкө ишек тә шар асылып, минең йәштәге һәм минән бәләкәсерәк ике ҡыҙыҡай, ир менән ҡатын күренде. Ҡатын көсөктө ҡулымдан һурып тигәндәй алып, уны үпкесләргә тотондо, ир усымдан эләктереп, ҡулымды шат һелкетте, ҡыҙҙар, сар ҙа сор һикерешеп, сәпәкәй итте:
– Далилочка, табылдың даһа! Ура, ура!
– Беҙҙең бәләкәс ҡыҙ уны бая урамға үҙ белдеге менән алып сыҡҡан да, Далила, машина сигналынан ҡурҡып, ситкә ырғып ҡасҡан, бауы ысҡынған, шуға баҫтырып тота алмаған, – тип аңлатты ғаилә башлығы. – Уны табып килтергәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә! Әйҙәгеҙ, беҙҙең менән байрам табынына.
– Юҡ, рәхмәт, – уларҙың ҡыуанысынан үҙемдең көйөнөсөм оторо артты. – Ҡайтыр кәрәк.
Ауылға, тип өҫтәргә уйланым да, әйтеп торманым. Кемдә кеше ҡайғыһы булһын? Шым ғына боролоп, подъездан сығып киттем. Ҡалала мине бер нәмә лә тотмай. Мәктәптә тырышҡан булам да, барыбер әлегә “өслө”ләрҙән ары үтә алмайым. “Өслө” алһам, өйҙә ғауға ҡуптаралар. Ялҡауланаһың, ныҡ тырышмайһың, дәрестә насар тыңлайһың, тип. Ҡыҫҡаһы, һин былай, һин тегеләй, тип өсәүләп мейемде ашайҙар. Кем булһын, әлеге лә баяғы ҡатын-ҡыҙҙар батальонынан өсәү – өләсәйем, әсәйем һәм апайым инде. Ана, улың менән һөйләш, тип, етмәһә, вахтанан ҡайтҡанында атайҙы ла был “тәрбиә эше”нә ҡыҫтыралар. Әлдә атай – үҙ кеше. Һүҙҙе оҙонға һуҙмай, тәрбиәһен ҡыҫҡа тота. Улым, тырыш, тип арҡамдан ҡағыу менән хушһына.
Белмәйем, Йәмил булмаһа, нисек уҡып китер инем. Уның ярҙамы менән шул “өслө” кимәлендә йөрөгәнгә шөкөр. Өйҙәгеләр мәктәптә программаларҙың нисек ауыр икәнен беләме ни? Уларға тот та шунда уҡ ыңғай һөҙөмтә күрһәт. Һы... Урыҫ теле, әҙәбиәте менән мөнәсәбәттәрем ауыр ҡоролһа ла, уның ҡарауы физкультура, хеҙмәт, рәсем дәрестәрендә миңә етеүсе һирәк. Ниңә шуны әсәйемдәр күрмәй икән? Бөгөн физкультуранан “бишле” алдым, тиһәм, “ә-ә”, тиҙәр ҙә ҡуялар. “Ай, афарин, улым, ҡалай шәп иткәнһең”, – тип әйтеүсе булһасы. Нисек өлгәштең был баһаға, тип һораһындар ине, мин, бер кем дә минең кеүек турникта егерме биш тапҡыр күтәрелә алмай, йә алтмыш метрҙы елдәй елдереп үтмәй, тип һөйләп бирер инем...
Декабрь айында математиканан дүрт “дүрт ле” алдым. Шуға һөйөнөүсе булдымы? Юҡ. Эт тә алып биреүсе юҡ. Хатта, фатирҙан асҡысым да юҡ.
Ярай ҙа, әле ҡыңғырауға баҫыр-баҫмаҫтан, ишекте астылар. Апайым, серле йылмайып, миңә ғүмерҙә булмағанса юл бирҙе. Уға ышаныс лимиты бөткән, шуға шикле ҡарай-ҡарай, сисенеп, ҡорған менән бүленгән үҙ мөйөшөмә үттем. Ҡорғанды алып, зал уртаһына өҫтәлде ҙурайтып ҡуйып, табын әҙерләгәндәр икән.
Әйҙә, байрам итһендәр. Минһеҙ...
Карауатым аҫтынан сумкамды алырға тип тубыҡланғайным, ҙур ҡапты күреп, сәйерһенеп, уны һөйрәп сығарҙым. Эсенән шыңшыған тауыш ишетелгәс, ҡолағым ҡарпайып, йөрәгем дөрһөлдәп тибеп, ҡапты асып ебәрҙем. Унда бөршәйеп кенә көсөк ята ине, башын күтәреп ҡараны – күҙҙәре йоп-йомро ғына, ялтырап тора! Уйынсыҡ түгел, ып-ысын көсөк! Теп-тере! Уны күтәреп алып, күкрәгемә ҡыҫып, күҙҙән бәреп сыҡҡан шатлыҡ йәштәрен йәшермәй артыма боролғайным, зал ишеге янында йыйылып, шым ғына баҫып торған ата-әсәйем, өләсәйем, Рита апайым – иң ҡәҙерле кешеләрем – бер тауыштан:
– Сюрприз! – тип ҡысҡырып ебәрҙеләр. – Яңы йыл менән тәбрикләйбеҙ һине!
Атайым да вахтанан ҡайтҡан икән, әсәйем дә эшенән килгән, бер мин әллә ҡайҙа йөрөп ятам. Улар мине дүртәүләп ҡосаҡлап алды. Ә мин көсөгөмдө ҡулымдан ысҡындырғым килмәй, бәхетле йылмайып тик торҙом. Һи-и, Йәмил, Ҡыш бабай ҙа, мөғжизә лә юҡ, тип әйткән була. Бар ул! Ышанырға ғына кәрәк! Мин ышанам, сөнки бына ул, ҡулымда – йөнтәҫ кенә, үрә торған ҡолаҡлы овчарка тигән мөғжизә!