+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Май 2020, 13:47

Ни өсөн бесәйҙәр өйҙә йәшәй?

(әкиәт)Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер сәсән. Ул ярлы булған, ғүмере буйы байға бил бөккән. Эше өсөн байҙан бер ауыҙ яҡшы һүҙ ишетмәгән. Сәсән үҙе кеүек эшсән кешеләргә арнап йырҙар сығарған, бәйеттәр әйткән.

Бер саҡ шулай болонда эшләп йөрөгәндә бер ҙур йылан килеп сыҡҡан да сәсәндең муйынынан быуа башлаған. Йылан менән айҡаша торғас сәсәндең тамам хәле бөткән. Шул мәлдә байҙың эте үтеп барған. Сәсән:
- Эй, эткәйем, ҡотҡар мине, зинһар! - тип үтенгән. - Яҡшылығыңды онотмам, минең дә һиңә берәй файҙам тейер!
Эт уға:
- Һау, һау! Һинең ҡайғың юҡ әле, үҙемдең эшем күп, - тигән дә ары үҙ юлы менән китеп барған. Шул саҡ ҡайҙандыр бер бесәй килеп сыҡҡан да йыланға ташланған. Бесәй сәсәндең муйынынан йыланды тырнап төшөргән. Еңел тын алып, сәсән былай тигән:
- Рәхмәт, бесәй! Ғүмерең буйына йылыла, мендәр өҫтөндә генә йәшә. Ә эшлекһеҙ эт бар ғүмеренә һыуыҡта ғазап сикһен.
Ошо көндән алып бесәйҙәр гел өйҙә, йылыла, ә эттәр тышта, һалҡында йәшәй икән.
“Башҡорт халыҡ ижады” 13-сө том.
Читайте нас: