+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
29 Май 2020, 16:15

Күркә

(башҡорт халыҡ әкиәте)Борон-борон заманда күркә әлеге ҡиәфәтендә булмаған, ти. Ул ҡәҙимге тауыҡ һымаҡ булған. Улар кеүек ем эҙләгән, йомортҡа һалған да ҡытаҡлаған.

Бер ваҡыт хужабикә күркәне барлыҡ ҡоштарға башлыҡ итеп үрләткән.
Тәүҙәрәк күркә үҙен башҡалар менән тиң тотҡан, тора-бара ул: “Башлыҡ улай булырға тейеш түгел. Хәҙер сүплектә тибенергә, йомортҡа һалғанда ҡытаҡларға ярамай”, - тип уйлаған. Шулай эшләгән дә. Әтәс тә, тауыҡ та, хужабикә лә быға әллә ни иғтибар итмәгән. “Башлыҡ бит, ҡытаҡларға ваҡыты юҡтыр”, - тип кенә ҡуйғандар.
Күркә ҡиәфәтен дә үҙгәрткән. Элеккегә ҡарағанда ла эрерәк баҫып, башын юғары тотоп, тәкәббер йөрөгән. Тауыҡтар уға һоҡланғандар. Хужабикә лә бойҙайҙы, ебетелгән икмәкте күркә яғына мулыраҡ һипкән. Ҡаҙ-өйрәк иһә, башлыҡ ашап туйып китмәйенсә, емгә килергә тартынған.
Шулай ҡайғыһыҙ ғына йәшәп ятҡанда, күркә әтәстең бүтән тауыҡтар янында ғына йөрөгәнен шәйләп ала. Әтәс тибенеп ем тапһа ла, күркәне түгел, тауыҡтарын саҡыра икән. Был хәл күркәгә һис тә оҡшамаған, уның эсе бошҡан. “Сыбарбикәнең минән нимәһе артыҡ?” - тип үрһәләнгән ул. Шунан тауыҡты мыҫҡыллы ғына күҙәтергә тотонған. Сыбарбикәнең ҡаурыйҙары төрлө-төрлө төҫтә булып, ҡояшта йылҡылдап тора икән дә! Сибәр ҙә шул был Сыбарбикә! Етмәһә, атлауы ла харап килешле, холҡо ла ипле. Етмәһә, йыл һайын себештәр ҙә баҫып сығара икән.
Быларҙы белгәс, күркәнең йөрәге тибеүҙән туҡтай яҙған.
Күркә көндәр буйы көҙгөгә ҡарап, битенә төрлө кершәндәр һөртөп, еҫле майҙар һылап ултыра башлаған. Ул башлыҡ икәнен дә онотҡан. Көндәр буйы үҙен генә ҡарау менән мәшғүл булған.
Күркәгә хужабикәнең йәне көйгән дә, тауыҡтарға башлыҡ итеп әтәсте ҡуйған.
“Мин – башлыҡ” тип йөрөгән күркәгә был үлем менән бер булған. Асыуынан ул ҡабарған, ҡыҙарған, ти. Ҡасандыр шып-шыма булған һылыу йөҙөнә, матур муйынына ҡып-ҡыҙыл муҡсалар ҡалҡҡан. Ә инде Сыбарбикәнең ҡыҙғылт ҡаурыйҙарын йәки әтәстең тырышып-тырышып ем эҙләүен күрһә, күркәнең әле һаман асыуынан ошо тоҡсайсыҡтары яман ҡабарып китә икән.
“Башҡорт халыҡ ижады” 13-сө том.
Читайте нас: