+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Июнь 2020, 14:29

Әтәс нимә тип ҡысҡыра?

(башҡорт халыҡ әкиәте)Борон-борон заманда, әтәс әфисәр, тауыҡ таналай саҡта йәшәгән, ти, бер әтәс. Уның ҡойроғо бик матур булған, ти. Бер ваҡыт тауыҡты ҡунаҡҡа саҡырғандар. Борон ҡунаҡҡа саҡырылған саҡта: “Күрше ебәрһә, барырмын”, - тип әйтер булғандар. Тауыҡ әтәс күршеһенә китә...

- Әтәс агай, мин ҡунаҡҡа барам. Бынауы йүнһеҙ ҡойроҡ менән башҡалар күҙенә ни хәл күренмәк кәрәк? Ҡойроғоңдо биреп тор әле, - ти.
- Ҡойроҡто нисек бирәйем мин? - ти әтәс.
- Ҡырҡ та бир. Ниңә яңыһы үҫеп сығыр әле, - ти.
Күрше хаҡы - тәңре хаҡы. Шулай тигән боронғолар. Әтәс тауыҡтың һүҙен йыҡмаған, ҡойроғон ҡырҡҡан да биргән.
Тауыҡ ҡунаҡҡа киткән матур ҡойроҡто тағып. Китеүен киткән, ҡайтыуҙы онотҡан. Әтәс бахыр артҡа боролоп ҡарай ҙа ҡарай. Ҡараған һайын йәне әсей. Юҡҡа биргәнмен, тип үкенеп ҡуя. Түҙмәй:
- Ҡойроғомдо алып ки-и-ил! - тип ҡысҡыра башлай.
Ҡойма башына баҫып та ҡысҡыра. Ҡапҡа башына менеп тә ҡысҡырып
ҡарай. Ҡыйыҡ башынан да:
- Алып ки-и-ил! - ти. Уңға ла ҡысҡыра, ҡағынып-ҡағынып, йәнә ҡысҡыра:
- Ҡойроғомдо алып ки-и-ил!
Көндөҙ ҙә ҡысҡыра, төнөн дә яр һала. Матур ҡойроғо көн дә төшөнә инә икән бының. Төшөнә инә лә, уянып китеп йәне көйөп, ҡысҡыра икән:
- Ҡой-ро-ғом-до кил-тер-ә һа-а-ал!
Әтәс шулай ҡысҡыра торған. Әкренләп өр-яңы ҡойроҡ үҫә торға н. Бына бер көндө элеккеһенән дә матурыраҡ булып үҫеп еткән ҡойроғо. Тик бер ғәҙәт иткәс, әтәс көндөҙөн дә, уянған һайын төнөн дә ҡысҡырыуын белгән:
- Ҡой-ро-ғом-до алып ки-и-ил!
Шул беҙгә:
- Ки-ки-рик-ү-ү-үк! - тигән кеүек ишетелә икән, ти.
“Башҡорт халыҡ ижады” 13-сө том.
Фото: Pixabay
Читайте нас: