-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
18 Июнь 2020, 14:42

Талпан

– Ҡотлау өсөн һүҙ 1-се синыфтарға бирелә, – тине “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһын алып барыусы уҡыусы.Беҙ линейка алдына сығып теҙелдек. Мәктәпте тамамлаусы ағай-апайҙарға арнап шиғыр һөйләргә тейешбеҙ. Ҡулыбыҙ­ҙа – кисә генә йыйған болон сәскәләренән гөл­ләмә.

Беҙ­ҙең мәктәп ихатаһы бик ҙур, иркен. Дүртмөйөш яһап теҙелгән уҡыусылар һаны меңдән артыҡ. Бына ошо ғаләм алдында сығыш яһа инде!
Теҙ быуындары ҡалтырап-ҡалтырап ала. Шулай ҙа сер бирергә ярамай. Уҡытыусыбыҙ менән был сығышҡа бик ентекле әҙерләндек.
– Ҡысҡырып, тасуири итеп һөйләгеҙ, йөҙгә ҡыҙыл­лыҡ килтермәгеҙ, – тип, ҡат-ҡат киҫәт­те ул.
Янымдағы синыфташтарым һөйләп бөтөп бара. Сират миңә лә етеп килә. Ҡыйыулығымды туплап, шиғыр һөйләргә йыйындым. Тик… шул саҡ арҡам буйлап нимәлер йыбыр-йыбыр итеп ҡалды. Бөтөн кеше алдында тырнанып тороу ҙа килешмәй, ә теге йән эйәһе һаман тәнем буйлап йөрөүен белә. Үҙем шиғыр һөйләйем, үҙем нимәнеңдер арҡамды семетеүен һиҙәм.
Сығышты тамамлап, урындарыбыҙға баҫтыҡ. Ул арала бөжәк тә тынып ҡалды. Йә төшөп киткәндер, тигән уй килде башыма. Бына ҡәһәрең, тап шиғыр һөйләгәндә генә маҙаға тейгән икән дәһә!
Мәктәптән ҡайтҡас дуҫтарым менән уйнарға шишмә буйына йыйылдыҡ. Яр аҫтындағы бәләкәй генә аҡланда шундай матур! Өс-дүрт тирәк, тал ағастары үҫә, бәпкә үләне араһында һап-һары бәпембәләр күренә. Эргәлә генә шишмә ағып ята. Беҙ “Һыҙыҡ” уйынын яратабыҙ, күмәгәйеп китһәк – “Һигеҙташ”, “Өйрәк атыш”ты уйнайбыҙ. Шундай рәхәт – көндәр йылынды, алда – йәйге каникул...
Әсәй, йә атай саҡырып алмаһа – өйгә ҡайтыуҙы уйламайбыҙ ҙа!
...Бына ғаиләбеҙ менән киске ашҡа ултырҙыҡ. Бөгөнгө линейкалағы хәлде уларға көлә-көлә һөйләнем.
Йоҡлар алдынан әсәйем арҡамды ҡарарға булды. Уның борсолоуы юҡҡа булмаған икән!
– Талпан ҡаҙалған, – тине, хәүефләнеп. – Зарарлы бөжәктең башы тәнгә үтеп ингән.
Атайым менән икәүләп талпан тирәләй одеколон һөрт­төләр.
– Тартып алырға ярамай әле, – тине әсәйем. – Уның ағыуы баш өлөшөндә була.
Талпанды сығарғас, урынын марганцовка эрет­мәһе яһап, һөртөп алдылар.
Беҙ дауаханаға яҡын ғына йәшәйбеҙ, дежур табипҡа күренергә барҙыҡ... (дауамы бар).
Әҫәрҙең дауамын "Аманат"тың июнь һанында уҡығыҙ.
Миңнира БИКӘНӘСОВА,
Ауырғазы районының
Усман ауылы уҡытыусыһы.
Фото: Рixabay
Читайте нас: