+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
18 Июнь 2020, 14:50

Йәйҙең дүрт айы

(хикәйә)Магазиндан ҡайтып киләм. Был юлды мин көн аша тапайым: һөт, икмәк, башҡа кәрәк-яраҡ. Үҙемә йәнем көйә. Эшкинмәгән бер әҙәммен бит! 15 йәшендә башҡа малайҙар ҙа әл­лә ниндәй эштәр атҡарып йөрөмәйҙер, әммә минең нимә менәндер шөғөл­ләнгем, был донъяға яраҡлы булғым килә.

– Һаумыһығыҙ! – туғыҙ ҡатлы йорт­тоң ишек алдында гәп һатҡан ике әбей менән һаулыҡ һорашам. Һорашам тигәс тә, ауыҙ эсенән һүҙгә оҡшаған өн сығарып, баш ҡағып иҫәнләшәм. Улар гел ошонда ултыра. Күптәнге таныштарым кеүек булып бөт­төләр инде. Күренмәйерәк торһалар, хат­та борсола башлайым.
Бына минең туҡталыш. Ҡайһы берҙә, сумкам еңел булһа, йәйәү ҙә ҡайтам, әммә бөгөн көнө әл­лә ниндәй, болотло, ваҡ ҡына ямғыр һибәләгән кеүек. Апрель – май аңлайышһыҙ айҙар шул.
Иң алғы урындар буш. Ғәҙәт­тә, һеңеп кенә ултырам да, кепкамды күҙемә төшөргәнсе батырам – кешенең тексәйгәнен яратмайым. Күп малайҙар оҙон буй тураһында хыял­лана, ә минең бәләкәй генә булғым килә. Бәләкәй кешенең һаҡаулығы күҙгә салынып бармайҙыр төҫлө. Иғтибар йәлеп итмәҫ өсөн модалы кейем, кәттә прическа тип тә иҫем китмәй. Иғтибарҙан мөмкин тиклем сит­тә торорға тырышам. Быға етешһеҙлегем – һаҡаулығым – сәбәпсе инде… Юҡһа заманса булырға бер нәмә лә ҡамасауламай бит. Атайым юғары урында эшләй, аҡсаны һәйбәт ала, әсәйем дә эшенән зарланмай.
Тик ултырғансы тип, ҡуйынымдан китабымды сығарып өлгөрмәнем, ҡаршыма бер ҡыҙ килеп ултырҙы. Кепкамды күтәрә төшкәнде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Күҙ­ҙәребеҙ осрашты. Шуны ғына көткән тиерһең, ауыҙы йырылды. Болот­тар таралып, ҡояш килеп сыҡтымы ни! Яуап итеп һаран ғына йылмайыу билдәһе сығарҙым да ҡарашымды ситкә ала һалдым. Ә нимә эшләйем һуң?! Мин энә өҫтөнә баҫтым: үҙемде нисек тоторға, күҙ­ҙәремде ҡайҙа йәшерергә, меҫкен хәлдән нисек сығырға белмәйем. Бөтә күҙәнәктәрем менән һиҙәм: һаман минән күҙен алмай. Бешмәгән, тип мыҫҡыл итеп ултырыуымы икән? Битем яна ғына! Ҡыҙ­ҙар ҙа был тиклем ҡыҙармайҙыр. Үҙемде ҡулға алырға тырышып, китабымды астым да тәүге биткә текәлдем. Бирелеп уҡығандай ҡыланам, ә үҙем бер генә хәрефте лә күрмәйем. Күҙ­ҙәремде хәс тә томан ҡапланы. Ярай, уҡыған ҡиәфәт яһап булһа ла барайым. Әкрен генә күҙемде күтәрәм: ҡыҙыҡай тәҙрәгә баҡҡан. Йөҙөнә ҡарағанда, йәшкә минең менән бер сама, уртаса буйлы. Оҙон толомдары биленә саҡлы төшөп тора. Сәсе ҡара булһа ла, йөҙө аҡ икән. Һипкелдәре лә күренә. Улар ҡыҙ­ҙы тағы ла һөйкөмлөрәк итә. Шулай, онотолоп китеп, уны күҙәткәндә ҡыҙ аңғармаҫтан минең яҡҡа боролдо. Боролдо ла йәнә йылмайҙы.
Ҡапыл водитель тормозға баҫты. Баҫып торғандар кемуҙарҙан алға аушайҙы. Ҡаршымда ултырған ҡыҙыҡай ҙа, ҡалҡынып, урынында сайҡала бирҙе лә миңә табан ҡолай башланы. Нисек тотоп алғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Барыһы ла күҙ асып йомған арала булды. “Ебәр!” – тип көлөп ебәргәс кенә айнып кит­тем. Ҡыҙ­ҙы, тиҙ генә этеп, урынына ултырт­тым.
– Мин Миләүшә булам! – тип, ҡыҙыҡай ҡулын һуҙ­ҙы. – Һинең исемең нисек?
Бына ошонан, уның миңә өндәшеүенән ҡурҡа инем дә инде! “Шамил минең исемем!” – тип, эстән генә ҡысҡырҙым, йәнем әрнеп. “– Э‑э-эй, һиңә әйтәм!” – Миләүшә исемемде көтә. – Ә мин… мин… юҡ, әйтмәйәсәкмен. Исмаһам, ошо ҡыҙ мыҫҡыл итмәһен, белмәһен минең ниндәй икәнде. Ҡапыл китабым иҫкә төштө, бая, ҡыҙ­ҙы ҡолатмайым тип, ҡайҙалыр төшөрөп ебәргәйнем. Эҙләп, ултырғыс аҫтына эйелдем. Ах, мин, бешмәгән! Тапмайынса, килбәтһеҙ ҡиәфәт менән ҡалҡынып кире ултырҙым. Ҡыҙ ҡыланышымдан күҙен алмай. Былай бармай, тинем дә, ишек асылғайны, сумкамды эләктерә һалып төштөм дә ҡалдым.
Өйгә нисек ҡайтып еткәнемде хәтерләмәйем. Оят ине миңә. Ер уйылһа, икеләнеп тә тормай төшөп китер инем. Мәмәй!.. Бөтә эсем ҡайнай. Сумканы кухняға индереп ҡуйҙым да бүлмәмә инеп бикләндем. Оҙаҡ тыныслана алманым, хат­та башҡа ваҡыт­тағы кеүек компьютер ҙа онотолорға ярҙам итмәне.
Йоҡларға ятҡас, теге ҡыҙ күҙ алдына килде лә, һағыш быуып алды. Бындай тойғоно бер тапҡыр ҙа кисергәнем юҡ ине минең. Нимә булды? Һипкел­ле аҡ йөҙлө ҡыҙ­ҙы нисек кенә ҡаршымдан ҡыуып ебәрергә тырышһам да, ул йылмайып тик торҙо. Тотлоғоп һөйләшкәнемде, насарыраҡ ишеткәнемде белһә, нимә эшләр ине икән? Бер ҙә йылмайып ултырмаҫ, башҡалар кеүек ғәрләнер ине, моғайын. Һаҡау менән кемдең дуҫлашҡыһы килһен? Шулай ҙа, кешегә бер йылы һүҙ етә, Миләүшәнең йылмайыуы, миңә кешегә ҡараған кеүек ҡарауы күңелемде әл­лә нишләт­те. Ҡыйын да, рәхәт тә… Борғаланып ята торғас, таңға ҡарай ғына йоҡлап кит­тем.
* * *
Илшат ҡустым өйҙә булмағас, кисә тыныс, рәхәт булғайны, бөгөн таң менән яныма килеп тә инде.
– Тор, ағай, сәй эсәбеҙ!
Әсәйем бөгөн балалар баҡсаһына алып бармаған, тимәк, көнө буйы уның күңелен күрергә тура килә. Уға әле өс кенә йәш, әммә үҙенең төпсөк икәнен бик яҡшы аңлай, батшамы ни, барыһын да алдында йүгертә генә. Бигерәк тә атайым менән әсәйем бар теләген үтәй. Ә минең йәнем көйә. Ул тыуғансы хәлдәрем улай уҡ мөшкөл түгел ине бит… Илшат­ты алып ҡайт­тылар ҙа, бөтә иғтибарҙары уға күсте лә ҡуйҙы. Мин, әйтерһең, уларҙың хеҙмәтсеһенә әйләндем: шуны алып кил, быны эшлә, тегене ҡара, быны онотма… Шулай инде, яратырға хәҙер Илшат­тары булғас. Бөгөн дә әсәйем бер ҡосаҡ эш ҡушасаҡ та эшенә сығып йүгерәсәк.
Ҡолағыма шатыр-шотор килгән тауыштар ишетелде. Һикереп торғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Йүгереп сыҡһам, ҡустым, ултырғысҡа баҫып, шкафҡа үрелгән дә, тәрилкәһе-ниһе менән ҡолап төшкән.
– Йоҡосо! Күпме йоҡо һимертергә була!.. – Мине күреп ҡалғас, әсәйем әрләргә кереште. Унан Илшатына сөсөлдәне:
– И‑и-ий, бәпәйемде, ауырт­тымы? Йә, бөт­тө-бөт­тө! Их, бынау ағайҙы, ҡустыһын ҡарарға ла эшкинмәй…
Рәнйешемдән уртымды сәйнәйем.
– Нимәңде ҡарап тораһың, ал Илшат­ты, былай ҙа эшкә һуңланым!
Әсәйемдең күҙендәге асыуҙы күргәс, был өйҙә мин артыҡ, тигән тойғо нығыраҡ көсәйҙе. Ниңә генә йәшәйем икән мин был донъяла?!.
Ҡулымды һоноуға Илшат аҡырырға тотондо. Ауыртҡандан да түгел, иркәләнеп, буштан-юҡҡа.
Иртәм шулай башланды. Күңелдә кисәгенән бер ҙә еңелерәк түгел. Йә атайым өйҙә түгел, эшенән ярты йылға уҡырға ебәрҙеләр. Ул мине әҙерәк аңлағандай ҙа бит…
Әсәйем артынан ишек ябылыуға Илшат­тан яманыраҡ итеп үкереп ебәрҙем. Үҙе лә ҡурҡып кит­теме, илауынан туҡтап, аптырап, миңә ҡараны. Ә мин, эсемдәге бөтә асыуҙы, рәнйештәремде тышҡа сығарырға теләгәндәй, стенаны төйөп-төйөп, үкереүемде белдем. Илшат ахырҙа миңә килеп һарылды.
– Ағай… Бөт­тө… бөт­тө…
– Бөтмәне шул, бөтмәне! – тип әйткем килде, тик, һәр ваҡыт­тағыса, тәүге ижекте ҡабатлауҙан ары уҙманым. Уның һайын нығыраҡ иланым. Ниңә, ниңә мендем шул ҡәһәр һуҡҡан ағасҡа?! Ниңә береһе лә тыймаған?! Урынымдан торҙом. Ҡустымды ашығып кейендерә башланым.
– Ҡайҙа барабыҙ, ағай? Тышта уйнайбыҙмы? – Бер ни аңламаған бала, яуап бирмәҫемде белһә лә, тәтелдеге сығып, һорауҙарын яуҙырҙы.
“Мине телһеҙ иткән ағастың үҙен хәҙер йәнһеҙ итәбеҙ!” – тинем, эстән ҡәһәтләнеп. Балтаны пакетҡа тығып алдым да, ҡустымды етәкләп, күҙемә аҡ-ҡара күренмәй, парк яғына йүнәлдек. Парк тигәс тә, парк түгел ул. Беҙ­ҙең йорт урынында ҡасандыр баҡса булған. Юлдың теге яғына бер нәмә лә төҙөмәнеләр, ташландыҡ булып ята. Элегерәк, малай саҡта, беҙ унда еләк, сейә, муйыл, ҡурай еләге ашарға йөрөй торғайныҡ. Үҙебеҙсә парк тип йөрөтәбеҙ.
Ҡустым бара бирә лә шыңшырға керешә. Күтәреп алам. Асыуым шул тиклем, хат­та арыуҙы ла, Илшат­тың ауырлығын да һиҙмәйем, атлайым да атлайым. Бына ул ағас. Шуның башынан осоп төштөм дә инде. Тотлоғоп ҡалыуымда тап ошо ағасты ғәйепле иткем килә. Йыш ҡына ҡабатлаған һүҙ­ҙәрем тел осома килде: “Нишләп кенә ҡолағас та үлмәнем, тере ҡалдым?!”
Илшат­ты ситкәрәк ҡуйҙым да пакет­тан балтаны сығарҙым. Тирә-яғыма ҡаранып, бер кем дә юҡ икәненә ышанғас, тегене тунай башланым. Балта тупаҫ булдымы, көсөм шул ғына самамы, тирләнем-бештем, ҡулымдың хәле бөт­тө, әммә ағас һис бирешергә теләмәй. Шулай маташҡанда кемдер ҡулымдан балтамды тартып алды, үҙемде ситкә алып быраҡтырҙы.
Йөҙ түбән ят­тым да ғәрлегемдән илап ебәрҙем. Оло йәштәге әлеге ағай пыр туҙ­ҙырып әрләп ташланы. Ярты һүҙен аңланым, яртыһын – юҡ. Әрләүҙәргә һәм йәл­ләүҙәргә өйрәнеп бөткәнгә, бер ҡолағымдан инде, икенсеһенән сыҡты. Матур ғына үҫеп ултырған ағасты вәхшиҙәрсә тунап ятҡандарын күрһәм, мин дә шулай итер инем, әлбит­тә. Их, ағай, тим эстән генә, телем булһа, бәлки, хәҙер һиңә барыһын да һөйләр, аңлатыр инем, күңелгә лә еңел булып ҡалыр ине…
– Тор! – тип, мине һөйрәп тигәндәй торғоҙ­ҙо. Сит­тә барыһын да күҙәтеп торған Илшат­ты, елтерәтеп алып килеп, етәкләт­те лә ҡайтырға ҡушты. Балтамды бирмәне. Был иҫәр тағы ни ҡыланмаҫ, тип ҡурҡҡандыр…
Был минут­та тамсы ла йәшәгем килмәй ине. Кеше түгел мин хәҙер! Теләһәләр – әрләйҙәр, теләһәләр – туҡмайҙар, теләһәләр – маҡтайҙар. Асыуым мине әҙәмгә һанамаған, ситкә ҡаҡҡан оло донъяға күсте. Мине береһе лә яратмай. Ә иң нығы – әсәйем… Артыҡмын уға. Миңә хат­та бер йылы һүҙе йәл. “Ҡустыңды ҡараныңмы?” “Ҡустыңды ашат­тыңмы?” “Ҡустыңдың өҫтөн алыштырҙыңмы?” “Күнегеүҙәреңде эшләнеңме?” “Дарыуҙарыңды ашаныңмы?” Минең менән булған һөйләшеүе ошо. Был барыбер йүнләп һөйләй алмай, тиҙер инде. Ярай, матур һүҙ­ҙәр әйтмәһен дә, иркәләмәһен дә ти, миңә бит уның бер йылы ҡарашы, башымдан һыйпап, йә арҡамдан ҡағып алыуы ла етә. Бигерәк тә кәрәклегемде тойоу мөһим. Хат­та хәҙер Илшаты ла мине еңеп алған. Ул әйткәнде генә эшләргә тейешмен. Әҙ генә ҡатыраҡ ҡыландыңмы, шунда уҡ әсәйгә ошаҡлай… Миңә тағы эләгә.
Элек дуҫтарым күп ине, хәҙер улары ла юҡ. Барыһына ла мин – “һаҡау”. Тәүге мәлдәрҙә мәктәпкә йөрөнөм мин. Уҡытыусылар ҙа: “Дәрестәрҙе тыңлап булһа ла ултырыр, иптәштәренән, йәмғиәт­тән айырырға ярамай”, – тинеләр. Тәүҙә барыһы ла яҡшы ине, әммә аҙаҡ, кемеһенән, нимәнән киткәндер, мыҫҡыл­лауҙар йышайҙы. Уҡытыусылар ҙа айырып ҡарай башланы. Мәктәпкә тамсы ла йөрөгөм килмәне. Дәрестәрҙә ултырыу минең өсөн ғазапҡа әйләнде. Көн дә илай торғас, өйҙә уҡырға күндерҙем мин атай-әсәйемде. Һуңғы ике йылда уҡытыусылар, үтелгән темаларҙы өйгә килеп, аңлата. Быйыл апрель урталарынан килмәнеләр ҙә. Программаны үтеп бөт­төк, тинеләр.
* * *
Оҙаҡ уйланғандан һуң, йәйгелеккә өйҙән китергә ҡарар ит­тем. Күҙ көйөгө булып йөрөгәнсе… Әсәйемә лә тынысыраҡ булыр. Атайымдан ғына бер аҙ шөрләйем. Июль аҙағында ғына ҡайтасаҡ. Киткәндә: “Әсәйеңде тыңлап йөрө, ярҙам ит”, – тип ҡат-ҡат киҫәткәйне бит. Атайымды алданым килеп сыға инде. Ҡайҙа китеремде лә беләм: баҡсалағы иҫке өйөбөҙгә. Унда әл­лә нисә йыл барғаныбыҙ юҡ, шуға ла мине унан эҙләргә баштарына ла инмәйәсәк.
Төшкөһөн, Илшат­ты йоҡлатҡас, кейемдәремде рюкзагыма тултырып, ишек төбөндәге шкаф эсенә йәшереп ҡуйҙым. Барғас та ашарға тип, икмәк-печенье һалып алдым, бешкән тауыҡ ите тураһында ла онотманым. Унан атайымдың электрон почтаһына, ҡыҫҡаса ғына хәлдәрҙе аңғартып, хат ебәрҙем. Ҡайҙа йәшәйәсәгемде уға әйтмәй булдыра алманым. Мине аңлар ул… Әсәйемдең йыйып ҡуйған еренән бер аҙ аҡса алдым. Уға ла записка яҙ­ҙым. “Әсәй! Мине эҙләмәгеҙ, көҙ еткәс, үҙем ҡайтырмын. Әсәй, әрләмә берүк, әҙерәк аҡса алдым, әммә уны мотлаҡ ҡайтарасаҡмын! Минең өсөн борсолмағыҙ, барыһы ла яҡшы буласаҡ…” Күңелемдә бер яҡтан ҡыйын, ни тиһәң дә йәйгелеккә генә булһа ла тыуған йортомдан, атай-әсәйемдән, ҡустымдан айырылам бит. Икенсе яҡтан, иңдәремдән ниндәйҙер ауыр бер йөк төшкәндәй. Үҙеңде артыҡ тойоп йәшәүҙән дә ауырыраҡ нәмә юҡтыр был донъяла. Хат­ты залдағы өҫтәлгә һалдым. Әсәйем, ғәҙәт­тә, залға һуңынан ғына инә. Уға тиклем сығып киткән булам.
Илшат менән ғүмерҙә уйнамағанса уйнаным: ул ат итеп тә йөрөнө мине, йәшенмәге лә ҡалманы, рәхәтләнгәнсе туп та типтек. Ярай әле күршеләр өйҙә юҡ, күптән килеп, ишек шаҡыған булырҙар ине.
Бешерерһең, тип әҙерләп кенә киткән ашты өлгөрт­төм. Әсәй ҡайтып, өсәүләп ултырып күңел­ле генә ашап алғас, һауыт-һабаны йыуҙым да, әсәй менән Илшат иғтибар итмәгән арала, ипләп кенә сығып та һыҙ­ҙым…
Вокзалда телефонға яңы симка алып ҡуйҙым. Бер кем дә белергә тейеш түгел минең ҡайҙалыҡты... (дауамы бар).
Хикәйәнең дауамын журналыбыҙҙың июнь һанында уҡырһығыҙ.
Артур Василов һүрәте.
Читайте нас: