Зәлифә әбей етмеш биш йәшкә етте, ҡан баҫымы күтәрелеүе менән яфалана, шулай ҙа шәп әле ул, йәштәр кеүек үк булмаһа ла, дәртләнеп донъя көтә. Бабайы Килмөхәмәт менән, һигеҙ балаға ғүмер биреп, матур, тәрбиәле итеп үҫтерҙеләр. Алтауһы башлы-күҙле булып, үҙ аллы йәшәп ята, ә бына ике улы, әллә заман шауҡымына бирелеп, әллә нимәгәлер һаман буйҙаҡ йөрөй.
Зәлифә әбей уртансы улының ҡыҙы Гөлмәрйәмде бигерәк ныҡ ярата. Уныһы ла гел өләсәһенә тағылып ҡына йөрөй, эштәрен эшләшә, күберәген янында йоҡларға ҡала. Ата-әсәһенә борсолаһы урын юҡ: тағы ла ике ҡыҙҙары бар, улары ата-әсәһе эштән ҡайтыуға сәй ҡайнатып, эштәрен бөтөп ҡуя.
Зәлифә әбей ошоға тиклем урманға әхирәте Сабира менән йөрөй торғайны, ул үткән ҡыш ҡапыл ауырып, аяҡтан яҙып, мәрхүмә булып ҡуйҙы. Шуғалырмы, быйыл гел генә үҙе менән Гөлмәрйәмде алып йөрөй. Урмандың һәр ағасын, үләнен таный һәм үҙе белгәнен ейәнсәренә өйрәтеп ҡалырға тырыша Зәлифә әбей.
Гөлмәрйәм яулыҡ ябынып, салбар кейеп алды ла, кескәй күнәктәрен эләктереп, өләсәһе артынан йүгерҙе. Зәлифә әбей ҡыҙҙарының салбар кейеүен өнәп бөтөрмәй, әммә, эш, бесән мәлендә шулай йөрөүе уңайлы икәнен күреп, өндәшмәй ҡала.
Ҡыҙыҡай өләсәһе менән Текәтауға барып, “һә” тигәнсе биҙрәһен көртмәле менән тултырҙы. Йыйған арала тауҙың исеме тураһында ла белеште. Ныҡ текә, хатта техника ла ауырлыҡ менән генә менгәнгә шундай атама алған икән был тау.
Ҡайтыуға боролдолар. Ауылға етәрәк йәшен атҡан ҡарағас ултыра, шуның тарихын әллә ҡасандан һорай алмай йөрөй ине Гөлмәрйәм. Әле ял итеп алыу һылтауы менән өләсәһенән ошо хаҡта һорай һалды. Бер аҙ уйланып ултырҙы ла: “Туҡта әле, мин һиңә был ағас тураһында әкиәт һөйләйем”, – тип, һүҙ башланы өләсәһе:
– Борон-борон заманда тип үк әйтмәйем, мин дә тыумаған булмағанмындыр ул ваҡытта. Ҡарҙар иреп, тау йылғалары ярһып китеп аҡҡан бер мәлдә тубырсыҡ орлоғонан бәләкәй генә үҫенте ер өҫтөнә ҡалҡып сыға. Ҙурая килә ул гел аптырана: “Ни өсөн эргә-тирәлә гел аҡ ҡайындар, мин генә сәнскеле икән?” – тип. Был һорауын ул һомғол ҡайындарға ла бирә. Улары гел былай яуаплай: “Алыҫ-алыҫта һинең туғандарың, ә ата-әсәйеңде балта-бысҡы тотҡан әҙәмдәр килеп өй нигеҙенә тип киҫеп алып ҡайтты. Ҡарағастың бүтән орлоҡтары үҙҙәренең бөтөүен һиҙгән һымаҡ алыҫҡараҡ осоп төшөп үҫеү яғын ҡараған, тик һин генә ҡырға китә алманың, бигерәк сибек кенә инең шул. Берҙән-бер бөртөк булғанға беҙ һине йылдың һәр миҙгелендә ел-дауылдарҙан һаҡлайбыҙ, урманыбыҙҙың бер йәме тип һанайбыҙ”. Был һүҙҙәрҙе ишеткән бәләкәй ҡарағас үҙендә ниндәйҙер көс тоя, киләсәктә тирә-яҡты йәмләп, оҙон-оҙаҡ йәшәйәсәкмен, ти.
Ҡайынҡайҙар шыбырлашып ботаҡтарын һелкетә. Шулай бер-береһенә терәк булып, урман йәшәй бирә. Тик кешеләр, ҡайындарҙы берәм-берәм ҡырҡып, утынға алып ҡайта тора, ағастар бик ныҡ һирәгәйә.
Ә бер ваҡыт... хатта иҫләүе лә ҡурҡыныс. Әллә ҡайҙан ҡап-ҡара болот килеп сыға ла тиҙ арала бар күк йөҙөн ҡаплап ала, ямғыр, борсаҡ яуа башлай, әйтерһең, ер менән күк тоташҡан, бер ни күренерлек түгел. Йәшен уты ялт та йолт итә. Ҡарағас, йәшенер урын эҙләгәндәй, тирә-яҡҡа ҡарана, тик уны ышыҡларҙай ҡайындар эргәлә юҡ. Ағасҡай борсола, нимәлер булыр кеүек тойола. Ярҙам һорағас, ҡайынҡайҙар ботаҡ-ҡулдарын һуҙа, тик буйҙары етмәй. Эх, аяҡтары булһасы, йәш ҡарағасҡа яҡын барып, йәшел шәлдәре менән ышыҡларҙар ине. Шул ваҡыт тирә-йүн яҡтырып киткәндәй була, ҡәһәрле йәшен уғы ҡарағастың күкрәгенә килеп ҡаҙала. Ағас “аһ” тип ҡала, ялҡын бөтә олонон ялмап ала. Ҡайындар, ярҙам итә алмауҙан әрнешеп, күҙ йәштәрен түгә. Ямғыр, урмандың был хәтлем үкһеүенә битараф ҡала алмай, биҙрәләп ҡойоп яуа башлай. Ут һүнә, ләкин ҡарағастың яртыһы тиерлек күмергә әйләнә.
Был тетрәндергес хәлдән һуң ҡарағас бик оҙаҡ иҫенә килә алмай. Урманда яңғыҙы ғына икәнен иҫләгәс, бирешмәҫкә тырыша, йәшәргә ынтыла. Тағы көҙ, ҡыш үтә. Яҙҙың йылы ҡояш нурҙарына ҡойоноп, ҡарағас йәшәү өсөн көрәшеүен дауам итә. Ниһайәт, бер мәл ярты ҡарағас ылыҫлана. Ҡайындар, ҡыуанышып, япраҡтарын елгә елберләтә. Бына шунан бирле нисәмә йыл һынмай һәм бирешмәй йәшәй ҡарағасҡай…
“Әкиәтем тамам, ҡыҙым, әйҙә, ҡайтайыҡ инде, олатайың көтә торғандыр”, – тигәс өләсәһе, Гөлмәрйәм һиҫкәнеп китте. Ул үҙенең уйҙарына сумғайны.
– Өләсәй, өләсәй! Беҙҙең ауылда ла ҡарағас кеүек кешеләр бар, эйе бит?
– Эйе, ҡыҙым, улар ҙа тормош ауырлыҡтарына бирешмәй көн күрә. Ә ҡайһы берәүҙәргә ошо ҡарағасҡа ҡарап фәһем алырға кәңәш итер инем мин, – тине күпте күргән Зәлифә әбей.
Тормош дауамы булған аҡыллы ейәнсәренә һөйөп тә, һоҡланып та ҡараны өләсәһе һәм улар етәкләшеп ауылға табан атланы.
Гөлиә АЙЫТБАЕВА, "Аманат"т йәш хәбәрсеһе.