+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
4 Август 2020, 18:26
Тыңлауһыҙ себеш (әкиәт)
Борон-борон заманда шаян Себеш йәшәгән, ти. Ул әсәһе Тауыҡбикәне бөтөнләй тыңламаған. Етмәһә:– Мин – батыр! Бер нәмәнән дә ҡурҡмайым, – тип, маҡтанып йөрөгән.
Әсәһе:
– Себешкәйем, бик яңылышаһың. Был донъяла яуыздар аңдып ҡына тора, һаҡ булырға кәрәк, – тигән.
– Ә мин барыбер уларҙан ҡурҡмайым, – тип, ғорур яуап биргән Себеш, нығынып та етмәгән кескәй ҡанаттарын ҡаға-ҡаға.
Әсәһен тыңламайынса, бер көндө был маҡтансыҡ урман буйлап сығып китә. Уға Төлкөбикә осрай:
– Ҡайҙа китеп бараһың, матурҡай? Ҡурҡмайһыңмы яңғыҙ йөрөргә?
– Һее, нимәнән ҡурҡайым, ти!?
“Бының менән ауыҙ буяп тороп булмаҫ”, – тип уйлаған да Төлкөбикә:
– Әсәйең өйҙә яңғыҙмы? – тигән.
– Эйе, яңғыҙы ғына, – тип яуап биргән аңра Себеш.
– Ярай, һау бул, батырҡайым, – ти ҙә, Төлкөбикә, яңғыҙ ҡалған Тауыҡбикә янына ашыға.
Себеш өйгә ҡайтып инһә, әсәһенең йөндәре генә ятып ҡалған, ти. Шунда ғына бахыр Себеш үҙенең тыңлауһыҙлығы арҡаһында етем ҡалыуын аңлап ҡала, әммә һуң була…
Руслан ЮНЫСБÀЕВ,
Әбйәлил районының
Рауил мәктәбе уҡыусыһы.
Читайте нас: