+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Август 2020, 20:05

Тел асҡысы

(хикәйә)– Балыҡ. Туғаным, йә, әйт әле балыҡ тип. Ба-лыҡ!– А-а.– А-а түгел, ба-лыҡ! Серле тиң әтеү, йә, сер-ле.– Э-е.

Үҙенән ике йәшкә генә бәләкәс ҡустыһын һөйләштерергә маташты Нәғим. Биш йәшен тултырһа ла, уныһы һуҙынҡы өндәрҙе генә мығырҙай ҙа ҡуя.
Улар, балаҡтарын төрөп, Инйәр буйында селбәрә тота. Нәғим, таш менән һыуҙы быуып, ҡамау эшләй ҙә, балыҡтарҙы шунда ҡыуалап индергәс, иләк менән һөҙә. Уның тотҡалы тимер
иләгенән һыу сөптөрләп аға. Ә Ғүмәр әсәһенең он иләген алып сыҡҡан. Уның балыҡ тотҡаны
ишетелмәй ҙә: һөҙөп тә ала, иләгендәге селбәрәләр ҡояшта көмөштәй йылтырап һикерешә
лә башлай.
Ем һалып, быуа эсендәге ҡомдо болғатып һыуҙы буръяҡландырһалар, селбәрәләр эркелеп килеп тә тула. Уларҙың, иләк төбөн ҡаплап, һикерешеп ятыуын күреп, Нәғимдең күҙҙәре шатлығынан маңлайына сығырҙай була. Иләгенән йырлап һыу аҡһа, дәртләнеп бейеп тә ебәрә. Үҙе Ғүмәрҙең иләгенән көлөп:
– һинең иләгең, дә үҙеңә оҡшап, телһеҙ. Йә, исмаһам, ба-лыҡ тип әйтеп өйрән. Ба-лыҡ! Юғиһә, һин дә ошо тел һеҙ серлеләр, йәғни селбәрәләр кеүек өйрәк еме буласаҡһың, – тип ҡурҡыта туғанын.
Ҡурҡыуҙан күҙҙәренә йәш төйөлгән Ғүмәр иләген ташлай ҙа яр башына ҡаса. Лығырлашып ятҡан ярты күнәк селбәрәне ағаһы өйрәктәргә һалыуы була, туя белмәҫ ас ҡорһаҡтар, ҡырағай
тауыш менән ҡажҡылдашып, дүртәрен-бишәрен бергә һоғона ла башлай. Бер-береһенең ауыҙынан тартып алып ашап, бөйөрләтәүҙәрен тултырғас, тегеләй-былай ҡайҡайышып, бер нисә аҙым туйтанлап та өлгөрмәй, йәшел сирәмгә ятып, йоҡлап та китәләр.
Был оңҡоттарҙан йәшереп, усына йомған балығын, йүгереп барып, йылғаға төшөрә Ғүмәр.
Һыуһыҙ оҙаҡ торғанлыҡтан, теге меҫкен йән биргән. Йәшәһен тип, һыуға ебәргән хәрәкәтһеҙ селбәрәне бер нисә көрпәс (ташбаш) тамаҡлап та ҡуя. Быны күреп, Ғүмәрҙең ҡурҡыуы тағы
арта: һөйләшмәһәң, бына нисек була икән. Ана, ағаһы ла шулай ти бит. Уныһын үҙе лә белә ул, көсләп һүҙҙәр әйтергә теләй, әммә мығырҙауҙан уҙҙыра алмай ҙа ҡуя.
Быйыл уҡырға барырға йөрөгән Нәғимдең һөйләшмәгән ҡустыһына ныҡ асыуы килә. Буйға
уны ҡыуып етеп килә, ә бер һүҙ ҙә әйтә белмәй, һаҡау! Нәғим уны юхалап та ҡарай:
– Йә, Ғүмәр, ә-сәй тип, әйт әле.
– Ә-ә.
– Эй, Алла, ә-ә түгел, ә-сәй! Әсәй тиһәң, кәнфит бирәм, – тип алдаштыра тегене, һөйләштергеһе килә шул ҡустыһын. Юҡһа, әсәһе менән атаһы араһында ла Ғүмәрҙең һаҡаулығы арҡаһында ыҙғыш та тартыш йышайҙы. Әсәһенең йыш ҡына балауыҙ һыҡҡан саҡтарын да күҙәтте ул. Ҡояштай йылмайып йөрөгән ҡәҙерле әсәһенең йөҙөн болот ҡапланы, кеткелдәп көлөп ебәреүҙәре лә ишетелмәй хәҙер. Атаһы ла үҙгәрҙе: бәйләнсеккә әйләнде. “Балтаны ниңә былай ҡуйҙығыҙ?”, “Ашыңдың тоҙо сыҡмаған” һәм башҡа мыжыуҙарҙы атаһынан ишеткәне лә юҡ ине. Етмәһә, урамға сыҡһа, малай-шалай мыҫҡыл итә.
Нәғимдәр, улар менән йыйылышып, Инйәрҙең балсыҡлыраҡ текә ярын соҡоп, төтөн сыҡһын өсөн өҫтөнән тишек тишәләр. Йәнәһе лә мейес торбаһы. Шулай әтмәләнгән мейес эсенә ҡоро-һары ботаҡ ташып ут яғалар. Берәй кәнсир һауытты табырға ғына ҡала шунан. Уны ҡом менән ышҡып йыуғас, һыу ҡойоп, селбәрәләрҙе шунда бешерәләр. Ә үҙҙәре:
– Балыҡ кеүек телһеҙ Ғүмәрҙе лә, шунда һалып, бешереп ашайбыҙ хәҙер, – тип көлөшәләр. Уларға ихлас ярҙамлашып йөрөгән өнһөҙ малай, илап, ихатаға инеп боҫа. Тегеләргә етә ҡала: рәхәтләнеп көләләр. Ике ут араһында ҡалған Нәғимгә уғата ҡыйын. Илап ҡасҡан туғаны ла йәл, дуҫтарһыҙ ҙа ҡалғыһы килмәй.
– Барыбер һөйләшә ул, ҡайһы бер һүҙҙәрҙе әйтә лә башланы инде, – тигән булып, үҙен тынысландырамы, малайҙарҙы ышандырамы Нәғим, аңламаҫһың.
Кәнсирҙәге балыҡты, тоҙһоҙ булһа ла, бүлешеп ашап, ҡәнәғәт таралышҡас, илауҙан буҫлыҡҡан Ғүмәрҙе Нәғим өйгә алып ҡайта. Үҙен уның алдында ғәйепле тойоп, туғанына яңы һүҙҙәр өйрәтә башлай. “Бесәй”, “сәй”, “тәтәй” тигәнгә “ә-ә” тип яуаплаған ҡустыһына асыулаyмай, сабыр ғына “дәресен” дауам итә. Сыҙамлығы бөтөп, сығырынан сыҡһа, тышҡа атлыға. Мөңөрәшеп торған быҙауҙары, баҡырышып йөрөгән һарыҡтары араһына инеп, уларҙың баштарынан һыйпап, үҙен тынысландыра.
…Ҡыҙыу бесән мәле лә етте. Нәғимдәр ҙә, малдарын урманға ҡыуып, ҡош-ҡортҡа көнлөк ем һалып, дүртәүләп бесәнгә йөрөй башланы. Әле салғы тотторорлоҡ булмаһа ла, бәләкәй тырмаһы менән бакуй әйләндереп, бесән йыйырға эшкингән Нәғим. Ғүмәр ҙә ағаһынан
ҡалышмай, шым ғына йөрөп, бесән әйләндерә.
Бер мәл шулай, йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра тигәнде үтәп, ҙур ғына кәбән ҡойғас, улар ҡайтырға сыҡты. Арығандар. Барыһы ла һөйләшмәй генә атланы, һыу кисергә булһа ла турараҡ булыр тип, улар йылға аша сығырға булды. Тырма-һәнәктәрҙе тотоп, арҡаһына аҙыҡ-түлек һалынған тоҡсай йөкмәгән аталары юл башланы. Уның артынан, балағын төрөп, Нәғим һыуға төштө. Һыңар ҡулына күнәк тотҡан әсәләре лә, Ғүмәрҙе яурынына ултыртып, кисеүгә инде. Таштан ташҡа бәрелеп аҡҡан Инйәр шундай таҙа, төбө үтә күренә. Ә ундағы ваҡ таштар, әйтерһең дә, хазина. Тулҡындар Ғүмәрҙе саҡырғандай, сылтырап-сылтырап баҫтырыш уйнай: “Әйҙә, Ғүмәр, төш беҙҙең янға. Бында рәхәт”. Ә аҡ таштар, бигерәк тә күҙҙе ҡыҙҙырып, өндәшкәндәй: “Күрәһеңме беҙ ниндәй матур, ҡояшҡа ҡыҙынып яттыҡ та, бына рәхәтләнеп һыу инәбеҙ, әйҙә беҙҙең менән”. Ваҡ таштар менән йылғыр тулҡындарҙың бейеүе малайҙы һоҡландырҙымы, әллә йылғаның гәлсәрҙәй саф һыуының йырлап ағыуы ымһындырҙымы, Ғүмәр:
– У-у-у, әсәй, ваҡ тастар кү-ү-ү-үп! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Көнө буйы бесән эшләп арыған, төрлө уйҙарға бирелеп килгән әсәһе иғтибарһыҙ ғына:
– Эйе, улым, ваҡ таштар күп, – тип яуапланы ла, ҡапыл быуындары йомшарып, саҡ ултыра
төшмәне. “Өнөммө был, әллә төшөммө, әллә ҡолағыма ишетелде инде?”
– Улым, нимә тинең? – тип ҡалтыранған тауышы менән Ғүмәрҙән саҡ һорай алды.
– Ваҡ тастар, аҡ тастар кү-ү-ү-үп, ивет!
Әсәнең ҡулынан төшөп киткән ҡап-ҡара, ҡоромланып бөткән күнәк, көнө буйы ут та ҡыҙҙырып, һыуға төшөргәндәренә һөйөнгәндәй, таштан-ташҡа бәрелә-һуғыла, күңелле көй
сығарып, ағып китте. Яурынында ултырған улын, ҡомалаҡтай еңел генә күтәреп, һыуға баҫтырған әсә:
– Ҡабатла әле, улым, ҡабатла әле, нимә тинең ул?
– Аҡ тастар, ыуаҡ тастар кү-ү-үп. Һыу йылы-ы-ы-ы. – Үҙе шунда уҡ шатлығынан ҡулына йылға таштарын йыйырға кереште.
– Тағы ҡабатла, балаҡайым! Ҡысҡыр бар донъяға! Аҡ ташта-а-ар тиң! Бөтә кеше лә
ишетһен!
– Аҡ таста-а-а-ар!!!
Тырма-һәнәктәрен ярға ҡалдырып, ике баҫырын бер баҫып, килеп еткән атаһы менән Нәғим
ағаһына ла Ғүмәр:
– Атай, ағай, бәләкәс тастар, аҡ тастар кү-ү-ү-үп, – тип ҡабатлап күрһәтте.
Һөйөнөсөнән күккә сөйгән атаһының көслө ҡулдарында Ғүмәр ҡоштай балҡып йылмайҙы.
– Ағай, мин хәҙер балыҡ түгел, ивет.
– Юҡ, туғаным, һин балыҡ түгел.
Иртәнән кискә тиклем эҫе ҡояш аҫтында эшләп арыуҙары ла һыпырып алғандай юҡ булды. Кисеүҙең ҡап уртаһында баҫып торған ғаиләнең бәхет тулҡындарында бәүелеүен йылға бөгөлөнә инеп күҙҙән юғалған ҡара күнәк тә туҡтата алманы.
Әлиә САМАТОВА.
Ләйлә Ғаянова һүрәте.
Читайте нас: