+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
12 Март 2021, 16:58

Һунар. Тамара Ғәниева

Ҡыйғыр бөркөт... Ҡаяла саңҡыған бөркөт... Бөркөттәй уҙаман...Бөркөт бейеклеге... Ниндәй генә сифаттар менән тасуирланмай был мәғрүр ҡош.

Башҡорт шиғриәтендә лә, бүтән халыҡтар ижадында ла уның образы киң ҡулланыла.
Асылда ҡыйыулыҡ, йылғырлыҡ, һауалы ғорурлыҡ һәм таһыллыҡ сифаттары бөркөткә сағыштырыла һәм был һис тә юҡҡа түгел.Тәбиғәт белеме китаптарында бөркөт йыртҡыс ҡош тип баһалана. Һауаны айҡап-байҡап, кинәнеп кәйелгәнен ерҙән күҙәтһәң, күңелде арбап, ниндәйҙер тойғолар биләп ала. Һоҡланғыс аһәң, әйҙәгес ынтылыш, тиҙлек һәм нәфислек бар уның күктәге һынында.
Ә инде, йәшен тиҙлеге менән томоролоп ергә атылыуы үҙе бер тамаша. Әммә уның халәте ерҙән күҙәткәндәрҙең күңелен күреү һәм тәбиғи матурлыҡҡа күҙен ҡыҙҙырыу түгел, был уның көн итмеше, йән аҫырау талабы – һайланған ҡорбанына һөжүм итеүе.
Балалар, ә һеҙҙең бөркөттө күргәне бармы? Күктәрҙе иңләгәнен, ҡаяла саңҡығанын, йә булмаһа, һунар иткәнен? Бәлки, юҡтыр. Был ғәжәп тә түгел. Борон заманда милләттәштәребеҙ көн күрешенең айырым үҙенсәлеге һаналған бөркөт аулау, өйрәтелгән бөркөт менән һунар итеү һәләте хәҙер тик риүәйәттәрҙә, оло быуын кешеләренең хәтирәләрендә генә ҡалған иҫтәлек.
Әммә кеше күңеле һәм уның нәҫел хәтере шундай ғәжәйеп төшөнсә ул. Матурлыҡ, батырлыҡ, таһыллыҡ, изгелек кеүек хәтирәләрҙе ул ниндәйҙер эске ғорурлыҡ һәм һағышлы иҫтәлек итеп һаҡлай. Башҡортостанда бөгөн бөркөт менән һунарға сыҡҡан уҙамандар бармы икән? Минең иһә күргәнем дә, ишеткәнем дә булманы ундай кешене. Заманса ҡоралланған әҙәмдәрҙең вертолетҡа ултырып, һунар тыйылған төбәктәрҙә ҡырағайҙарса ҡараҡлыҡ ҡылғаны ишетелеп ҡала. Анау бер йылды шундай ҡомһоҙ кешеләрҙең нәфселәрен тыя белмәүҙәре арҡаһында вертолеттары-ние менән һәләкәткә осрауҙары хаҡында хәбәр иткәйне гәзиттәр. Бөркөт менән һунар итеү үҙе бер һөнәр һәм ләззәт, тип һәйләгәйне миңә бер таныш бабай. Өлкән йәштә ине ул бынан байтаҡ йылдар әүәлерәк осрашҡан мәлдә.
Ә күҙҙәре бына әле лә хәтеремдә. Осҡор ҙа, йәш тә ине бабайҙың ҡарашы.
–Ҡырағай ҡошто ҡулға эйәләштереүе, уныһынан да бигерәк һунарға өйрәтеүе, ҡыйындыр, – тип һорағайным мин унан?
–Бөркөттөң үҙен аулап алыу бигүк ҡыйын түгел, – тип һөйләне Ҡәҙерйән бабай.. – Һунарсы итәм тиһәң, таҫыллыҡ, сабыр түҙем кәрәк. Йәш бөркөттө аулап алғас, башына күҙен ҡапларлыҡ итеп башлыҡ кейҙерәләр ҙә аяғына бау бәйләп ҡуялар. Күреү һәләтенән мәхрүм ителгән ҡошто ваҡыты-ваҡыты менән бауынан тартып, хатта төнөн дә, теңкәһенә тейеп торалар.Етмәһә, ас тоталар үҙен. Бер аҙ ваҡыттан бөркөттөң башлығын сисәләр ҙә ит киҫәге һоғондоралар. Инде яҡты донъяны күреүҙән төңөлә яҙған ҡош, күҙе асылып, тамағы туйғас, рәхәтлек һәм ләззәт кисереп кинәнә.Бындай бәхетте бүләк иткән йән эйәһе – кеше үҙе лә янында ғына тора.Һәм бөркөт кешегә инаныс, өмөт менән ҡарай башлай. Торараҡ, ҡошҡа азатлыҡ тәмен баһалау, хужаны бөтөнләйгә ташлап китмәҫлек итеп осоу мөмкинлеге бирелә.
Һунар иткәндә табышын да хужаһына килтереп тапшырырға тейеш ул. Быныһына ла ҡошто яйлап өйрәтәләр.
Яңынан күҙен бәйләйҙәр бөркөттөң. Асыҡҡас алдына бауға бәйләнгән төлкө йә ҡуян ҡарасҡыһын һалалар. Ҡоштоң күҙҙәрен сисеү була, ул тәбиғи инстинкт менән йәнлеккә ташлана. Тиҙ генә тоттормайҙар, тегеләй ҙә, былай ҙа “ҡасырып” йөрөтәләр ҡарасҡыны. Ә инде бөркөт, еңеүсе ҡиәфәтендә табышына тырнағын батырғас ҡына, йәнлекте хужа үҙ ҡулына ала ла, “һунарсыға” ит киҫәге бирә.
Ана шул рәүешле, оҙайлы һәм эҙмә-эҙлекле өйрәтәләр бөркөттө һунарға йөрөргә.Шул рәүешле дуҫлаша ҡырағай йыртҡыс ҡош кеше менән.Ул артабан һунар ваҡытында ла тоғро була өйрәтелгән ҡағиҙәләргә. Бейеккә күтәрелеп үткер күҙҙәре менән ерҙе, урман араларын байҡай, табышына йәшен тиҙлеге менән ташлана, әммә һыбай хужаһы килеп еткәнсе уны ботарламай, ғорур ҡош йәнлекте рәхмәтле буйһоноусанлыҡ менән кешегә тапшыра һәм ит киҫәге менән бүләклләнә.
Ирек, азатлыҡ төшөнсәһе үтә татлы кисереш ул. Уның тәмен бер татыһаң, киренән бәйгә эйәләшеү бик ҡыйын. Шуға ла кеше бөркөттә ана шул азатлыҡ тойғоһо уяныуҙан ҡурҡа. Ваҡыты-ваҡыты менән күҙен бәйләй, ваҡыты-ваҡыты менән бәйҙә тота. Әлеге лә баяғы иркенлектең ҡәҙерен баһаларға өйрәтә ул бөркөттө.
Бөркөт һунарының да үҙ ваҡыты бар. Ергә йәш ҡар һибелгән, тәбиғәттең һалҡыная башлаған сентябрь-октябрь айҙары. Йәй буйы хужаһы янында бәйҙә йәшәп, бер аҙ ялҡаулана төшкән һунарсы бөркөт көҙ еткәнен үҙенсә һиҙенә: тынғыһыҙлана, саңҡып-саңҡып ҡуя.
... Ҡәҙерхан бабай ошоларҙы һөйләне лә һағышланып өндәшмәй ултырҙы.
Урал тауҙары, һунарға йөрөгән урындары иҫенә төшкәндер.
- Әле лә бармы бөркөтөң?- тип һорайһы иттем мин унан.
- Юҡ. 4 йыл бергә ғүмер иткән Бөрйән исемле бөркөтөмдө бынан ун биш йылдар тирәһе элек атып алдылар.
..
- Әрәм булған...
- Әрәм булды... Һуңғы йыллдарҙа бәйҙә лә тотмай инем. Ныҡ эҫенешкәйнек беҙ уның менән.Һунар ваҡытында табышын ҡыуалауға әүрәп, алыҫҡа оса ла аҙашып та ҡуя ине.Ҡайсаҡта “Бөрйән! Бөрйән!” тигән тауышҡа әйләнеп килә, ҡайсаҡ берәр аҙна юғалып торһа ла йортобоҙҙо юллап ҡайта ине.
Ә теге Бөрйән юғалған көҙҙә, һунар ваҡытында тау итәгенә томан төштө. Уйнаҡлап кинәнеп осто бөркөт тәүҙә һауала. Ул тирәлә ҡыр кзәһе көтөүҙәре бар ине. Күҙәтеп торҙом: кәйелде-кәйелде лә ҡапыл ергә атылды. “Их, кәзәгә алданды, төлкө кәрәк ине!” – тип уйланым. Сөнки мин уның ниндәй йәнлеккә ташланғанын хәрәкәтенән үк таный инем инде. Елдерҙем уның артынан.Әммә инә төлкөнө аралап алырға ата төлкө ташланған булһа кәрәк, айҡашҡан урындары бар, ике төлкө эҙе лә ярылып ята. Арыраҡ икеһе ике ары ҡайырылған. Бөрйән иһә, моғайын, икеһенең береһен эҙәрлекләп киткәндер. Ул арала томан да ҡуйырҙы. Юҡ булды бөркөтөм.
Аҙна-ун көн көттөм мин уны. Ай булып китте.Юҡ. Бөрйәндең юғалыуын тирә яҡ ауылдарға ла хәбәр иттем.
Ай ярым тирәһе ваҡыт үткәс, үҙебеҙҙән ун биш саҡрым тирәһе ерҙәге ауылда берәүҙең бөркөт атып алыуы хаҡында һөйләнеләр.
Бөрйән булып сыҡты ул...Иркенлек, азатлыҡ тойғоһон, әйттем бит, бигерәк татлы тип. Аҙашыбыраҡ йөрөгән-йөрөгәндер ҙә кире ҡайтмаҫҡа булғандыр бөркөтөм. Кешенең кәзәһенә ташланған булған. Ҡыҙыулыҡ менән атҡан да алған мал хужаһы...
Беҙҙең тирәлә хәҙер бөркөт аҫыраған кеше юҡ. Хәҙер һунарҙы ла тыялар. Булған ғына урман кейеген ҡырып бөттө тиерлек браконьерҙар. Ә ғорур ҡошто яурыныңа ултыртып сәхрә иңләү үҙе бер ғүмер ине ул.
... Мин һунарсы түгел. Тәбиғәтте яратыусы бер кеше генә. Тик нишләптер, телевизор экранында йә һүрәттә бөркөт һынын күрһәм, күҙ алдыма яурынына бөркөт ҡундырған Ҡәҙерйән бабай килеп баҫа. Күңелем тулҡынланып, әҫәрләнем китәм.Тимер кеүек тырнаҡлы, көслө ҡанатлы, йыртҡыс тип һаналған ҡошто үҙеңдең ихтыярыңа буйһондороу үтә лә таһыллыҡ һәм егетлек инде ул.
Читайте нас: