+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Ғинуар 2022, 16:05

Етем ҡолон. Хикәйә

Аҡйондоҙ илаған тауышҡа тертләп уянып китте. Ул башын ҡалҡытмай ғына бүлмәһенең эсенә күҙ йөрөтөп сыҡты. Яҡтырған. Ҡорған ситенән генә ҡояш нуры тап уның ятҡан урынына төшә. – Кем илай, нимә булды икән? – тип урынынан ҡыбырларға ҡурҡып, тыңлап ятты.

Етем ҡолон. Хикәйә
Етем ҡолон. Хикәйә

Аҡйондоҙ илаған тауышҡа тертләп уянып китте. Ул башын ҡалҡытмай ғына бүлмәһенең эсенә күҙ йөрөтөп сыҡты. Яҡтырған. Ҡорған ситенән генә ҡояш нуры тап уның ятҡан урынына төшә.

– Кем илай, нимә булды икән? – тип урынынан ҡыбырларға ҡурҡып, тыңлап ятты.

– Ниңә генә, тик беҙгә ебәрәһең бәлә-ҡазаңды, Хоҙай Тәғәләм – тип һөйләнә-һөйләнә илауланы әсәһе.

– Бәй, нимә булды икән, әсәһе ниңә илай? Ул урынынан торорға ҡыймайыраҡ ятты. Ә әсәһе илай-илай күнәген ҡулына алып, һыйыр һауырға тип, тышҡа сыҡты.

Шуны ғына көтөп ятҡан кеүек, Аҡйондоҙ ҙа урынынан һикереп торҙо ла тәҙәрәнән тышҡа ҡараны. Бер нәмә лә үҙгәрмәгән кеүек, бөтәһе лә урынында.

Йәһәт кенә кейенде лә, ул да тышка сыҡты. Аҡйон­доҙҙоң сыҡҡанын көтөп торғандай, әтәс донъя яңғыратып ки-ки-ри-күүүүүүүүүк – тип, һөрәнләп тә ебәрҙе.

– Сәләм, сәләм, хәйерле иртә, – тип яуапланы ул әтәскә.

Аяҡ аҫтында өйөрөлөп йөрөгән ҡаҙҙарға, тауыҡтарға саҡырып, ем һипте, һауыттарына һыу ҡойҙо. Ә үҙе, һыйыр һауып ултырған әсәһен, ситтән ге­нә күҙәтте.

Ҡайнар йәше бит­е буйлап тама, үҙе тауышһыҙ ғына шыңшып илай ғәзизе. Шул ваҡытта атаһы һарай артынан килеп сыҡты. Уның да күҙҙәре ҡыҙарған, кәйефе бөтөнләй юҡ. Аҡйондоҙ бер ни ҙә аңламай. Үҙенең йөрәге йыш-йыш тибә, ә ата-әсәһенән һорарға ҡыймай.

Әсәһе һөт тулы күнәген тотоп өнһөҙ генә өйгә ыңғайланы. Атаһы һыйыр, һарыҡтарҙы ялан кәртәнән ҡыуып сығарып көтөүгә алып китте. Аҡйондоҙ нимә уйларға ла белмәй, ҡапҡа эсендә тора бирҙе.

Ҡапыл уның иҫенә, кисә кис кенә ҡолонлаған бейәләре килеп төштө. Кисә бит, һуң булғас бәләкәсте күрмәне, атаһы иртәнсәк күрерһең, тигәйне. Ҡайҙа әле, йәһәтерәк барайым янына, ялдарынан иркәләтәйем ҡолонҡайҙың, тип шатлығы эсенә һыймай, һарай артындағы аҙбарға йүгереп сыҡты.

Хәрәкәтһеҙ ятҡан бейә эргәһендә, бәләкәс кенә ҡолондоң еҫкәнеп торғанын күреп, ул өнһөҙ ҡалды.

Атаһы менән әсәһенең ни өсөн кәйефтәре юҡлығын, шунда уҡ аңланы ул. Ә бахыр ҡолонсаҡ, хәрәкәтһеҙ ятҡан әсәһенең кәүҙәһен мороно менән төртөп, бер туҡтауһыҙ имергә эҙләй. Аҡйондоҙҙоң ҡайнар йәштәре битен бешереп ергә .

Ул етем ҡалған ҡолонсаҡты шул тиклем йәлләне, ҡосағына алып, йыуатҡыһы килде.

 Шул ваҡытта атаһы эргәһенә килеп:

– Илама ҡыҙым, килер бәлә шуның менән бөтһөн инде. Кисә бейәбеҙ ауыр ҡолонланы шул, укол сәсһәм дә ярҙамы теймәне.

Бахыр малҡай бәләкәсен беҙгә ҡалдырып китте.

Етем ҡалған ҡолон әсәһенең үлеменә ышан­мағандай, ниндәйҙер өндәр сығарып, хәрәкһеҙ ятҡан кәүҙәне мороно менән төрткөләне. Үҙ телен­дә: ”Әсәй тор, тор инде, мин асыҡтым, ашағым килә” – тигән кеуек булды Аҡйондоҙға.

– Бар, ҡыҙым, әсәйеңә әйт, шәкәр һболғап, һөт әҙерләһен ҡолонҡайға, асыҡҡандыр, имгеһе килә бит, – тине атаһы ҡыҙына. Ҡыҙ шуны көткәндәй, өйгә ҡарай йүгерҙе.

Әсәһе әҙерләп биргән һөттө, имә белмәһә лә, яйлап өйрәнде бәләкәс.

Әленән-әле уға әҙләп кенә һөт эсереп тор­ҙолар. Исемде лә иркәләтеп кенә, “Бәләкәс” тип ҡуштылар.

Көн дә яңы һауған йылы һөт эсерә торғас, ҡолонҡай күҙгә күренеп, ирәйеп, уҫеп китте. Яйлап ҡына, улән дә йолҡоп ашай башланы. Аяҡтары оҙон булғас, улән уртларға буйы етмәй, ыҙалап та алды малҡай.

Етемлекте тоймаһын өсөн, һөттө йәлләмәне әсәһе, һыйырҙы һауыу менән йылы ғына килеш, иң беренсе  уға эсерергә тырышты. Ялдарынан һыйпап, арҡаһынан һөйөп алырға ла онотманылар. Шуныһы ҡыҙыҡ, ҡолонсаҡ һыйыр һөтөнә генә тугел, һыйырҙың үҙҙенә лә ныҡ эҫенде лә ҡуйҙы. Һыйырҙарҙы көтөүҙән, кешнәп-ҡыуанып ҡаршы алһа, ә аттарҙы күреү менән ҡурҡып ҡасты.

Бәләкәс әкиттәге Буян кеүек көндән-көн үҙгәреп үҫте лә үҫте. Ә Аҡйондоҙ уға ҡарап һөйөндө генә. Үҫеп етерһең дә, Аҡбуҙатҡа әйләнерһең, мине ултыртып алып, бар доньяны бергәләп урап сығырбыҙ, эйеме, Бәләкәс, – тине ҡолонсағының муйынынан ҡосаҡлап.

 

Сөмбөл ЙОСОПОВА,

Учалы районының Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол мәктәбе уҡыусыһы.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: