+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Март 2022, 11:05

Тун

Илдә еңеү өсөн ҡаты һуғыш бара. Ир-аттың барыһы ла һуғышҡа алынып бөттө. Гәлсәрҙәй һыулы Инйәр йылғаһы ярҙарына ышаныслы терәлеп ултырған Аҙау ауылында тик ҡатындар, бала-саға ла, бәлтерәшкән ҡарт-ҡоро ғына ҡалды. Ҡайҙа ла аслыҡ-яланғаслыҡ хөкөм һөрә. Дөрөҫөрәге, үлемесле аслыҡ. Иртәнән ҡара төнгәсә ер һөрөп, сәсеп, сәселгән ерҙәрҙе эшкәртеп, көн күрелһә лә. Тылдағыларҙың үҙҙәренә аҡтыҡ ризыҡ ҡалһа – ҡалды, бөтөн булған аҙыҡ запасы фронтҡа, яу ҡырына, Еңеү өсөн оҙатылды.

Тун
Тун

Илдә еңеү өсөн ҡаты һуғыш бара. Ир-аттың барыһы ла һуғышҡа алынып бөттө. Гәлсәрҙәй һыулы Инйәр йылғаһы ярҙарына ышаныслы терәлеп ултырған Аҙау ауылында тик ҡатындар, бала-саға ла, бәлтерәшкән ҡарт-ҡоро ғына ҡалды. Ҡайҙа ла аслыҡ-яланғаслыҡ хөкөм һөрә. Дөрөҫөрәге, үлемесле аслыҡ. Иртәнән ҡара төнгәсә ер һөрөп, сәсеп, сәселгән ерҙәрҙе эшкәртеп, көн күрелһә лә. Тылдағыларҙың үҙҙәренә аҡтыҡ ризыҡ ҡалһа – ҡалды, бөтөн булған аҙыҡ запасы фронтҡа, яу ҡырына, Еңеү өсөн оҙатылды.

Күп хужалыҡтар мал-мөлкәтен хөкүмәткә тапшырҙы. Йортта тик ваҡ-төйәк ҡош-ҡорт ҡына тороп ҡалды. Ә Хәҙисә инәйҙең урамында бөтөнләй бер нәмә лә юҡ тип әйтергә булыр ине лә, әлдә генә бер нисә бөртөк тауығы бар.

Апрель тыуып, көндөҙ күңелле тамсылар бейешеп торһа ла, нишләптер, яҙға оҡшамағанса, һалҡын. Өйҙә ете йәшлек ейәне Ҡадир ғына. Ул барыһына ла: “Миңә һигеҙ йәш!” – тип, ҡабатларға ярата. Тик ул сама йәш уға йәйен генә туласаҡ шул. “Әгәр ҙә быйыл һигеҙ тула икән, улайһа һигеҙ йәшлек тип, һанарға ла була инде мине,” – тип, уйланы Ҡадир. Өләсәһе: “Ҡадир исеме ғәрәп телендә “көслө” тигәнде аңлата,” – ти. Ғәрәп телен белмәһә лә, малай, өләсәһе менән килешә. Ғәрәпсә өләсәһе генә уҡый белә шул. Уның ҡарауы, Хәҙисә инәй урыҫ телендә уҡый ҙа, яҙа ла белмәй. Ярай әле, ижекләп булһа ла Ҡадир уҡый белә. Күптән мәктәпкә лә барғаны юҡ. Ҡышҡы һалҡындар етте, ә йылы өҫ һәм аяҡ кейеме юҡ уның. Әле Ҡадир атаһының һарыҡ тиреһенән тегелгән бүркен ҡулына алды. Эххх, атаһын шул тиклем ныҡ һағыныуы!.. Был бүректе атаһы сатнама һыуыҡтарҙа ғына, алай ҙа бик-бик йыраҡҡа барырға тура килгәндә генә, кейә торғайны. Был бүрек хатта атаһына ла ҙур ине, ҡатлап, түбәтәй кейеп алһа ла. Ярайһы уҡ туҙған, ә шулай ҙа ташларға бер кемдең дә ҡулы бармай.

Иң эре сыбар тауығын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, урамдан өләсәһе килеп инде. – “Бына бит ниндәй ул, – тип, зарланды өләсәһе, – йомортҡа һалыуҙан туҡтап, йәшенеп ултырыуы етмәгән, себеш баҫырға самалап, башҡа тауыҡтарҙы оялтып, ҡурҡылдап та йөрөй. Был тауыҡтан күрмәксе, башҡалары ла йомортҡа һалыуҙан туҡтап ҡуймағайы! Бынауындай заманда күҙ терәп торған нәмә – йомортҡа – беҙгә шул тиклем кәрәк тәһә!..” – тип, үҙе йәне көйөп һөйләнде.

Ҡадир, көтөлмәгән хәлдән, бүректе иҙәнгә төшөрөп үк ебәрҙе. Өләсәһе тауыҡты иҙәнгә баҫтырҙы ла, тирә-яғына аптыранып, ҡарана-ҡарана: “Хоҙайҙың был йән эйәһен ҡайҙа ғына урынлаштырырға инде?” – тип һөйләнеп, уйға ҡалды. Сыбарҡай юғалып ҡалманы: ҡапыл ғына бүрек эсенә инеп тә ҡунаҡланы. Үҙе ҡурҡылдай-ҡурҡылдай, эшлекле ҡиәфәттә, ҡорһаҡ тирәһенән мамыҡ-ҡаурыйҙарын йолҡҡолап, бүректең төбөнә йәйә лә башланы. Яңы оя таптым, йылыта һалайым, тип уйлағандыр күрәһең. Өләсәй, аптырауҙан, бот сапты. Шулай ҙа яңы ғына эләктергән ояһынан тауыҡты ҡыуып торманы, тышҡа йүгереп сығып китте. Бер тырыз йомортҡа тотоп, яңынан килеп инде. “Бына, теүәл һан булһын өсөн, күршеләрҙән бер нисә дана алып торорға тура килде...” – Күҙҙәре менән Сыбарҡайҙы эҙләп, үҙе зарланып та алды. Уңарса булмай, тауыҡ, йылы бүрек эсендә, һике аҫтында ултыра ине инде. Үҙе күңелле генә ҡытҡылдаған тауыш сығара биреп ҡуя. Ояһына әрһеҙләшеп килеп ингәне өсөн тауыҡҡа бер ҙә асыуланып торманы өләсәй. Һике аҫтынан бүреге-ние менән бергә һөйрәтеп сығарҙы ла, килтергән йомортҡаларын бер-бер артлы тауыҡ “оя”һына тултырып та ҡуйҙы.

 – Алла бирһә егерме бер көндән беҙҙең егерме бер себешебеҙ буласаҡ, – тип, сөкөрҙәне өләсәһе, Ҡадирға киң йылмайып. – Фронтҡа, атайыңа ла яҙырға кәрәк был ҡыуанысыбыҙ тураһында. Ҡәһәр һуҡҡыр фашистарҙы еңгәнсә яңы тауыҡтар менән көн күреүе лә беҙгә еңелгә тура килер, балам, – тип, доғаларын уҡый-уҡый, бүректе яңынан һике аҫтына этеп, индереп ебәрҙе. Тауыҡҡа яҡын барырға, уға ҡамасауларға ярамағанлығын аңлатып, малайҙы бик ҡаты иҫкәртеп, тыйып ҡуйҙы өләсәй.

Алдынғы хеҙмәте өсөн колхоздан килененә бүләк ителгән диуарҙа эленеп торған йыртмалы календарға күҙ һалды. Өнһөҙ генә нимәлер һананы ла ҡәнәғәт йылмайып, үҙенә-үҙе баш ҡаҡты.

Теп-теүәл беренсе майға тап килтереп, себештәр морон төрттө. Әйтерһең дә, календарҙың ҡыҙыл көнөн улар ҙа байрам итергә теләй! Йомшаҡ ҡына һарыҡай  йомғаҡтар сипылдашып-йүгерешеп, һике аҫтына бер инде, бер сыҡты. Ҡайһылары,  батырайып китеп, мейес буйына ла бара башланы. Өләсәһенең “Кендектәре йүнәлгәнсе  себештәр йылыла торорға тейеш,” – тигән һүҙенән Ҡадир аптырап ҡалды: бәй, уларҙың да кендеге буламы икән ни? Колхозда мал духтыры булып йөрөгән Нүрзилә апайҙың әйтеүенсә, баҡтиһәң, себештәрҙең дә кендеге була икән дә?!. Шуға ла уларҙы тәүге аҙналарҙа йылыла ғына тоторға кәрәк. Юғиһә, һыуыҡ тейеп, ауырыуҙан үлеп ҡуйыуҙары ихтимал.

 Торараҡ себештәр, бешеп төйөлгән бәрәңге әрсентеһе ашай башланы. Эээх, әгәр мин себеш булһам, мин дә улар һымаҡ тамаҡ туйҙырыр инем дә бит, – тип, һәр ваҡыт ашағыһы ғына килеп торған Ҡадир, ауыр һулап, көрһөнөп ҡуйҙы.

Бер нисә көндән себештәр көндөҙ генә тышҡа, йылы ҡояшҡа сыға башланы.

“Һыы, бер взвод булып йүгереп йөрөйҙәрсе, –  тип уйлап ҡуйҙы Ҡадир, себештәргә ҡарап. Атаһының хаты буйынса, взводтың нимә икәнен белә малай. Атаһы яҙыуынса, уларҙың взводында утыҙ яугир булған, шуларҙың ун етеһе генә иҫән тороп ҡалған.

Ауылда иң көтөп алынған ваҡиға – фронттан килгән өсмөйөшлө хаттар. Тик бәлә шунда – ауылда ҡалған оло йәштәгеләрҙең барыһы ла уҡый-яҙа белмәй. Ә кемдәр уҡый белә – улары барыһы ла көндөҙ эштә. Ошондай уҡ хәл Хәҙисә инәй ғаиләһендә лә. Уның ҡарауы был ғаиләлә ижекләп булһа ла уҡый белгән беренсе синыф уҡыусыһы –  ирмәк кенә малай үҫә. Ауыл муллаһы булып йөрөгән уҡый-яҙа белеүсе Харис бабай булмағанда, фронттан хат алыу менән йыш ҡына ауыл ҡарттары ошо малайға йүгереп килә.

Яҙҙың йәмле бер көнөндә Хәҙисәнең улынан – Ҡадирҙың атаһынан – фронттан яҙған хат килеп төштө. Инәй, хатты тотоп, шунда уҡ ейәненә йүгереп килде. Малай етди ҡиәфәттә өҫтәл артына барып ултырҙы. Иң тәүҙә  ҡабаланмай ғына иғтибар менән өсмөйөш хаттың тышына яҙылғандарҙы тикшереп сыҡты. Йыйылышып киткән күрше-тирә әбейҙәр түҙмәй, малайҙы тартҡылай ҙа башланы. “Йә инде, уҡый һал,” – тип ҡабаландырҙы. Малай, ошо мәлдең мөһимлеген һәм унан да былайыраҡ үҙенең баһаһын аңлап, өсмөйөш хатты асып ебәрҙе. Нимәнелер уҡыр алдынан етди генә тамаҡ ҡырып алған Харис бабайҙан күрмәксе, Ҡадир ҙа  йөҙөнә ололарса ҡиәфәт сығарып, ҡайһы бер таныш булмаған һүҙҙәр осрағанда абына-һөрлөгә ижекләп, хатты уҡый башланы.
Малайҙың интонацияһы буйынса бер аҙҙан барыһы ла аңланы – хат тамамланыуға табан килә.

– Әллә бөттө ләме? – Шәһернисә әбей түҙмәй, аҙарынып, һөрән һалды.

Ҡадир шул саҡ, тамағын ҡырып, бик етди генә һүҙен артабан дауам итте: “Тағы ла, ҡәҙерлеләрем минең, шуны әйтергә теләйем, ниңә ыҙалап, ул тиклем себештәр аҫырарға инде һеҙгә. Хәҙерҙән үк уларҙы һуйып ашарға, ә себеш тиреләренән Ҡадирға тун тегеп бирергә кәрәк. Әйҙә, бала мәктәпкә йөрөһөн!..”

     Кисен эштән хәлдән тайып ҡайтҡан, шунда уҡ тәгәрәп йоҡлап киткән әсәһе был хатты иртәнсәк эләктереп алды. Ул эшкә сығыр алдынан өйҙә тағы ла күрше-тирә әбейҙәре өймәкләшеп-йыйылышып, хатты яңынан ҡысҡырып уҡып сығырға, тип даулашты. Әсәһе быларҙың үтенесен үтәргә була, хатты ҡысҡырып уҡып ебәрҙе. “Күрше-тирәгә сәләмдәремде күндерегеҙ. Ошонда хатымды тамамлап торам,” – тип, хатты уҡып бөттө.
–Ә себештәр тураһында ҡайҙа?.. – тип, түҙемһеҙ  Шәһернисә инәй һорай ҡуйҙы.

 –Ниндәй себештәр тураһында тағы ла? – Әсәһе аптырап китте.

–Һин бит хатты тулыһынса уҡыманың?!. – тип, Шәһерниса инәй түҙмәй, һүҙ    ҡыҫтырҙы. Ҡатындар хатты яңынан уҡып сығырға үтенде. Шунан тағы ла, тағы ла... Ә себештәр тураһында бер ниндәй ҙә ләм-мим һүҙ юҡ!

     Был ваҡытта Ҡадир мейес артына йәшенеп, боҫҡайны инде. Хәлде аңлап ҡалған ҡайһы бер инәйҙәр, бер-береһенә ҡарашып, йылмайышты. Ә Ҡадир, үкһеп ебәрмәҫ өсөн, ҡаты итеп ҡулын тешләп, өнһөҙ генә һыҡтай ине. Шул мәлдә малайҙың күҙ алдынан атаһының талсыҡҡан, әммә шат йөҙө салынып киткәндәй булды:

–Ҡайғырма, улым, беҙ дошманды еңдек! – тигәндәй булды уға ҡәҙерлеһе.

...Ә йыртмалы календарҙа 1945 йылдың 9 майы ине.

 

Урал МӨЛӨКОВ.

Зөбәржәт ЯҠУПОВА тәржемәһе.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: