+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Июнь 2022, 13:11

МЫШАР

Мышар ағасы йәй башында ап-аҡ сәскә атып хайран итте. Башҡа ағастар сәскәләрен ҡойғанда баҡсаны йәмләне.

МЫШАР
МЫШАР

Яҙын баҡсалағы муйыл, алма, груша, сейә ағастарының шаулап сәскә атҡан сағы. Сәскәләрҙең хуш еҫтәрен тойған бал ҡорттары гөж килешеп бал йыя. Сәскәнән - сәскәгә елпенешеп күбәләктәр ҡуна. Ҡоштар ҙа был ағастарҙы маҡтап, берен-бере уҙҙырып сут-сут килеп һайрай. Ғәжәп....хатта үткән бер әҙәм сәскәгә күмелгән ағастарға һоҡланмайынса уҙмай. Кескәй генә бала: «Тәтәй, тәтәй», –тип матур уйынсыҡтай күрә сәскәләрен.
Баҡса тантана итә. Тик мышар ғына йәшелләнде лә, сәскә атманы.
– Э-э-эх ...мин дә улар менән шатлыҡ кисерһәм ине, – тип бошондо. – Йыл да һуңға ҡалып сәскә атам, емештәрем дә ҡышын ғына бешә.... Яңы саҡ сәскәмә бөрөләндем генә...Йылы ла етмәй буғай... Исмаһам мине йәлләһәсе береһе, тип күккә ҡараны. Ҡояш апай баш осонда тора икән.
– Һаумыһың!? Бар тирә-йүн яҙ килеүенә шатланғанда йөҙөң борсоулы, ни булд-ы-ы, мышарҡайым? – тине ғәжәпләнеп Ҡояш.
– Минең дә башҡа ағастар кеүек бик-бик сәскә атаһам килә. Тик..тик бөрөләрем асылырына йылылыҡ аҙ...Һиңә оҡшамайыммы ни, Ҡояш апа-ай? Наҙҙарыңды башҡа ағастарға күберәк бирәһең, ә миңә... – тигән мышар үпкәләп.
– Ә-ә-ә... бына ниңә күңелһеҙ ултыраһың икә-ә-ән. Берегеҙҙе лә айырып ҡарамайымсы... Уларға иртә яҙҙағы йылым етә, ә һиңә нурҙарымдың ҡыҙыу көсө кәрәк. Йәй баштарында ялҡынланып ҡыҙыу янам. Әлегә япраҡтарыңды йәшәртеп баҡсаны матурлайһың. Һиндә генә шундай матур япраҡтар бит, матурҡайым!
– Япраҡтарым матурмы ни-и-и?!
– Эйе-е-е, бигерәк матурҙа-а-ар! Тиҙҙән-тиҙҙән иртә сәскә атҡан ағастар сәскәләрен ҡойор мәл етер. Бына шунда инде, ап-аҡ сәскәләреңә төрөнөп, баҡса йәме булып ултырырһың әле, күр ҙә тор!
Көҙөн бешеп өлгөрмәһәң дә ҡайғырмаҫһың. Ҡыҙыу нурҙарымдан көс алып, ҡыш айҙарында бирешмәҫһең дә. Һалҡындарҙа емештәрең тәмләнеп һутланыр.
Шулай булды ла, мышар ағасы йәй башында ап-аҡ сәскә атып хайран итте. Башҡа ағастар сәскәләрен ҡойғанда баҡсаны йәмләне.
– Э-э-эй, тәтәй, тәтәй! – тиеп ҡыуанды ҡулын сәпәкәйләп, уны күреп ҡалған сабый. Мышарҙың шатлығының иге-сиге булманы. Әсәһенә бер сәскәһен сабыйына бүләк итергә рөхсәт итте.
Йәй Ҡояштың ҡыҙыу нурҙарынан етерлек көс йыйып ҡалған мышар һалҡын айҙарҙа һутланды. Ҡышлаусы ҡоштар ҡып-ҡыҙыл емештәрен ашап туйынды. Төньяҡ илдәренән осоп килгән ҡыҙылтүштәр мышарға рәхмәт әйтеп, ҡыш буйына йыр йырланы.
Шулай итеп мышар йыл әйләнәһенә баҡсаны хозурлап йәшәүенән би-и-ик ҡәнәғәт булды.
09.06.22й Нәсимә Ғайсина.

МЫШАР
МЫШАР
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: