+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Август 2022, 07:05

ҠАСҠАН ЙОҠО (Хикәйә)

- Әллә йоҡоң ҡасып китте микән, улым ?Хан уйға ҡалды. Ә йоҡо ниндәй була икән һуң? Ҙурмы, бәләкәйме, төҫлөмө әллә үтә күренмәлеме? - Белмәйем, өләсәй. Уның ҡасырға аяҡтары юҡ таһа, - тигән булды. - Минең кеүек шәп йүгерә лә белмәй... (Авторы Миләүшә Ғәйфуллина. Дауамы - сайтта) 

ҠАСҠАН ЙОҠО (Хикәйә)
ҠАСҠАН ЙОҠО (Хикәйә)

Кис етте. Бөтә балалар йоҡларға ятты. Тик Тимерхандың ғына йоҡоһо килмәне.
Өләсәһе :
- Әллә йоҡоң ҡасып китте микән, улым ?
Хан уйға ҡалды. Ә йоҡо ниндәй була икән һуң? Ҙурмы, бәләкәйме, төҫлөмө әллә үтә күренмәлеме? Был турала өләсәһенән һораманы. Шуны ғына белергә тейешмендер инде.
- Белмәйем, өләсәй. Уның ҡасырға аяҡтары юҡ таһа, - тигән булды. - Минең кеүек шәп йүгерә лә белмәй. Етмәһә, ана, урамда ҡойоп ямғыр яуа.

Йоҡом күренмәҫме тип, Тимерхан бер тын ҡараңғы урамды күҙәтеп тәҙрә төбөндә ултырҙы.
Өләсәһе :
- Һуң йоҡларға ятҡан балаларҙың йоҡоһо ҡаса ла ҡуя ти ул. Бар, ят та күҙҙәреңде йом. Бәлки, йоҡоң килер, – тип, ейәнен урынына һалып, арҡаһынан йомошаҡ ҡына яратып, тыныс йоҡо теләне лә, йылы юрғанын улының өҫтөнә япты. Шунан үҙ эштәре менән аш бүлмәһенә китеп, күҙҙән юғалды.

Тимерхан әле бер яҡ ҡабырғаһына, әле икенсеһенә әйләнеп ятты, тик йоҡлап китә алманы. Өләсәһенең :
- Йоҡоң ҡасҡандыр, – тип әйтеүе һис тыныслыҡ бирмәне уға. Хан тороп ултырҙы. Тартманан яҡтыртҡысын алып, бүлмә буйлап ут күҙен йөрөттө. Мөйөшкә һыйынып ултырған кресло артында һөйәлеп торған хоккей таяғын күреп, тертләп китте.
- Ууууф, был нәмә тағы? - тип һуҙҙы ул ҡото осоп. Карауаты аҫтында фонарь утына ялтырап ултырған машинаһы ла ҡапыл ғына тертләтте малайҙы. Хатта ишетелер-ишетелмәҫ итеп;
- Әсәкәйем! - тип ҡысҡырып уҡ ҡуйҙы. Кейем шкафы эсенә күҙ һалды... Тик йоҡоһо унда ла юҡ ине.
- Үәт хикмәт, ҡайҙа ҡасты икән ? – тип баш ватты малай.
Шулай йөрөй-йөрөй арып, өҫтөнә юрғанын ябынырға ла хәле бөтөп, йоҡлап китте ул.

Оҙаҡламай ямғыр тынды. Ул да арып йоҡларға ятты ахры. Төндө һиллек ҡапланы.
Балалар, кем белә, Тимерхандың йоҡоһо ҡайҙа ҡасҡан булды икән ?.

ҠАСҠАН ЙОҠО (Хикәйә)
ҠАСҠАН ЙОҠО (Хикәйә)
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: