Имән сәтләүеге
( әкиәт)
Борон–борон заманда йәшәгән, ти әбей менән бабай. Берҙән–бер көндө ҡарт ҡалтыранған ҡулдары менән балаларҙы иркәләгән кеүек, ҡарсығының арҡаһынан һөйөп күкрәгенә ҡыҫты. – Әй, әбей, күпме ғүмер иттек, Аллаға шөкөр. Бик күп сабаталар үреп кейеп туҙҙырҙыҡ, матур ҙа, татыу ҙа йәшәнек. Шуныһы үкенесле, бер генә бөртөк балабыҙ ҙа булманы. Бабай илап ебәргән. Шуны ғына көткәндәй, ҡарсығы ла ҡушылып сеңләгән. Әбей ҡапыл илауҙан туҡтап:
-Сеү! Бабай, илама! Үкенескә ҡалмаһын, әйҙә күрәҙәсегә барайыҡ, – тигән. Ҡарт һаҡалын һелкетә–һелкетә күҙ йәштәрен һөртөп ризалашҡан. Тиҙҙән икәүләп, хәйер–саҙаҡа әҙерләп, белгәндәрен уҡынып, бағымсының йортона килгәндәр. Уның менән хәл–әхүәл һорашҡас, ҡарттар үҙ хәсрәтен һөйләп биргән. Донъя күргән, уҡымышлы, тирә–яҡта дан тотҡан кеше быларға бер бөртөк имән сәтләүеге өшкөрөп биргән. Әбей менән бабай, ҡыуаныстан, үксәләре ергә теймәй, сәтләүекте төшөрөп ватыуҙан ҡурҡып, өйгә табан йүгергән. Бабай, ирендәрен ҡыбырлатып, көйләй-көйләй, сәңгелдәк әҙерләгән. Әбей сағыу төҫлө туҡыманан мендәр, түшәктәр яһаған.
Бик күп ваҡыт үткән. Сәңгелдәкте туҡтауһыҙ бәүетеп ултырып, быларҙың ҡулдары талған. Әммә бер үҙгәреш һиҙелмәгән. Күрәҙәсенең яңылышыуын асыҡлар өсөн ҡайтанан теге йортҡа йүнәлгәндәр.
Имсе сәтләүекте нисек һаҡланыуын һорашҡас:
–Бик дөрөҫ эшләгәнһегеҙ. Ул һеҙҙең мөхиткә өйрәнгән, инде ергә сәсеп, мөғжизә көтөргә ҡала, – тигән.
Бабай матурлап, түтәл яһай, ҡарсыҡ ҡомғанынан һыу һибә икән. Сәтләүекте бик ҡәҙерләп сәсеп тә ҡуялар.
Бер мәл әбей-бабай тәм-том менән һыйланып, сөкөрҙәшеп, сәй эсеп ултырғанда, тышта һайыҫҡан шыҡырыҡлаған тауыш ишетелә. Тәҙрә аша ҡараһалар, ишек алдында имән кеүек теремек бер ир бала уйнап йөрөй, ти. Күп тә үтмәй, соланда аяҡ тауышы ишетелә һәм ишектән мыҡты кәүҙәле ир–бала килеп инә. Бер аҙ ҡарттарға ҡарап торғас, яҡын барып, ата–әсәһен ҡыҫып ҡосаҡлап ала. Бәхетле әбей, бабай малайға Имән батыр, тип исем ҡуша. Ир бала ай үҫәһен көн көн үҫә, йыл үҫәһен ай үҫә. Бер аҙҙан Имән батыр, донъя күреп киләйем тип, ата–әсәһенән фатиха алып. өйҙән сығып китә. Әбей юлға сәй, шәкәр, икмәк, ҡорот, май тултырылған төйөнсөк әҙерләй, бабай ҡурайын һәм уҡ–һаҙаҡ тоттора. Балаһына хәйерле юл теләгән әбей күҙ йәштәрен яулыҡ осона һөртөп ҡала.
Ата–әсәһен, тыуған ерҙәрен ташлап, сығып китеү бик ҡыйын була егеткә.
Имән батыр оҙаҡ бара торғас, урман–һыуҙар үткәс, ял итеп алмаҡсы була. Тирә–яҡта ҡоштар һайрай, сиңерткәр сеңләй, бал ҡорттары безләп, сәскәләрҙән бал йыя, талғын ел иҫә.
Имән батырҙың ҡолағына әкрен генә тауыш ишетелә: «Ҡотҡарығыҙ! Ҡотҡарығыҙ!» Егет һикереп тороп, ян–яғына ҡарай. Сылтырап аҡҡан йылға ҙур ташҡа быуылып, аға алмай ята икән. Имән батыр ташты күтәреп алайым тиһә, уны ҙур ҡара йылан һаҡлап ятҡанын күрә. Егет ҡурайын алып, көй һуҙып ебәрә. Йылан башын күтәреп, ғәфү үтенгәндәй, борғалана ла, шыуышып китә. Имән батыр ташҡа үрелә, уныһы көс еткеһеҙ, имеш. Нимә эшләргә?. Шул саҡ бәләкәй генә, һаҡалы биленә еткән бабай үтеп барғанын күрә.
– Бик изге эш эшләйһең, улым. Тик ташҡа көсөң етеңкерәмәҫ, тип тылсымлы таяғын бирә. Таяҡты таш аҫтына ҡуйып “Бер, ике, өс. Беҙҙә – бөтөн!” тигәс, таш еңел генә өҫкә кутәрелә һәм икенсе урынға шылып ята. Быуылып ятҡан йылға телгә килә:
– Рәхмәт, һиңә батыр егет!
Көмөш тамсыларын сылтыратып, артабан юлын дауам итә.
– Шишмәкәй, һиңә ниндәй исем бирәйем ? – тип һорап, башын эйгән егет. – Мине олатайҙар элек Ағиҙел, тип йырҙа йырлаған, – тигән йылға. –Һыуымды тәмләп ҡара. Устарына һыуҙы алып эскәс, Имән батырға көс–хәл ингәндәй була. –Ысынлап та һин шундай саф, һыуың татлы, – ти егет.
Бер заман теге яҡ ярҙа сәмреғоштоң үткер тырнаҡтары менән һандуғасты ҡамап тотоп, осло суҡышы менән суҡырға йыйынғаны күҙгә салына. Егет уҡ–һаҙағын ҡошто рәнйеткән сәмреғошҡа төҙләй. Яуыз ҡош табышын ташлап, осоп китә, ә һандуғас егет эргәһендәге ҡайын ботағына ултырып рәхмәтен белдереп, һайрай башлай.
Имән батыр, оҙаҡ йөрөй торғас, бик бейек, текә тауға барып сыға. Тырышып–тырышып менә лә, ҡурайын һыҙҙырып ебәрә. Моң Ағиҙел йылғаһына ҡушыла. Ошо мәлдә аллы–гөллө сәскәләр, ҡурай үләндәре ҡояш балҡығандай баштарын күтәрә. Тау башында тылсымлы ҡурайын әйләндергән һайын, имән сәтләүектәре аҫҡа тәгәрләй. Һәр тубырсыҡтан таң атҡансы йәш имәндәр үҫеп сыға. Улар көнгә ҡарап, төҙ, матур, ныҡ булып үҫә “Көнгәк” тауында урман хасил була. Егет ата–әсәһе, иле алдында бурысын үтәй. Тиҙҙән Миләшкәй исемле һылыу ҡыҙға өйләнеп, балалар үҫтерәләр. Ҡарт менән ҡарсыҡ бөген дә ҡыуанышып йәшәйҙәр, ти...
Гөлнур Шәрипова (Семенова), Мәләүез районы.