+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Ноябрь 2022, 13:22

ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫНА СЦЕНАРИЙ ҺӘМ УЙЫНДАР

Иғтибарығыҙға мәктәп уҡыусылары өсөн Яңы йыл иртәлеге сценарийы тәҡдим итәбеҙ. Ҡыҙыҡлы уйындарын да өйрәнеп алығыҙ! Авторы Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева.

ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫНА СЦЕНАРИЙ ҺӘМ УЙЫНДАР
ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫНА СЦЕНАРИЙ ҺӘМ УЙЫНДАР

Алтын сәсле Ҡарһылыу

 

Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева

 

Мәктәп уҡыусылары өсөн Яңы йыл иртәлеге сценарийы

Ҡатнашалар:

Әкиәтсе

Ҡыш бабай

Алтын сәсле Ҡарһылыу

Ун ике Ҡар ҡыҙы

Аҡъегет

Аҡъегеттең ете ағаһы

Ҡуян

Аҡ бүре

Шүрәле

Юха

 

I күренеш

Зал биҙәлгән. Уртала матур итеп биҙәнгән урман һылыуы – шыршыҡай урын алған. Төрлө кейемдәрҙәге балалар байрамдың башланыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Әкиәтсе инә.

Әкиәтсе:

 – Һаумыһығыҙ, балалар! Афарин, ҡарлы-буранлы һыуыҡтан ҡурҡып тормағанһығыҙ, бөгөнгө байрамға ҡыуанышып килеп еткәнһегеҙ. У-у, бында балалар ғына түгел, ҡуяндар ҙа, күбәләктәр ҙә, хатта кеше-үрмәкселәр ҙә бар икән. Ә мин – Әкиәтсе. Мин булған ерҙә мөғжизәләр тыуа, донъя үҙе әкиәткә әйләнә. Тик яуызлыҡтар ғына әкиәттә ҡала, ә изгелектәр иһә беҙҙең менән ысынбарлыҡта йәшәй. Алда беҙҙе матур әкиәт көтә. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ әле, балалар, бергәләшеп йырлашып, әйләнеп алайыҡ!

Балалар, түңәрәктәр яһап тороп, йырлай-йырлай әйләнә. Шул саҡ ҡапыл ут һүнеп, кире яна. Ҡурҡыныс ауаздар ишетелә.

Әкиәтсе:

  • Абау, ни булды? Балалар, тауышланмағыҙ, бында кемдер килә, ахырыһы... Бәй, яуыз Шүрәле үҙенең тоғро хеҙмәтсеһе Юха менән килә ята бит! Әйҙәгеҙ, ситкәрәк китәйек! Барығыҙ ҙа миңә ҡарағыҙ әле! Әпсен-төпсөн, барыһы ла бөтһөн, бәшмәк үҫһен! (Әкиәтсе таяғы менән һелтәнә). Булды! Улар беҙҙе бәшмәктәр үҫеп ултыра икән, тип уйлаясаҡтар.

Шүрәле менән Юха инә. Улар икеһе лә имәнес ҡиәфәттә.

Шүрәле:

  • Тә-әк, Ерҙә алтын сәсле ҡыҙҙар бөттө, тиһең инде, ә?

Юха тубыҡланып, Шүрәлегә табан шыуышып килә:

  • Эйе шул, батшам! Бер бөртөк тә алтын сәсле ҡыҙ ҡалманы...

Шүрәле уның алҡымынан матҡып тотоп ала:

  • Яңы йыл алдынан ундай ҡыҙҙарҙың алтын сәсен ҡырҡһам – ваҡыттың туҡтаясағын, ә сәстәренән арҡан ишеп, муйыныма бәйләһәм, унда күпме сәс бар – шул тиклем йылға минең ғүмеремдең оҙонаясағын һин оноттоңмо әллә? Һин үҙең дә йәшәрәсәкһең бит!

Юха:

  • Юҡ, юҡ, онотманым да ул...

Шүрәле (Юханы этеп ебәрә):

  • Улайһа, бар, хәҙер үк миңә алтын сәсле ҡыҙҙы табып килтер!

Юха:

  • Эйе, эйе, батшам... (Юха сығып барышлай) Ҡара әле, ҡайһылай бында бәшмәктәр күп икән ул. Эй, мин бәшмәк яратам да ул! (Ул шатлана-шатлана ерҙән бәшмәк йыя башлай).

Шүрәле:

  • Нимә тинем мин һиңә, алйот!!!

Юха:

  • Ә-ә, эйе, эйе, батшам. Хә-хә-хәҙер, ки-ки-килтерәм!

Юха башын аҫҡа эйеп сыға. Шүрәле тегеләй-былай йөрөй һәм сыға.

Әкиәтсе:

  • Уф, беҙҙе танырҙар икән, тип ҡотом осҡайны. Әпсен-төпсөн, тылсым бөтһөн! Балалар, һеҙ хәҙер кире үҙегеҙ булдығыҙ. Ҡарағыҙ әле, былар бит тағы ла яуызлыҡ эшләргә уйлай. Ишеттегеҙме, ваҡытты туҡтатмаҡсылар! Улайһа, беҙ Яңы йылһыҙ ҡаласаҡбыҙ бит! Тороп тороғоҙ әле, Шүрәле менән Юха (улар киткән яҡҡа бармаҡ иҙәй), мин дә бар бит әле! Балалар, мин Шүрәле менән Юханың артынан китәйем. Улар яуызлыҡтар ҡылмаһын өсөн халыҡты иҫкәртәйем. Бәлки, үҙҙәре лә ҡылғандарының яҡшы түгеллеген аңлап, кире тәүбәгә ҡайтыр. Ярай, осрашҡанға тиклем һау булып тороғоҙ!

Әкиәтсе сыға.

 

II күренеш.

Талғын ғына көй уйнай. Залға бейей-бейей Ҡар ҡыҙҙары инә.

  • Беҙ, беҙ, беҙ инек,

Беҙ ун ике Ҡар инек,

Һыуға төштөк – боҙ булдыҡ,

Утҡа индек – һыу булдыҡ,

Ҡыш бөткәйне – юҡ булдыҡ!

Ҡарһылыу инә. Ҡар ҡыҙҙары уны уратып ала.

Ҡарһылыу:

  • Һаумыһығыҙ, һеңлеләрем! Беләһегеҙме, тиҙҙән Ергә тағы ҡыш киләсәк. Минең менән быйыл да Ергә төшкөгөҙ киләме?

Ҡар ҡыҙҙары:

  • Килә! Килә! Ҡарһылыу апай, һинең теләгән әйберҙе күрһәтә торған серле көҙгөң бар бит әле - шуны биреп тор әле! Минең Ерҙе күргем килә!
  • Минең дә!
  • Минең дә!

Ҡарһылыу:

  • Әйҙәгеҙ, бергәләп ҡарайыҡ!

(Ярым түңәрәккә тороп алып көҙгөгә текәләләр)

Ҡар ҡыҙҙары:

  • Ҡарағыҙ әле, былтырғы күрше ҡыҙының санаһын тартып алып илатҡан малай шул ҡыҙ менән баҡсала һарғайып кипкән япраҡтарҙы йыя. Ә теге, әхирәтенең матур күлдәгенән көнләшеп, уның портфеленә елем ҡойған ҡыҙыҡайсы, ҡарағыҙ, шул уҡ әхирәтенең тыуған көнөнә ҡулъяулыҡ сигеп ултыра түгелме? Ҡыҙҙар, һиҙәһегеҙме, Ерҙә яуызлыҡ бөтөп бара бит! Юҡ, бөтмәгән икән әле. Ҡара, ҡара, былтыр беҙҙән тау яһап, балаларға байрам эшләгән егетте ағайҙары рәнйетә түгелме?  Эйе шул. «Һин беҙгә оҡшамағанһың, бигерәк йомшаҡ күңеллеһең, ҡыҙҙар һымаҡһың. Ҡулыңдан бер эш тә килмәй!» – тип бигерәк  кәмһетеп ташланылар бит! Исеме Аҡъегет икән. Ни эшләп ҡулынан бер ни ҙә килмәһен, ти! Балаларға байрам бүләк итеү – иң ҙур эш бит ул!

Ҡарһылыу (ситкә китеп, ҡулдарын түшенә ҡуйып ипләп кенә):

  • Аҡъегет!!!

Шул саҡ ҡулына глобус тотҡан Ҡыш бабай килеп инә.

  • Эһем, эһем, ҡыҙҙар-йондоҙҙар! Ни менән мәшғүлһегеҙ ул?

Ҡар ҡыҙҙары көҙгөнө тиҙ генә Ҡарһылыуҙың кеҫәһенә тыға.

Ҡыш бабай:

  • Бына Ерҙе күрәһегеҙме? (Ул глобусты әйләндерә). Ундағы күпселек халыҡ ҡышты көтә. Яңы йылға ла бик аҙ ғына ваҡыт ҡалды. Ҡыштың илселәре итеп мин һеҙҙе Ергә ебәрәм. Халыҡ байрамға нисек әҙерләнә икән?

Ҡар ҡыҙҙары:

  • Уй, рәхмәт олатай! (Ҡар ҡыҙҙары Ҡыш бабайҙы һырып алып, сикәһенән үбә). Әйҙәгеҙ, остоҡ, Ҡыҙҙар-йондоҙҙар!

Ҡыш бабай:

  • Барығыҙ, барығыҙ! Мин Яңы йыл кисендә килеп етермен! Тик һаҡ йөрөгөҙ!

Улар сыға. Талғын көй. Ҡар ҡыҙҙары кире йүгереп инә. Был юлы улар – Ерҙә. Улар көй ыңғайына бейей.

  • Бына беҙ Ерҙә! Бәй, бында балалар байрамға йыйылған бит! Беҙ үҙебеҙ байрамға саҡ-саҡ һуңламай ҡалғанбыҙ икән. Әйҙәгеҙ, балалар, уйындар уйнап алайыҡ.

Күмәк уйындар. Ҡарһылыу инә.

Ҡарһылыу:

  • Һаумы, Ер! Һаумыһығыҙ, балалар! Бына тағы һеҙгә ҡунаҡҡа килдек. Һеҙгә тик аҡлыҡ, сафлыҡ ҡына килтерҙек. Яуызлыҡты юҡҡа сығарырға, Яңы йылды бүләк итергә тип килдек беҙ һеҙгә!

Ошо саҡта артта Юханың килеүе күренә. Ул, Ҡарһылыуҙы күреп, ҡулдарын ыуа:

  • Әһә, алтын сәсле ҡыҙыҡай!

Юха йәшенә һәм Ҡарһылыуҙың һөйләгәнен ҡулын ҡолағына ҡуйып тыңлай.

Ҡарһылыу (үҙ алдына):

  • Быйыл мин оло тулҡынланыу менән килдем! Хыялымда йөрөгән аҡ уйлы егетте күргем килә! Исеме Аҡъегет икән. Риза булһа, мин уны үҙебеҙгә – мәңге Ҡыш иленә алып китер инем. Әгәр риза булмаһа? Мин бит бында ҡала алмайым! Унһыҙ ни эшләрмен?..

Ҡарһылыу илай, уны Ҡар ҡыҙҙары йыуата. Юха шул арала ҡайҙандыр аҡ кейем табып кейә, битлеген сисеп, матур егеткә әүерелә.

Юха-Аҡъегет:

  • Һылыу, һиңә ни булды? Ни эшләп илайһың?

Ҡарһылыу ( уны күреп тертләп китә):

  • Аҡъегет?

Юха-Аҡъегет:

  • Эйе, минең исемен Аҡъегет. Ә һин ҡайҙан беләһең?

Ҡарһылыу (оялып ҡына):

  • Э-э, мин – Ҡарһылыу. Былтыр һинең балаларға ҡарҙан бейек тау эшләгәнеңде күҙәтеп торғайным...

Юха-Аҡъегет:

  • Ә, беләһеңме, мин быйыл да балаларға ҙур бүләк әҙерләнем. Ул урман ситендәге бер мәмерйәлә. Әйҙә, мин һине шунда алып барам!

Ҡарһылыу:

  • Урман ситендәге мәмерйәгә икәүләп барһаҡ, улай килешерме?

Юха-Аҡъегет:

  • Килешер, килешер. Әйҙә, әйҙә! Ул бүләктәрҙе кемгә бирергә икәнен белмәйем, һин миңә ярҙам итерһең.

Ҡарһылыу:

  • Ярай, улайһа. Мин хәҙер! (Ҡар ҡыҙҙарына) Һеҙ бында балалар менән уйнай тороғоҙ, беҙ хәҙер Аҡъегет менән бүләктәр алып киләбеҙ!

Ҡарһылыу кеҫәһенән көҙгөһөн алып, йәшереп кенә ҡарап, сәстәрен төҙәтеп ала. Әммә кеҫәһенә тыҡҡан саҡта яңылыш көҙгөһө төшөп ҡала.  Юха-Аҡъегет менән Ҡарһылыу сыға.Ҡар ҡыҙҙары балалар өсөн төрлө уйындар үткәрә.

 

III күренеш.

Арҡаһына мылтыҡ аҫҡан Аҡъегет килә. Үҙе һөйләнә.

Аҡъегет:

  • Эх, ағайҙарым! «Беҙгә оҡшамағанһың, бигерәк йомшаҡ күңеллеһең, ҡыҙҙар һымаҡһың», – тиһегеҙ инде. «Ҡулыңдан бер ни ҙә килмәй», имеш. Ярай, күрһәтермен әле мин һеҙгә, ағайҙар!

Шул саҡ ҡуян йүгереп үтә. Аҡъегет тиҙ генә мылтығын алып атмаҡ була. Ҡуян шундуҡ телгә килә.

Ҡуян:

  • Атма миңә, егет! Минең бәләкәстәрем бар. Мин булмаһам, уларҙы кем тәрбиәләр?

Аҡъегет:

  • Нисек? Һин һөйләшә беләһеңме ни?

Ҡуян:

  • Эйе.

Аҡъегет:

  • Ярай, улайһа. Мин һине ебәрәм.

Ҡуян:

  • Рәхмәт, егет!

Ҡуян күҙҙән юғала. Аҡъегет юлын дауам итә. Шул саҡ тәпәйе эләккән ҡапҡанды һөйрәтеп  Аҡ бүре ҡаршыға килә.

Аҡ бүре:

  • Ҡотҡар, егет! Мине һаҙлыҡ хужаһы Шүрәле ҡапҡанға ҡаптырҙы!

Аҡъегет:

  • Ҡыҙыҡ! Был урманда әллә бөтә йәнлектәр ҙә һөйләшә беләме икән? (Бүренең ҡапҡанын ысҡындыра). Башҡаса һаҡ йөрө!

Аҡ бүре:

  • Рәхмәт, егет! Изгелегеңде мәңге онотмам! Өс ҡылымды алып ҡал! Кәрәк булһам, уны өҙөрһөң, һәм мин килеп етермен.

Аҡъегет юлын дауам итә. Шул саҡ Ҡарһылыуҙың төшөп ҡалған көҙгөһөн табып ала.

Аҡъегет:

  • Был ниндәй көҙгө икән ул? Ҡайһылай матур! Ситтәре семәрле! Моғайын, берәй сибәр генә хан ҡыҙыныҡылыр инде. Эх, шул һылыуҙы күрәһе ине!

Шул саҡ матур ғына көй уйнап, көҙгө ялтырап китә. Унда Ҡарһылыу күренә.

Аҡъегет:

  • Бәй, был көҙгө тылсымлы икән дә баһа! Ҡара әле, унда һылыуҙарҙан-һылыу бер ҡыҙ күренә түгелме? Әллә Ҡарһылыу инде? Шул бит! Былтыр мин уның урманда ҡоштар менән йырлап һөйләшкәнен һоҡланып тыңлап торғайным, әммә янына барырға ҡыйыулығым етмәгәйне. Быйыл уның менән танышам, тип үҙемә һүҙ биреп, түҙемһеҙләнеп ҡыштың етеүен көттөм. Эх, Ҡарһылыу!.. Тик ни эшләп һин ҡараңғы мәмерйәлә ул? Ни өсөн ҡулдарың бәйләнгән?

Шул саҡ Ҡарһылыуҙың тауышы ишетелә:

  • Ҡотҡар, егет!

Аҡъегет:

  • Ҡотҡарам һине, Ҡарһылыуым! Тик ул мәмерйәне ҡайҙан табырға икән?

Әкиәтсе инә.

Әкиәтсе:

  • Һаумы, ҡыйыу Аҡъегет! Ҡарһылыуҙы тик һин генә ҡотҡара алаһың. Уны Юха алдаштырып, Шүрәленең мәмерйәһенә алып китте. Улар Ҡарһылыуҙың алтын сәстәрен ҡырҡып, ваҡытты туҡтатмаҡсы булалар. Һиңә ашығырға кәрәк! Әҙәм йырып сыҡҡыһыҙ ҡара урманды үткәс, Шүрәленең батҡаҡлы һаҙлығын сығырһың. Унан тауҙар башлана. Шундағы мәмерйәлә Ҡарһылыу йәшеренгән. Һаҡ бул, егет!

Әкиәтсе ҡулын болғап ҡала, Аҡъегет юлын дауам итә. 

Аҡъегет:

  • Бына Әкиәтсе әйткән ҡара урман. Тик уны нисек сығырға икән?

Шул саҡ егет ҡотҡарған Ҡуян инә.

Ҡуян:

  • Мине ҡотҡарғаның өсөн мин дә һиңә ярҙам итергә килдем. Һинең килеүеңде һиҙеп, Юха менән Шүрәле юлыңа ҡаршылыҡ ҡорған. Ләкин беҙ уны хәйлә менән еңеп сығасаҡбыҙ. Шулай бит, балалар? Әйҙәгеҙ бергәләп урманды йырып сығайыҡ. Бының өсөн мин һеҙгә «Урманда төрлө ағастар үҫә. Улар бейек йә тәпәш, киң йә нәҙек» тип әйтәм. «Бейек» тиһәм һеҙ ҡулдарығыҙҙы өҫкә күтәрегеҙ, «Тәпәш» тиһәм – сүкәйегеҙ. «Киң» тигәндә ҡулдарығыҙҙы тирә-яҡҡа йәйегеҙ, ә «нәҙек» һүҙенә ҡулдарҙы бер-береһенә яҡынайтырға кәрәк. Аңлашылдымы? Әйҙә, киттек!

Ҡуян һүҙҙәрҙе бутап әйтә. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатлана.

Ҡуян:

  • Бына урманды йырып та сыҡтыҡ.

Аҡъегет:

  • Рәхмәт, мәрхәмәтле Ҡуян! Рәхмәт, балалар!

Ҡуян:

  • Хәйерле юл, Аҡъегет! (ҡулын болғап ҡала).

Аҡъегет артабан китә. Ә унда – һаҙлыҡ.

Аҡъегет:

  • Һаҙлыҡҡа ла еттек. Әммә уны нисек сығырға? Бәлки, Аҡ бүре өйрәтер?

Ул кеҫәһенән өс ҡылды алып өҙә. Аҡ бүре пәйҙә була.

Аҡ бүре:

  • Егет, бик хәтәр юлға сыҡҡанһың. Шүрәлегә ҡаршы тора алырһыңмы?

Аҡъегет:

  • Ҡарһылыуҙы ҡотҡарыр өсөн мин барыһына ла әҙер!

Аҡ бүре:

  • Изге ниәтеңде хуплайым. Был һаҙлыҡты үтергә ярҙам итермен. Тик минең генә түгел, балаларҙың да ярҙамы кәрәк. Балалар, ярҙам итәбеҙме? Әйҙәгеҙ, улайһа, паровоз яһап, бер-беребеҙҙең биленә тотоноп  түңәрәккә торайыҡ та, алдыбыҙҙа түңгәк ята, тип күҙ алдына килтерәйек. Шулай итеп һаҙлыҡтағы «түңгәктән түңгәккә» һикерәйек. Ә мин былай тип һамаҡлайым:
  • Бер, ике, өс түңгәк,

Һаҙлыҡ тулы мең түңгәк.

Һаҙлыҡ беҙҙе тарта алмай –

Бына нисек беҙ күмәк!

Әҙерһегеҙме? Әйҙәгеҙ!

Бүре үҙе иң алдан тора ла, һамаҡлай-һамаҡлай юл башлап бара. Балалар түңәрәк буйлап һикерешә.

Аҡ бүре:

  • Афарин! Ана шулай. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр бит. Бына һаҙлыҡты ла еңел генә үттек.

Аҡъегет:

  • Рәхмәт, Аҡ бүре! Балалар, һеҙгә лә ҙур рәхмәт!

Аҡ бүре:

  • Ана, алда тау эсендәге мәмерйә күренә. Артабан мин һиңә ярҙам итә алмайым. Шүрәле менән үҙеңә көрәшергә тура киләсәк.

Шулай тип һөйләшеп, Аҡъегет менән Аҡ бүре сыға.

 


 

IY күренеш.

Шүрәле менән Юха инә.

Шүрәле:

  • Ҡыҙҙы алып килеүен килгәс, ниңә уның ҡойроғон да эйәрттең?

Юха:

  • Бәй, уның ҡойроғо бармы ни?

Шүрәле:

  • Алйот! Ҡойроҡло Ҡарһылыуҙы ҡайҙа күргәнең бар? Теге егетте ни эшләп эйәрттең, тим?

Юха (ҡурҡа-ҡурҡа):

  • Ә-ә, ней, Ҡарһылыуҙың серле көҙгөһө төшөп ҡалған икән. Шунан күреп егет беҙҙе эҙләп килә ята. Мин уның юлына ҡаршылыҡтар ҡуйҙым. Ул урманды үтә алмаясаҡ! Урманды үткән хәлдә лә, һаҙлыҡта батып үләсәк.

Шүрәле:

  • Ахмаҡ! Ул бит Ҡарһылыуҙы оҡшатҡанға эҙләп килә! Ә мөхәббәт өсөн кәртәләр юҡ икәнен оноттоңмо ни?

Юха:

  • Улайһа, нимә эшләйек икән?

Шүрәле:

  • Хәҙер борғоланыуҙан файҙа юҡ. Ваҡытты туҡтатырға кәрәк! Теге егет бик ныҡыш күренә. Әгәр килеп етә ҡалһа, беҙгә көн бөттө! Шуға тиклем беҙгә Ҡарһылыуҙың алтын сәсен ҡырҡып, арҡан ишергә кәрәк. Бар, Ҡарһылыуҙы килтер!

Юха ҡулы бәйләнгән Ҡарһылыуҙы килтерә.

Шүрәле (мыҫҡыллы йылмайып):

  • Һаумы, Ҡыш бабайҙың ҡәҙерле ейәнсәре. Ҡарһылыумы әле исемең? Ҡурҡма, ҡурҡма! Беҙгә һин түгел, ни бары алтын сәсең генә кәрәк! Хәҙер беҙ уны ҡырҡып алырбыҙ...

Ҡарһылыу (ҡурҡа-ҡурҡа):

  • Һеҙ быны эшләргә тейеш түгелһегеҙ! Бер генә бөртөк сәсем өҙөлһә лә, ваҡыт туҡтаясаҡ, Яңы йыл килмәйәсәк! Зинһар, теймәгеҙ минең сәсемә! Балалар, бөтә халыҡ Яңы йылды көтә бит!

Шүрәле:

  • Ха-ха-ха! Ә беҙгә Яңы йылың кәрәкмәй. Ул бит кешене тағы ла бер йылға ҡартайта. Юха, һинең ҡартайғың киләме?

Юха:

  • Юҡ, юҡ, әфәндем!

Шүрәле:

  • Уның ҡарауы, бер генә сәсең өҙөлһә лә, минең ғүмерем бер йылға оҙая! (Ул Ҡарһылыуҙың сәсен услап тотоп ала) Ә бындағы сәстәр мине меңйәшәр итәсәк! Ха-ха-ха! Шунан мин һине рәхәтләнеп тороп ҡытыҡлаясаҡмын!

Шүрәле оҙон бармаҡтарын уйната. Юха ла уның ыңғайына һикерә-һикерә көлә. Шул саҡ Аҡъегет инә. Юха ҡурҡышынан ҡалтырап, тубыҡлана, Аҡъегет уны елкәһенән эләктереп ала.

Аҡъегет:

  • Ҡыуанмай тороғоҙ әле! Мин булғанда яуыз ниәтеңде атҡара алмаҫһың, Шүрәле!

Шүрәле:

  • Аҡъегет?! Һин бында нисек килдең? Һине бит ағайҙарың булдыҡһыҙ, тип атайҙар ине.

Аҡъегет:

  • Булдыҡһыҙҙы күргәнегеҙ юҡ әле! Алышмы, бирешме?

Шүрәле:

  • Алыш!

Улар һуғыша башлай. Алышҡан саҡта Аҡъегет Шүрәленең муйынынан ҡыҫып тотоп ала. Ул тубыҡлана.

Шүрәле:

 – Миңә теймә инде, зинһар! Бөтә теләгеңде лә үтәрмен!

Аҡъегет Шүрәлене Юханың эргәһенә этеп ебәрә. Улар икеһе лә теҙләнеп, баштарын иҙәнгә тейҙереп тора. Аҡъегет Ҡарһылыуҙың ҡулын ысҡындыра.

Ҡарһылыу:

  • Рәхмәт, Аҡъегет! (башын егеттең түшенә терәй).

Аҡъегет:

  • Ҡарһылыуым! Мин һине ошо көҙгөң аша эҙләп таптым! (Ҡарһылыуға көҙгөһөн тапшыра).

Юха менән Шүрәле:

  • Беҙҙе үлтермәгеҙ инде! Ҡыш бабайҙың бүләктәр тулы тоғон беҙ урланыҡ. Әгәр беҙгә тейһәгеҙ, ул һеҙгә эләкмәйәсәк!

Ҡарһылыу:

  • Ни эшләйек икән, балалар? Беҙгә Ҡыш бабайҙың бүләкле тоғо кәрәк бит! Бәлки, уларҙы хәйләләп еңеп булыр? Һеҙ миңә ярҙам итәһегеҙме? Әйҙәгеҙ, былай итәйек: мин Шүрәле менән Юхаға өс йомаҡ әйтәм. Йәнәһе, улар йомаҡтарҙы сисһә, тоҡ уларға була. Ә һеҙ уларҙан алдараҡ сисергә тырышығыҙ. Килештекме?

Шүрәле:

  • Һеҙ унда нимә тип бышылдашаһығыҙ?

Ҡарһылыу:

  • Ә беҙ ошолай итергә булдыҡ: әйҙә, кем иң беренсе булып минең йомаҡтарҙы сисә, тоҡ – шуныҡы!

Юха:

  • О-о, мин йомаҡтарҙы яратам ул! Беләһегеҙме, мин ниндәй аҡыллы?

Шүрәле:

  • Ә мин үҙемдең һаҙлығымда – иң аҡыллыһы! Күреп торорһоғоҙ: бөтә бүләктәр ҙә минеке буласаҡ!

Юха:

  • Юҡ, миңә эләгәсәк!

Шүрәле (уға ташлана):

  • Юҡ, бүләктәр минеке! (Улар көрмәкләшә башлай).

Ҡарһылыу:

  • Тороп тороғоҙ әле, мин йомаҡтарҙы әйтмәнем бит әле, ә һеҙ тоҡто бүлешә лә башланығыҙ!

Шүрәле:

  • Йә, тиҙ генә йомаҡтарыңды әйтә һал! Минең оҙаҡ көтөргә ваҡытым юҡ!

Ҡарһылыу:

  • Улайһа, тыңлағыҙ! Беренсе йомаҡ:

Ҡыш, яҙ, йәй һәм көҙөн дә

Ул тәлмәрйен төҫөндә.

Терпе кеүек энәле –

Әйтеп ҡарағыҙ әле!

         Юха:

  • Тәлмәрйен!

Шүрәле:

  • Алйот, тәлмәрйендең ниндәй энәһе булһын, ти!

Ҡарһылыу:

  • Юҡ, тәлмәрйен төҫөндә, тинем бит. Йәки нимә йыл әйләнәһенә ҡарағусҡыл йәшел төҫтә була?

Шүрәле:

  • Белдем, белдем. Ул – мин йәшәгән һаҙлыҡ!

Юха:

  • Нимә, һаҙлығыңдың энәһе бармы әллә?

Ҡарһылыу:

  • Юҡ, Юха, Шүрәле, белмәнегеҙ. Нимәне, ҡыш еткәс, барыһы ла йортона ултырта, матур итеп биҙәй?

Балалар:

  • Шыршы!

Ҡарһылыу:

  • Дөрөҫ!

Шүрәле:

  • Ҡарһылыу, һин минең өсөн бик ауыр йомаҡ әйтәһең. Әйҙә, ябайырағын әйт!

Ҡарһылыу:

  • Ә хәҙер икенсе йомаҡ: Йәйен һоро, ҡышын аҡ, уға шулай яҡшыраҡ.

Шүрәле менән Юха:

  • Тау! Беҙҙең тауыбыҙ йәйгеһен һоро, ҡышҡыһын, ҡар япҡас, аҡ була! Ур-ра!

Ҡарһылыу:

  • Юҡ, дөрөҫ түгел. Балалар, нимә була ул?

Балалар:

  • Ҡуян!

Ҡарһылыу:

  • Дөрөҫ!

Шүрәле:

  • Һин, Ҡарһылыу, уҫалһың, юрый беҙ белмәгән йомаҡты әйтәһең!

Ҡарһылыу:

  • Иғтибар, һуңғы йомаҡ ҡалды. Тышы шарҙай, эсе ҡандай, тәме балдай. Нимә була ул?

Шүрәле:

  • Белдем! Ул – Ҡыш бабайҙың бүләк тулы тоғо. Ул шар кеүек түңәрәк, үҙе ҡан кеүек ҡыҙыл, ә эсендәге тәмлекәстәре – м-м-м! – бал кеүек татлы! Мин еңдем! Мин еңдем! Тоҡ – минеке!

Ҡарһылыу:

  • Юҡ, Шүрәле, дөрөҫ әйтмәнең. Балалар, ни була икән ул?

Балалар:

  • Ҡарбуз!

Ҡарһылыу:

  • Афарин, балалар! Һеҙ еңдегеҙ! Шүрәле, Юха, биреләһегеҙме?

Шүрәле, Юха:

  • Ы-ыһ, ни хәл итәһең инде, биреләбеҙ. Ләкин киләһе йылда беҙ мотлаҡ еңәсәкбеҙ! Бөтә йомаҡтарҙың да яуаптарын ятлап аласаҡбыҙ! Ул сағында тоҡ, ысынлап та, беҙҙеке буласаҡ!

Шүрәле менән Юха тоҡто сығарып бирә. Аҡъегет тоҡто ала.

Ҡарһылыу:

  • Рәхмәт, Шүрәле, Юха! Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә беҙҙең Яңы йыл байрамына рәхим итегеҙ! Тоҡ табылды. Ә Ҡыш бабайыбыҙ ҡайҙа икән һуң? Әллә беҙҙе эҙләп йөрөп, урман араһында аҙашып ҡалдымы икән? Әйҙәгеҙ, күмәкләп уны саҡырайыҡ!

Күмәкләп:

  • Ҡыш бабай! Ҡыш бабай!

Ҡыңғырау тауышы ишетелә. Ҡар ҡыҙҙары оҙатыуында Ҡыш бабай инә.

Ҡыш бабай:

  • Һаумыһығыҙ, балалар! О-о, ҡайһылай күмәк йыйылғанһығыҙ. Хатта Шүрәле менән Юха ла килеп еткән түгелме? Һеҙҙе бында ниндәй елдәр ташланы?

Шүрәле менән Юха:

  • Беҙҙе Ҡарһылыу был матур байрамға саҡырҙы.

Ҡыш бабай:

  • Ҡарһылыу, ҡыҙым, афарин! Шүрәле менән Юха ла изге күңеллегә әйләнгәс, Ерҙә яуызлыҡ юҡҡа сыҡҡан бит! Ҡарағыҙ әле! Мин һеҙҙең өсөн бүләктәр, күстәнәстәр һалынған йомарт тоғомдо юғалтҡанмын икән, тип ҡайғырып килһәм, ул бында булған икән! (Тоғон һөйөп ала) Һай, отҡорһоң да инде, Ҡарһылыу! Минең билемдең ауыртҡанын белеп, үҙең алып килгәнһең икән! (Ҡарһылыу шаян йылмая) Тик ни эшләп әле беҙҙең ҡупшы шыршыҡайыбыҙҙың уттары янмай? Әйҙәгеҙ, күмәкләп: «Ян, ян, ян, шыршы!» – тип әйтәйек! (Күмәкләп ҡабатлайҙар. Шыршының уттары балҡып китә) Балалар! Донъя ана ниндәй матур! Әйҙәгеҙ, бергәләшеп Яңы йылды ҡаршылайыҡ! Уйнайыҡ, көләйек, йырҙар йырлайыҡ, бейейек! (Бергәләшеп түңәрәккә тороп йырлашып әйләнәләр). Ә кем хәҙер миңә һөнәрен күрһәтергә теләй?

Балалар Ҡыш бабайға һөнәрҙәрен күрһәтә. Ҡарһылыу менән Аҡъегет, Ҡар ҡыҙҙары  бүләктәр тарата. Шүрәле менән Юха ла, балаларға ҡушылып, йырлап, бейеп, ҡыланып йөрөй.

Ҡыш бабай:

  • Һеҙҙең арала һәләтле балалар бик күп икән! Һай, афарин! Рәхмәт яуғыры! Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән ҡотлайым! Яңы йылда ла тырышып уҡығыҙ, тик яҡшы билдәләр генә алығыҙ, кешеләргә ярҙам итегеҙ, дуҫтарығыҙ менән татыу булығыҙ, атай-әсәйҙәрегеҙҙе ҡыуандырып ҡына тороғоҙ! Ә беҙгә көмөш ҡыңғыраулы боландарға ултырып ары елергә лә ваҡыт етте. Беҙҙе башҡа илдәрҙә лә һеҙҙең кеүек аҡыллы, матур, талантлы балалар көтә. Һау булығыҙ!

Ҡарһылыу:

  • Олатай, мине Аҡъегет Шүрәле менән Юханың тотҡонлоғонан ҡотҡарҙы!

Юха менән Шүрәле бөршәйеп төшә.

Икеһе бергә:

  • Ҡы-ҡыш ба-ба-бай, ғәфү ит! Беҙ ба-ба-башҡа улай и-итмәҫбеҙ!

Ҡарһылыу:

  • Юҡ, улар хәҙер үҙгәрҙе, мин уларҙы ғәйепләмәйем. Тик, әйҙә, Аҡъегетте лә үҙебеҙҙең илгә алып ҡайтайыҡ!

Ҡыш бабай:

  • Ә егет үҙе ни тип әйтер?

Аҡъегет:

  • Мин Ҡарһылыу менән ер сигенә лә китергә әҙермен!

Ҡыш бабай:

  • Афарин! Бына был, исмаһам, ысын ир-егет һүҙе!

Шул саҡ Аҡъегеттең ете ағаһы килеп инә.

Аҡъегет (аптырап):

  • Ағайҙарым? Һеҙ бында ни эшләйһегеҙ?

Улар Аҡъегеттең алдына килеп тубыҡлана:

  • Аҡъегет, беҙ һинең турала хата уйлағанбыҙ икән. Һинең Ҡарһылыуҙы ҡотҡарыуың – беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ! Зинһар, беҙҙе ғәфү ит!

Аҡъегет:

  • Ҡуйығыҙсы әле, ағайҙарым! Һеҙ булмаһағыҙ, мин Ҡарһылыуҙы ҡотҡара ла алмаҫ инем! Рәхмәт һеҙгә!

Туғандар ҡосаҡлаша. Ҡарһылыу Аҡъегетте етәкләп ала.

Ҡарһылыу менән Аҡъегет:

  • Һау булығыҙ, балалар! Киләһе йылда осрашҡанға тиклем!

Шүрәле менән Юха (илай яҙып):

  • Беҙгә лә китергә ваҡыт етте. Һаҙлыҡта беҙҙе юғалтҡандарҙыр инде. Һеҙ беҙгә шул тиклем оҡшанығыҙ. Һеҙҙең менән Яңы йылды ҡаршылауы ныҡ-ныҡ-ныҡ күңелле икән! Рәхмәт беҙҙе лә үҙегеҙҙең байрамығыҙға саҡырыуығыҙға! Киләһе йылда ла саҡырырға онотмағыҙ, йәме! Беҙ килербеҙ!

Улар барыһы ла сыға. Матур көй яңғырай. Куранттар һуға.

Әкиәтсе:

  • Йылдар үткән һайын Яңы йылды

         Ҡаршылауы, никтер, серлерәк –

         Сәғәт ун икене һуҡҡан саҡта

         Ҙур мөғжизә көтә һәр йөрәк.

 

         Яңы йыл ул Ҡәҙер кисе кеүек,

         Теләктәрҙән күңел сафлана.

         Өр-Яңы йыл ҡаҡһын һәр ишекте –

         Шул саҡ яңы тормош башлана!

         Яңы йыл менән, дуҫтар!

         Барыһы ла бергә:

  • Яңы йыл менән!

Әкиәтсе:

  • Байрам тамам. Әкиәтем ары, ә үҙем бире киттем. Әммә был әкиәттән алған фәһемде мыйыҡтарға урап ҡуйырға онотмағыҙ, дуҫтарым!

Әкиәтсе сыға.                   

 

 

Байрамда үткәрелгән уйындар, конкурстар.

  1. «Ҡыш бабайҙы эшлә!» конкурсы.

10 кешенән торған ике команда ҡатнаша. Ҡыш бабай төшөрөлгән ике һүрәт стенаға эленә. Тик һүрәттә Ҡыш бабайҙың башы һәм кәүҙәһе генә бар. Ә ике күҙе, танауы, ауыҙы, һаҡалы, ике аяғы, ике ҡулы, тоғо пластилиндан эшләнеп, тәрилкәгә һалына. Күҙҙәре бәйләнгән ҡатнашыусылар тәрилкәлә ятҡан «ағзаларҙы» табып, һүрәттәге Ҡыш бабайға йәбештерергә тейеш. Ҡайһы команда алдан бөтә һәм кемеһенең һүрәте теүәлерәк сыға?

  1. «Алтын ҡапҡа» уйыны.

Ике Ҡар ҡыҙы, ҡулдарын өҫкә  күтәреп тотоношоп, ҡапҡа булып тора. Балалар түңәрәк яһап тороп, шул ҡапҡа аҫтынан үтергә тейеш (ҡапҡа булған бер Ҡар ҡыҙы түңәрәктең эсендә, ә икенсеһе – тышында тороп ҡала). Ҡар ҡыҙҙары былай тип һамаҡлай:

  • Үтәбеҙ алтын ҡапҡанан,

Эшләнгән алтын таҡтанан.

Эй, үтәбеҙ, эй, көтәбеҙ

Кемдең килеп ҡапҡанын!

«Ҡапҡанын» һүҙенә еткәс, Ҡар ҡыҙҙары ҡапыл күтәреп торған ҡулдарын аҫҡа төшөрә. Кем эләгә, шуға наказ бирелә.

  1. Ҡар осороу.

Балаларға кескәй мамыҡ киҫәктәре таратып бирелә. Улар уны тартҡылап, «ҡар» әүәләй һәм «Башланыҡ!» тигәс тә уны аҫтан өҫкә  өрөргә тейеш. Кемдең ҡары иң оҙаҡ һауала эленеп тора – шул еңеүсе.

  1. Уртаға быйма ултыртып, шунда «ҡар» (ҡағыҙ) ташлау.

7-8 бала ҡатнаша. Йыл ырыҫлы килһен өсөн ҡар күп булырға тейеш. Уйнатыусы Ҡар ҡыҙҙары балаларға ҡағыҙҙар таратып бирә. Уртаға ҙур быйма ултыртыла. Ым бирелгәс тә, балалар ҡағыҙҙы, йәғни, «ҡарҙы», йомарлап, быйма эсенә ташларға тейеш. Кем күберәк мәрәй йыя – шул еңеүсе.

  1. «Уйынсыҡты таны!»

Балалар тоҡ эсенә ҡулдарын тығып, унда ниндәй уйынсыҡ  ятҡанын танырға тейеш. Дөрөҫ әйтһә, шул уйынсыҡ уға эләгә.

  1. «Көлдөрткөс» уйыны.

Уйнатыусы Ҡар ҡыҙы балаларҙың һәр береһенең ҡолағына ҡыш, Яңы йыл менән бәйле исемдәр әйтеп сыға. Мәҫәлән, боҙ, һырғалаҡ, ҡар, шыршы, тубырсыҡ, курант һ.б. Көлдөрткөс инә һәм балаларҙың һәр береһенә яҡын килеп ҡыҙыҡлы һорауҙар бирә. Мәҫәлән: «Исемең кем?»  – «Боҙ». «Нимә, тоҙ, тиһеңме?» – «Боҙ». «Ә-ә, берәй нәмәне боҙорға ҡушаһыңмы әле, ә?» – «Боҙ».  «Нимә, тутыйғош булдыңмы әллә? Йә,  тағы берәй һүҙ әйтеп ҡара әле!» – «Боҙ» һ.б. Көлдөрткөс нисек тә көлдөрөргә тырыша, тик балалар көлөргә тейеш түгел. Кем көлә – шул йә уйындан сыға, йә наказ ала.

  1. Епкә эленгән приздарҙы күҙ бәйләнгән килеш ҡырҡыу.
  2. Байрам барышында «Иң яҡшы Яңы йыл кейеме» конкурсы ойошторола. Уйындарҙың еңеүселәре урындар йәки номинациялар буйынса баһаланыуы мөмкин.

 

 

  (Авторҙың пунктуация, орфография, стиле шул көйө һаҡланды).

                                     

 

 

 

 

ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫНА СЦЕНАРИЙ ҺӘМ УЙЫНДАР
ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫНА СЦЕНАРИЙ ҺӘМ УЙЫНДАР
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: