+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Июнь 2023, 13:59

Ҡыҙғаныс легенда

Еребеҙгә сит ҡәүем баҫҡынсылары килеп, ҡыҙҙарҙы ҡоллоҡҡа ҡыуып китергә теләгәс, бер туған ете ҡыҙ урман-тау араһына ҡаса һәм арттарынан төшкән атлыларҙың ҡулына эләкмәҫ өсөн етәкләшеп, юлда тап булған йылғаға инеп юғала.

Ҡыҙғаныс легенда
Ҡыҙғаныс легенда

Ете ҡыҙ тураһында ҡыҙғаныс легенда

Бер егет береһенән-береһе һылыуыраҡ бер туған ете ҡыҙҙы яратып йөрөй. Ҡайтҡас, кемегеҙ мине ҡаршы сығып ала, кемегеҙ мине нығыраҡ һөйә, шуға өйләнермен, тип, егет ҡалым өсөн аҡса эшләргә сығып китә. Әммә ҡыҙҙарҙың береһе лә уны ҡаршыламай. Ни өсөн? Ошо урында легенданың варианттары тармаҡлана. Бер вариант буйынса, ҡыҙҙарҙың атаһы уларҙы ҡарт байҙарға кейәүгә бирергә булғас, ҡыҙҙар, ҡарт кешеләргә кейәүгә барырға теләмәйенсә, барыһы ла бергә һүҙ беркетеп, күлгә батып үләләр.

Ҡыҙҙар һыу инергә барғанда, бай егеттәр быларҙы күреп ҡалып, ҡыҙҙар артынан күл буйына барғандар ҙа, яр буйында ҡыҙҙарҙың сыҡҡанын көтөп ултырғандар. Ә ҡыҙҙар, намыҫ һаҡлап, күлдән сыҡмаған һәм шунда батып үлгән, тигән легенда ла бар.

Халыҡ араһында йөрөгөн тағы ла бер легенда вариантында ете ҡыҙҙың баҫҡынсыларға ҡаршы йән аямай һуғышып, дошман ҡулына эләкмәйенсә, һәләк булыуҙары бәйән ителә. Ошоға оҡшаш тағы бер вариант: еребеҙгә сит ҡәүем баҫҡынсылары килеп, ҡыҙҙарҙы ҡоллоҡҡа ҡыуып китергә теләгәс, бер туған ете ҡыҙ урман-тау араһына ҡаса һәм арттарынан төшкән атлыларҙың ҡулына эләкмәҫ өсөн етәкләшеп, юлда тап булған йылғаға инеп юғала. Ошо тетрәндергес хәлде халыҡ «Ете ҡыҙ» йырына һала.

Поэтик текст ошо ҡыҙҙарға ғашиҡ булған егет монологы формаһында ҡоролған.

Йырҙың тексы

Илгә сығып киткәнемдә,
Бергә ҡалды ете ҡыҙ,
Мин ҡайтҡанды көтөргә тип,
Һүҙен бирҙе ете ҡыҙ.

Ай ете ҡыҙ, ете ҡыҙ,
Ҡайтып килһәм, бере юҡ:
Намыҫ һаҡлап, күлгә батҡан.
Ғәйеп итер ере юҡ.

Томбойоҡло тәрән күл дә,
Эсмәлегем булған күл,
Ете ҡыҙҙы тартып алып,
Бәхетемде юйған күл.

Ҡара урмандың ҡара ташы
Күп йәшәгән төйәгем.
Ете ҡыҙҙың үсен алмай
Гүргә инмәҫ һөйәгем.

 

Ҡыҙғаныс легенда
Ҡыҙғаныс легенда
Автор:
Читайте нас: