Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте киң
Бик борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей
менән бабай. Уларҙың балалары тыуған бере
үлеп торған.
Шулай икәү генә йәшәп ятҡанда бабай ҡар-
тайып китә. Ер һөрөү, иген сәсеүе уға ауырлаша.
Балам да, ҡарт көнөмдә ярҙамсым да юҡ, — тип,
эй, ҡайғыра бабай. — Балаларымдың, исмаһам,
берәүһе йәшәһә лә был тиклем ыҙаламаҫ инем.
Әллә инде Аллаһ Тәғәлә алдында шул тиклем го-
наһтарым күп булдымы икән? – тип, һәр ваҡыт
үкенес белдергән, ти.
Бына яҙ етә. Бабай, ерен һөрөп, игенен сәсә
башлай. Бер көн сәсерлек игене ҡалғас, әбей ба-
байына:
– Игенеңде бөгөн сәсеп тамамлай алһаң,
иртәгә балыҡҡа барыр инең. Шул тиклем балыҡ
ашағым килә, – ти икән.
– Ярар һуң, – тип, әбейенең һүҙен хуплай. Ә
үҙе был хаҡта әбейенә өндәшмәһә лә, эстән генә
күптән көткән ниндәйҙер мөғжизә булырына
өмөтләнеп ҡуя. Орлоғон сәсеп, эшен тамамлап
ҡуйыу менән, ҡуйы болоттар килеп сығып, шау-
латып ямғыр ҡойоп үтә. Әбей менән бабай быға
ла бик ҡыуаныша, Аллаһ Тәғәләгә шөкөр ҡылып,
рәхмәттәр уҡый.
– Бабай, сәсеүеңде тамамлағаныңды көтөп
кенә торған бит был ямғыр! Хоҙай беҙгә, миһырбанлыҡ
ҡылып, ниндәйҙер яҡшылыҡ килеүенә
ишаралайҙыр ул!
– Уның мәрхәмәте киң. Яҡшыға өмөт итәйек!
Амин! – тигән бабай, әбейенә яуап итеп.
Иртәгәһенә, көндөң илаһи хозурлығын күреп,
хайран ҡалғандар, ти: аяҙ күк, саф һауа, асыҡ,
сағыу төҫтәге йәйғор күкте иңләй! Иртәнге тәмле
сәйҙән һуң бабай ҡыуанып ҡына балыҡҡа китә.
Ә әбей ваҡ-төйәк эштәрен башҡарып ҡуйырға
ашыға. Ҡош-ҡортон ашата, самауырын ҡайната,
бабайына тәмле ҡоймаҡ ҡоя.
Ә бабай был ваҡытта балыҡ ҡармаҡлай икән.
Тик ниңәлер балыҡ ҡапмай ҙа ҡапмай. Ямғырҙан
һуң йылы. Ел юҡ. “Ғәҙәттә, бындай саҡта балыҡ
бик шәп ҡаба ине ләһә. Ни булды әле бөгөн?!
Әбейемдең балыҡ ашағыһы килә. Исмаһам, бер
бөртөк кенә булһа ла балыҡ алып ҡайтып булһа
инде әбекәйемә”, тип уйлай. Шул саҡ ҙур ҡармаҡ
менән ит алып килгәне иҫенә төшә бабайҙың.
Ҡармағына ит ҡуйып, уны ҡамыштар араһына,
төпкәрәк ырғыта.
Күҙ асып-йомған арала ғына ҙур ҡармаҡты
нимәлер төпкә һөйрәп алып китә лә башлай.
Бабай уны, ебенән тотоп, яр ситенә, ә нимәлер
һыу төбөнә тарта, ти. Тартҡыслай торғас, бабай
тегене яр ситенә һөйрәп алып сыға. Ҡараһа!.. Ни
ғәләмәт!..Бабай ҙур балыҡ менән алышҡан икән
дә!.. Яр ситендә абайлабыраҡ ҡараһа, бабайҙың
үҙе ҙурлыҡ суртан булып сыҡҡан!
Бабай ҡыуанысынан теге балыҡты күтәреп
алайым тиһә, суртан, әйләнеп килеп тороп ҡой-
роғо менән “шап” иттереп, бабайға эләктереп
алған. Бабай һыуға барып төшкән, ти. “Аһ, әле
һин шулаймы ни!..” — тип, теге балыҡтың башына
йоҙроғо менән тондора ул һәм хәрәкәтһеҙ ҡал-
ған суртанды һөйрәп, өйгә алып ҡайта. Әбейе,
был хәлде күреп, хайран ҡала. Бабайына: “Аллаһ
Тәғәләнең беҙгә ҡарата йәнә бер шәфҡәте,” —
тип,йүгереп йөрөп ҡыуана.
Шулай итеп, бабай менән әбей, яуған ямғыр,
ишелеп уңған иген, бәрәкәтле ер, балыҡлы йылға,
емешле урман-тауҙар өсөн дә Аллаһ Тәғәләгә
шөкөр итеп, рәхмәттәрен уҡыған. Уларға көн-
дән-көн ҡыуаныс өҫтөнә ҡыуаныс килгән. Ә бер
көндө уйламағанда, Аллаһ Тәғәләнең киң рәхмә-
те менән, әбей менән бабай уллы була! Эй, шат-
ланалар улар!
– Йә, атаһы, улыбыҙға кем тип исем ҡушабыҙ?
– тигән әбей.
Бабай күп уйлап тормаған, Лоҡман тип исем
биргән сабыйға.
Йөҙйәшәр Суртан
Балыҡ тотоп йөрөгән йылғаның төбөндә, бик
тәрәндә, йәшәгән, ти, һыу халҡы. Баштан билгә
тиклем улар кеше ҡиәфәтендә, ә билдән түбән
яғы балыҡтыҡы һымаҡ, ти. Һыу халҡының үҙенең
Һыубатшаһы булған. Бер ваҡыт уның хеҙмәтселәренә,
һалдаттарына һәм шул батшалыҡҡа буй-
һонған һыу халҡына ҡурҡыныс янай башлаған.
Ҡайҙандыр килеп, был батшалыҡҡа йөҙйәшәр
Суртан эйәләшкән, ти.
Һыубатшаның батшалығы шул тиклем хозур
була. Уға хисапһыҙ балыҡтар хеҙмәт итә икән.
Аҫыл таштарҙы, гәлсәр, яҡут, гәрәбә, мәрйен ке-
үек бөтөн байлыҡты был Һыубатшаға ташыр булғандар,
ти. Шуға ла батшалыҡ һарайҙары күҙҙең
яуын алып торған. Хатта юлдары ла ҡиммәтле
таштар менән биҙәлгән булған.
Суртан килгәндән бирле был батшалыҡтың хеҙмәтселәренең яртыһы юҡ була. Ни өсөн тиһәң,
шул Суртан барыһын да ашап тик тора икән.
–Тиҙҙән һис кем ҡалмаясаҡ был батшалыҡта!
Суртан барыбыҙҙы ла ашап бөтөрәсәк, – тигән
ризаһыҙ халыҡ, Һыубатшаһына килеп.
Батшаның шул тиклем асыуы килгән. Утлы
уғын алған да Суртан менән алышҡа сығып кит-
кән.
Һыубатшаһы әлегә тиклем Суртанды күргәне
булмаған. Бер мәл теге мәлғүнде күреп ҡала.
– Бына ниндәй хәшәрәт икәнһең һин! – ти ҙә
утлы уғын Суртандың ҡойроғона ҡаҙай, шунан
уны һурып ала ла ҡамыштар араһына инеп китә.
Суртан, тегеләй-былай әйләнеп, ауыҙын әшәүәтһеҙ
асып, үҙен йәберләүсене эҙләй башлай.
–Был ни ғәләмәт булды әле! Кем уға ҡағылы-
рға баҙнат итте?! –тип аптырашта ҡалған ул.
Күп тә үтмәй, Һыубатшаһы, ҡамыштар араһынан
тороп, уғын Суртандың бүҫелергә торған
ҡорһағына ҡаҙап алған. Һуңғы көндәрҙә батша-
лыҡтың хеҙмәтселәрен тотоп ашай алмаған Сур-
тан, аслыҡтан да, ауыр яранан да хәлһеҙләнгән.
— Был ниндәй ҡурҡыныс йән эйәһе мине –
йөҙйәшәр хәйләкәрҙе – йәрәхәтләне һуң әле?!.
– тип баш ватҡан, ыңғырашып. Үҙенең хәле бөтә
башлаған. Был ерҙән тиҙерәк ҡасып китергә кә-
рәк тип уйлай ул, дер-дер ҡалтырап. ...
Аһ! Был ни ғәләмәт?!. Ит еҫе сыға бит!.. Тәмле
ит ашап алһа, Суртанға хәҙер хәл керәсәк, яра-
лары бөтәшәсәк. Ҡайҙа әле, ауыҙ итәйем хуш
еҫле итте!.. Шулай тип уйлап, Суртан, итте һоғо-
ноп ебәрә. Тамаҡ ялғанды, инде был ерҙәрҙән
тайырға ваҡыт етте! – Яралы кәүҙәһен саҡ һөй-
рәп, китергә ыңғайлай. Тик әлеге ит бауға бәй-
ләнгән булған бит! Суртанды һыуһыҙ ергә — ярға
тартҡылай был ғәләмәт!..
Шул мәлдә Суртандың ҡармаҡҡа эләккәнен
Һыубатша күреп ҡала. Йә, кем еңер икән?.. Ул
ҡырҙан ғына күҙәтә башлай. Әгәр Суртан ҡасыр
яҡҡа ыңғайлай башлаһа, утлы уғы менән Суртан-
дың туймаҫ ҡорһағына берҙе эләктерергә әҙер
тора, ти үҙе.
Ҡара ерҙә ҡара тирен түгеп, хеҙмәттә сы-
ныҡҡан балыҡсы Суртанды еңә! Йөҙйәшәр йән
эйәһе яр башына сығып ятыу менән Һыубатша,
еңел һулап, үҙенең батшалығына йөҙөп китә.
— Бына бит, үҙенең башына шашты был Сур-
тан! Хәҙер инде минең батшалығымда тыныс.
Һыуһалдаттарыма, хеҙмәтселәремә, йомошсола-
рыма һис бер ҡурҡыныс янамай, — ти ул.
Һарайҙа үҙенең бүлмәһенән Батшабикә килеп
сыға. Һыубатша булған хәлде, Суртанды нисек
итле ҡармаҡҡа эләгергә “ярҙам иткәнен” ҡаты-
нына һөйләп биргән. Батшабикә үҙенең батыр
Һыубатшаһын, ғорурланып, һоҡланып тыңлаған
да еңел һулап ҡуйған. Икенсе бүлмәлә иҙрәп
йоҡлап ятҡан Һыуһылыу исемле ҡыҙын ҡарап,
ире янына йәнә йөҙөп килә.
– Ул ҡомһоҙ бәләкәй балаларҙы ла йәлләмәне,
ашаны бит! – тип әрнегән Батшабикә. – Әйткән-
дәй, күрше Балыҡбикәләрҙән алыҫ та түгел ерҙә
Йәйенбай йәшәй тип ишеткәйнем.
– Йәйенбайҙан балыҡтарға ҡурҡыныс янамай.
Бик ныҡ асыҡһа ғына ятҡан еренән ҡуҙғала. Шул
саҡта ғына һаҡ булырға кәрәк. Ҡайҙа һыу шау-
лай, кеше йөрөймө, малмы, Йәйенбай шул яҡҡа
юллана. Ул барыһын да ашай. Ҡорбаны ауыҙына
һыйырлыҡ булһа, шул етә.
Лоҡман батыр
Бабай менән әбейҙең улдары Лоҡман, йомош-юлға
йүгереп кенә йөрөп, ныҡ ярҙамсыл булып
үҫеп етә. Егет ҡорона еткәс, атаһының ҡулынан
барлыҡ ауыр эштәрҙе үҙ өҫтөнә ала. Лоҡманға
ҡарап, атаһы: “Аллаһ Тәғәләнең биргәненә
шөкөр!” – тип, бик ҡыуанған.
Атаһы улына бик йылғыр һәм матур ҡолонсаҡ
та инселәгән була. Егет ҡорона инеүгә ҡолонсаҡ
тай булып үҫеп етә. Лоҡман яратҡан тайына Дөл-
дөл тип исем ҡуша. Улар айырылмаҫ дуҫтар була.
Ҡайҙа барһа ла тик бергә йөрөйҙәр.
Лоҡмандың үҙенең дә шәп дуҫтары күп була.
Йорт-ҡура эштәренән бушағас, дуҫтар бергәләп,
ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнай. Боронғо башҡорт ха-
лыҡ йырҙарын өйрәнәләр. Атта сабышалар,
уҡ-һаҙаҡтан аталар. Ҡолас ташлап, йылғала
йөҙәләр.
Бер заман егеттәр ат сабышы ойошторорға
булып китә. Аттарҙы сабышҡа әҙерләп, ашатып,
ялдарын тарап, тәрбиәләйҙәр. Уларҙы һыуҙа көн
дә йыуындыралар.
Лоҡман да Дөлдөлөн бик һәйбәт ҡарай, ярата,
ашата, йыуындыра. Ныҡ ҡәҙерләй икән.
Бер көндө Лоҡман дуҫтарына килә лә:
– Егеттәр, тиҙҙән үтәсәк ярышҡа аттарыбыҙҙы
һәйбәт итеп әҙерләнек. Матур итеп сығыш яһарға
булһын! – тигән.
– Байрамда тамашасылар араһында ҡыҙҙар
ҙа күп була. Үҙебеҙгә кәләш тә һайларбыҙ, — тип,
егеттәр дәррәү ҡыуаныстарын белдерә.
Байрам күңелле үтә. Йырсылар, бейеүселәр,
ҡурайсылар, уҡсылар, йүгеректәр, бағанаға ме-
неүселәр, оҫталар, көрәшселәр майҙан тота. Ат
сабышында Лоҡман еңеүсе була. Уның Дөлдөлө,
барыһын да артта ҡалдырып, иң беренсе килеп
етә. Ауылыбыҙ батыры тип, Лоҡманды ҙурлап, ха-
лыҡ алдына сығарып, иң ҙур бүләкте уға тапшы-
ралар. Лоҡман батыр тип уны хөрмәтләп йөрөтә
башлайҙар.
Шул көндән алып Лоҡман ата-әсәһе алдында
ғына түгел, ауыл халҡы алдында ла үҙен бурыс-
лы итеп тота башлай.
Ярыштан ҡайтҡас, Лоҡман, Дөлдөлөн етәкләп,
тағы ла йылға буйына килә. Атын йыуындырып,
ялдарын тарап, дүрт тояҡлы дуҫын үлән утларға
тип, туғайға ебәрә. Үҙе һыу инергә төшөп китә.
Шул ваҡыт алыҫ түгел, томбойоҡтар араһынан
һыуҙан башын сығарып, бик сибәр ҡыҙ егеткә
һүҙ ҡуша.
Лоҡман, тирә-яғына ҡаранып, ҡыҙҙы саҡ кү-
реп ҡала һәм ҡыҙҙың сибәрлегенә таң ҡала!
Бындай һылыулыҡты ғүмерендә лә күргәне юҡ
таһа уның!.. Үҙен-үҙе тота алмай, ҡыҙ торған яҡҡа
йөҙә башлай.
–Туҡта! Урыныңдан ҡуҙғалма! Юғиһә мине
башҡаса күрмәйәсәкһең! – тип ҡысҡырып ебәрә
ҡыҙ.
Лоҡман урынында ҡала.
– Һин кем булаһың, сибәр ҡыҙ? Нишләп мин
һине бер ҙә күргәнем юҡ икән? – ти, егет.
– Ә мин һине атың менән килгәнеңде көн дә
күрәм. Ниңәлер бөгөн оҙаҡланың? Мин һине
оҙаҡ көттөм,– ти ҡыҙ.
– Бәй, бөгөн байрам булды бит ауылда. Һин
килмәнеңме ни? Унда күңелле ярыштар, төрлө
милли уйындар булды. Шуға күрә оҙаҡланым, –
ти икән егет.
Ҡыҙ күңелһеҙ генә көрһөнә лә, иламһыраған-
дай итеп, һыуға сума.
– Әллә илайһың инде? Туҡта әле, һылыу ҡыҙ!..
– тип Лоҡман ҡыҙ торған урынға йөҙөп барһа,
ҡыҙ урынында юҡ, ти.
Лоҡман был күренешкә ныҡ аптырап ҡала.
Ян-яғына ҡаранып, ҡыҙҙы эҙләй башлай. Тик һис
кем күренмәй, тауыш-тын ишетелмәй. Аптырағас,
һыуҙан сыға ла, утлап йөрөгән атының теҙге-
ненән эләктереп, ҡайтыу яғына ыңғайлай.
Уйынан әлеге ҡыҙ һис сыҡмай. “Кем булды был
сибәркәй? Быға тиклем ниңә уны күрмәгәнмен?”
– шундай уйҙарға батып, онотолоп йөрөй егет.
Ахырҙа үҙенең уйын әсәһенә әйтмәй булдыра
алмай Лоҡман.
– Әсәй, мин бөгөн шундай сибәр ҡыҙ күрҙем,
– ти.
–Эйй, балаҡайым, сибәр ҡыҙҙар күп инде ул!
Ата-әсәһе ҡыҙҙарға өйҙән йыраҡ сығып йөрөргә
рөхсәт итмәһә лә, бөгөн байрамға килгәндәрҙер
барыһы ла, – ти әсәй кеше улына.
–Юҡ, әсәй, мин ул ҡыҙҙы һыу эсендә күрҙем,
– тип, Лоҡман, ҡабаланып өйҙән сығып китә. Үҙе
“Әсәйем минең ул ҡыҙ тураһында уйлағанымды
һиҙеп ҡуймаһын. Ул ҡыҙҙы тағы ла яҡшыраҡ итеп
күҙ алдына килтерәйем әле,” – тип уйлай үҙенсә.
Һыуһылыуҙың йөрәк әрнеүе
Һыуһылыу, ер-һыу илап, Батшалыҡҡа ҡайтып
инә.
– Ҡыҙым, ни булды һиңә? Берәйһе йәберләне-
ме? Кем ул ҡәбәхәт! – хафаға ҡалған әсә үҙ бүл-
мәһенә инеп йәшенгән ҡыҙы артынан ҡалмай.
–Йә, ҡыҙым, әйт инде әсәйеңә, ни булды
һиңә?!. Атайың белеп ҡалһа, кәрәктәрен бирер!
— ти икән.
Һыуһылыу, әсәһенең ике уйлап, бер төшөнә лә
инмәгән сәйер хәбәр һалдыра:
–Әсәй! Минең һыубатшалығында йәшәгем
килмәй! Минең ерҙә йәшәгем, ҡаты ерҙән атлап
йөрөгөм килә! Мин Ер егетенә ғашиҡ булдым.
Мин ул егетте яратам!
–Кит инде, ҡыҙым, балыҡтар ышанмаҫ хәбәр
һөйләп тораһың? Тәүбә ит! Ана, һинең өсөн күр-
ше егет Балыҡбай ҡайһылай өтәләнеп йөрөй.
Атайың ишетеп ҡалмаһын! Икебеҙгә лә һәйбәт
булмаҫ!.. – ти әсәй кеше.
Һыуһылыу һаман да үҙенең һүҙен һөйләгән:
– Ерйегетте мин үҙебеҙгә алып ҡайтам! – ти
бер ваҡыт ҡәтғи генә.
Батшабикә ҡыҙы өсөн бик ҡайғырып китә.
Был хаҡта атаһына нисек еткерергә һуң? – тип
балыҡтарын һанап ултырған Һыубатша янына
килә. Иренең мөһим эш менән булышып улты-
рыуын күреп, уны бүлдергеһе килмәй.
– Ҡыҙың ғашиҡ булған икән, ғәйеп юҡ. Үҙеңдең
йәш сағыңды иҫеңә төшөр әле?. Һин дә бит ул
замандарҙа Ерйегетте оҡшатып йөрөнөң. Егет-
те яратам тип, мин бит Һыубатшалығын ташлап
китмәнем. Һыуһылыуым да бер аҙ болоҡһор ҙа
туҡтар әле, – тип, Батшабикә үҙен-үҙе тыныслан-
дырған.
Ә Һыуһылыу, үҙенә урын таба алмай, Ерйегет-
тең ат йыуындырған, һыу ингән урынына тағы
килгән, ти.
Ҡамыштар араһынан һыуҙан башын сығарып
ҡараһа, Ерйегет тә яр ситендә моңайып ултыра
икән. Аты ла юҡ, башын эйеп, һыуға текәлгән дә
төпһөҙ уйға сумған.
–Иих, Ниңә генә мин уға өндәштем, һүҙ ҡуштым
инде! Ул да мине оҡшатҡан күрәһең, хәҙер
уның да мине күргеһе килә, шуға бойоҡтор... –
тип уйлай ҙа Һыуһылыу, йәненең әрнеүенә сыҙа-
май, киң йылғаны бер итеп, илай-илай, йөҙә баш-
лай. Ни эшләгәнен, ҡайҙа барғанын да белмәй.
Үҙҙәренең батшалығынан бик алыҫлашҡан икән
Һыуһылыу. Һәр ерҙә ҡурҡыныс һағалап торғанын
белһә лә тыуған йортона кире ҡайтҡыһы кил-
мәй уның. Шулай бик оҙаҡ йөҙә торғас, Таштауға
барып етә лә аптырап ҡала. “Мин ҡайҙа йөрөп
ятам әле? Белмәгән-күрмәгән ерҙәргә нишләп
килдем һуң мин? Был Таштау тураһында балыҡ
халҡынан бер ҙә ишеткәнем юҡ ине бит,” – тип
уйлай Һыуһылыу.
Хәҙер уға бында бик ҡыҙыҡ булып китә. Таштау
тигән ерҙән, һыу аҫтына сума. Бер сумһа, күрә,
киң генә юл өңгә инеп китә икән. “Бәй, был нин-
дәй юл икән? Бәлки, Йәйен ояһылыр унда?” – тип,
ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, инеп күрергә була.
Шул саҡ: “Ерйегеткә булған мөхәббәтем,
бәлки, буш хыял ғыналыр? Уның янында мин йә-
шәй алмайым. Ерьегет беҙҙең батшалығыбыҙҙа
ла йәшәй алмай. Шулай булғас, был донъяның
ни ҡыҙығы, ни йыуанысы??! Йә, ярай, үлһәм ошо
Таштау эсендә ҡалырмын, тере ҡалһам, Һыу-
батшалығына кире ҡайтырмын,” – тип уйлай ҙа
Һыуһылыу Таштау эсенә юлын дауам итә. Ул бик
оҙаҡ бара.Таштау эсе үҙе һыуыҡ, үҙе ҡараңғы, ти.
Күҙгә төртһәң дә бер ни күренмәй. “Әллә боро-
лорғамы? Юҡ! Аҙаҡҡаса барырға!” – тип, алға ын-
тыла Һыуһылыу.