-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Октябрь 2024, 16:06

Ат ҙурлыҡ ҡуян (француз халыҡ әкиәте)

Бер крәҫтиән улын һарыҡ көтөргә ебәргән. Малай көтөүлеккә барып етмәгән, ярты юлдан кире боролған.— Атай, атай!— тигән ул, ҡайтып ингәс.— Мин әле генә ат ҙурлыҡ ҡуян күрҙем. Мылтығыңды ал да — әйҙә тиҙерәк!

Ат ҙурлыҡ ҡуян  (француз халыҡ әкиәте)
Ат ҙурлыҡ ҡуян (француз халыҡ әкиәте)

— Ат ҙурлыҡ, тиһеңме? Алдашма.
— Ат ҙурлыҡ уҡ булмаһа ла, үгеҙҙән бер ҙә кәм түгел.
— Үгеҙ ҙурлыҡ ҡуян! Юҡты һөйләмә!
— Эйе шул, хатта быҙауҙан да ҙур!— тип ҡысҡырған малай түҙемһеҙләнеп.
— Быҙау? Шикле, бик шикле...
— Эйе, һарыҡ ҙурлыҡ инде!
— һарыҡ ҙурлыҡ?
— Эйе, бәрәс хәтлем.
— Бәрәс кеүек, тиһеңме?
— һис юғында, ул ҡуянды бесәй менән дә сағыштырып була.
— Бесәй менән? Әһә...
— Сысҡандан ҙурыраҡ инде.
— Сысҡан тиклем ҡуянмы?
— Бәлки, сысҡандан бәләкәйерәктер. Шулай ҙа себендән дәүерәк.
— Ҡуян себен ҙурлыҡмы? Моғайын, улым, һин бер нәмә лә күрмәгәнһеңдер? Бар, улым, бар, һарыҡтарыңды көт!

Сығанаҡ

Автор: Миляуша Камалова
Читайте нас: