Ике күгәрсен бигерәк тә, малайҙарҙы яратып, уларға әленән-әле баштарын бора биреп, моңланды. Һәр иртә тәҙрә ҡаршыһындағы миләш ағасына ҡуна ла әйҙә гөрөлдәргә тотона: “Гөр, гөр, гөр...”
— Улар беҙгә нимәлер әйтергә теләйме икән? – тип һораны Усман бер көндө олатаһынан.
— Шулайҙыр, Усман улым. Әйҙә уларҙы һыйлайыҡ әле! Күгәрсендәр — кешеләргә тыныслыҡ теләүсе, изгелек юраусы ҡоштар улар. Асыҡҡандарҙыр.
Усман ҡоштарҙы һыйларға Самат менән Ильяс ҡустыларын да саҡырҙы. Олатаһы башта тағараҡ эшләне. Усман уға ике яҡлап бау бәйләне. Ҡустылары ла тотоп ҡараны, ярҙам кәрәкмәйме тигән һымаҡ булды. Ейәндәренең ярҙамынан ҡыуанып торған олаталары, һәр береһенең арҡаһынан яратып алды, шунан тағараҡты өй ҡаршыһындағы миләш ағасына элеп ҡуйҙы.
Вәт тамаша! Күгәрсендәр көн дә, ҡыуанышып, тағараҡҡа ҡуна башланы. Малайҙар һалған икмәк, бойҙай, тары ярмаһы менән һыйландылар. Бер биҙрәгә һыу ҡойоп килтерҙе Усман. “Күгәрсендәр һыу йотһа, тауыштары тағы ла моңлораҡ булыр,” — тигәйне олатаһы. Ысынлап та! Ҡайһылай дөрөҫ әйткән ул! Ҡошҡайҙар тағараҡта ем ашайҙар ҙа тотоналар йырларға: “Гөр, гөр, гөр...” Күгәрсендәр янына сыйырсыҡтар ҙа, турғайҙар ҙа килеп ҡунды. Усман да, Самат та, бер ҡоштарға, бер олатаһына ҡарап, көлөп-ҡыуанып тора. Бәләкәй Ильяс ҡына аңлап бөтөрмәне буғай ағайҙары менән олатаһының был мәшәҡәттәрен.
— Аңлар, әҙерәк кенә үҫһен дә, ҙурайһын да, — тине олаталары, өлкән ейәндәренә ҡарап.
Ә күгәрсендәр, һыйланырға килгән башҡа ҡоштар ҙа, ейәндәргә моңло рәхмәттәрен көн дә еткереп торҙо: “Гөр, гөр, гөр...”
— Ҡоштар телендә барыһы ла бер төрлө икән, шулай бит, олатай? – тине күгәрсендәр йырын тыңлап йөрөгән Усман.
— Бер төрлө кеүек тойола ғына ул, улым. Ҡоштар үҙ телендә матур итеп һиңә, Самат менән Ильяс ҡустыларыңа, ғөмүмән, бар кешеләргә рәхмәт әйтеп, шатлыҡтарын көй аша белдерә.
Күгәрсендәр, улым, улар — тыныслыҡ ҡоштары! Илебеҙгә, Башҡортостаныбыҙға, йорт-еребеҙгә именлек теләйҙәр. Бөгөн яуҙа йөрөгән ағайҙарҙың, бабайҙарҙың тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуҙарын теләп тә гөрөлдәйҙәр.
Элегерәк, беҙ бәләкәй саҡтарҙа, күгәрсендәрҙең тәпәйҙәренә хат бәйләп ебәреү күренештәре лә булды. Яратҡан ҡоштарыбыҙ беҙҙең сәләмдәрҙе илебеҙҙең төрлө төбәгендә йәшәүсе дуҫтарыбыҙға илтә торғайны. Уларҙан килгән хаттарҙы тотоп, беҙ йөрөйбөҙ ҡыуанып. Бергәләшеп йыйылып ҡысҡырып уҡыйбыҙ!..
Бөгөн һеҙ хаттарығыҙҙы телефон аша ғына ебәрәһегеҙ. Хатта һүрәттәрен дә төшөрәһегеҙ! – тине олаталары, ейәндәренә ҡарап.
Улдарының иғтибарлы ҡарашын күреп, олатайҙары һүҙен дауам итте: “Гөрләһен тыныслыҡ күгәрсендәре! Башҡортостаныбыҙ сәскә атһын, яугирҙәребеҙ еңеү менән ҡайтһын! Һеҙҙең кеүек уландарыбыҙ тыуған еребеҙҙә тыныслыҡта ғына йәшәһен!”
Усман, Самат менән, Ильяс ҡустыларын ҡосаҡлап, олатаһына йылмайып ҡараны. Олаталары, эстән генә нимәлер әйтеп, ейәндәренең арҡаһынан һөйөп алды.