— Әйҙә, көрәшселәр янына барайыҡ. Күрше Айрат ағай быйыл да, бөтәһен еңеп, батыр исеме алырмы икән? — тине ул Уралға. “Айрат ағай бик көслө бит, ысын батыр ул!” – Урал ағаһының һүҙенә ҡыуанып риза булды.
Малайҙарҙың теләктәре ҡабул булды бит, әй! Бик күп баһадирҙар көрәшкәндән һуң майҙан уртаһында Айрат ағалары үҙе генә тороп ҡалды. Уға тәкә бүләк иттеләр. Еңеүсе, төп бүләкте яурынына һалып, майҙанды бер әйләнеп сыҡты. «Бына, исмаһам, батыр! Афарин!» — тигән тауыштар яланды яңғыратты.
— Алпамыша батыр ҙа, һабантуйҙа һинең кеүек көрәшеп, тәкә алдымы икән? — тип һораны Урал Айрат ағаһынан өйгә ҡайтышлай.
— Алпамыша — әкиәт батыры, — тип башланы һүҙен көрәштә еңеүсе. — Урал, Һәүбән, Заятүләк, Ҡамыр, Аҡъял, Арпа, Алп батырҙар ҙа — әкиәттә генә. Улар ай үҫәһен көн үҫеп, ғәҙәттә, ете йәшендә халҡы өсөн көрәшерлек ҡаһарманға әйләнә. Ә ысын тормошта батыр булыуы бик еңелдән түгел, ҡустылар.
Әүәлге замандарҙа, ата-бабаларыбыҙ ырыу-ҡәбилә булып йәшәй башлаған саҡтарҙа, улар үҙҙәренең башлыҡтарын батыр тип йөрөткәндәр. Олатайымдың Ҡыпсаҡ, Бөрйән, Тамъян ырыуҙары башлыҡтары Бабсаҡ, Ҡарағөлөмбәт, Тамъян батырҙар хаҡында һөйләгәне иҫемдә.
Һабантуй батыры хикәйәтен дауам итте.
— Һуңғараҡ, яуҙа ҡаһарманлыҡ, таҫыллыҡ күрһәткән кешеләрҙе батыр тип атай башлағандар. Мәҫәлән, сәсән-шағир Салауат Юлаев — башҡорт халҡының данлы батыры. Башҡорт старшинаһы Кинйә абыҙ ҙа, Алдар менән Күсем батырҙар ҙа башҡорттарҙы азатлыҡ өсөн яуға күтәргән. Ҡаһым түрә менән Абдрахман батыр 1812 йылғы француз яуында дан-шөһрәт ҡаҙанған.
1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында әллә күпме ир-азаматтар, ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, батыр даны менән ҡайтҡан. Муса Гәрәев, Таһир Кусимов һәм башҡа батырҙарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Беҙҙең олатайыбыҙ радист-элемтәсе Ғайса Кәримов та батыр, ул да дошманды еңеү өсөн, фашистарҙы ҡыйратыу өсөн йәнен-тәнен аямай һуғышҡан. Беҙ олатайыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ!
Күп яугирҙарыбыҙ, ҡаһарман батырҙарыбыҙ илебеҙ өсөн һуғышта баш һалған, үкенескә күрә, яу ҡырында ятып ҡалған. Шакирйән Мөхәмәтйәнов (Александр Матросов), Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин һәм Миңлеғәли Шайморатов кеүек батыр шәхестәребеҙҙе бер ваҡытта ла онотмайбыҙ. Улар тыуған илебеҙгә ҡорос һындар, һәйкәлдәр булып ҡайтты! Батырҙар даны, уларҙың исемдәре мәңгеләштерелә. Мәктәптәргә, урамдарға, төрлө майҙандарға ҡаһармандарыбыҙҙың исемен ҡушып, барлыҡ халыҡҡа үҙеббеҙҙең геройҙарҙың данын еткерәбеҙ! Һәр ауылды, ҡаланы яугирҙар хөрмәтенә ултыртҡан ағастар биҙәй. Былар барыһы тәрән ғорурлыҡ тойғолары уята.
Башҡортостан – батырҙар төйәге ул! Ҙур үҫкәс, барыһын да белерһегеҙ. Үҙегеҙ ҙә, туғандарым, ысын батыр булып йәшәрһегеҙ әле, Аллаһ бирһә!
Ауылдағы иң көслө көрәшсе Айрат ағаларының изге теләктәрен ишетеп, Азат менән Урал бик ҡыуанды. Хатта өйгә ҡайтып еткәндәрен дә һиҙмәй ҡалды улар.
Диана Латипова һүрәте.