Өләсәй. Айбулат! Һыу ғына керетеп бир әле, сәй ҡайнатырға ла һыу юҡ. Минең билем ныҡ ауырта. Сәй ҡайнатып эсәйек.
Айбулат. Өләсәй, үҙең генә ал да кер инде. Яҡын бит. Минең йоҡо килә. Уфф…(икенсе яғына әйләнеп ята).
Өләсәй. Әй, улым, улым. Һин нисек йәшәрһең икән? Мин ҡартайҙым инде. Донъя һиңә ҡала. Әҙерәк эшләргә өйрәнһәңсе!
Айбулат. Юҡ! Эшләге килмәй. Ана бит Бесәй ҙә, Эт тә, Һыйыр ҙа, Тауыҡ та бер ни ҙә эшләмәйҙәр, ә рәхәтләнеп йәшәйҙәр.
Өләсәй. Эй, улым, улым! Яңылышаһың. Һәр кем эшләп йәшәй. Ышанмаһаң, үҙҙәренән һора.(Сығып китә).
Бесәй керә.
Айбулат. Эй, Мыяубикә, кил әле бында. Һиңә һорауым бар.
Бесәй. Ниндәй һорау ул, Айбулат ағай?
Айбулат. Бына һин көнө буйы эшләмәй йөрөйһөң, рәхәтләнеп йоҡлайһың. Өләсәйем Бесәй ҙә, Эт тә, Һыйыр ҙа, Тауыҡ та, хатта Бал ҡорто ла эшләп йәшәй,ти. Ә бына һин нимә эшләйһең?
Бесәй. Өләсәй дөрөҫ әйтә, Айбулат ағай. Мин көндәр буйы бер ҙә тик йөрөмәйем, йоҡлап та ятмайым. Сысҡан тотоп ашайым. Шулай итеп кешеләргә файҙа килтерәм, үҙемдең тамағымды ла туйҙырам. Ә бына һин ялҡауһың! Өләсәйгә лә ярҙам итмәйһең!
Айбулат. Кит бар! Күҙҙән юғал! (Айбулат бесәйҙе ҡыуып сығарып ебәрә лә үҙе ихатаға сыға. Аҡтырнаҡты күреп, унан һорашыр өсөн янына саҡыра). Аҡтырнаҡ, кил әле яныма, һорауым бар.
Эт. Ниндәй һорау ул, Айбулат ағай?
Айбулат. Бына һин көнө буйы эшләмәй ҡояшта ҡыҙынаһың, бушты бушҡа ауҙарып ихатала йөрөйһөң. Ә өләсәйем Бесәй ҙә, Эт тә, Һыйыр ҙа, Тауыҡ та, хатта Бал ҡорто ла эшләп йәшәй,ти. Ә бына һин нимә эшләйһең?
Эт. Өләсәй дөрөҫ әйтә, Айбулат ағай, мин ҡояшта ҡыҙынып ҡына ятмайым. Мин барҙа ихатаға төлкө лә, бүре лә, ҡараҡ та килә алмай. Минең эшем шул. Ә буш ваҡытта һөйәк эҙләп, шуны кимереп тамаҡ туйҙырам.
Айбулат. Һинең менән дә һөйләшеп булманы. Һыйырҡай ни эшләй икән? Беләйем әле. ( Ул һыйыр янына килә. Һыйырға өндәшә). Һыйырҡай ни хәлдәһең?
Һыйыр. Күреп тораһың, арыу әлегә. Көнө буйы ялан ҡыҙырып, һин һөтөмдө эсһен тип, үләндәрҙең иң тәмлеләрен генә эҙләп ашайым. Хәҙер бына әҙ генә һыу эсәм дә тағы китәм яланға.
Айбулат. Ә мин һине көнө буйы рәхәтләнеп ялан гиҙәһең, эш эшләмәйһең икән тип уйлағайным. Ғәфү ит, Һыйырҡай.
Эргәнән Тауыҡ уҙып бара.
Тауыҡ. Ҡыт-ҡытаааҡ, был ниндәй бәхәс? Миңә лә әйтегеҙ әле.
Айбулат. Бына өләсәй мине ялҡау, эшләмәйһең тип әрләй ҙә әрләй. Үҙемә иптәш табырға тип сығып киттем. Тауыҡ, әйт әле, һин ни эшләйһең ихата артында, гел тибенеп, йырлап тик йөрөйһөң.
Тауыҡ. Юҡ Айбулат ағай, яңылышаһың, мин гел генә тибенеп йырлап йөрөмәйем, ә эшләп ашайым. Тиреҫтәге ҡорттарҙы сүпләйем, сепей сығарам, өләсәй менән һиңә ашарға йомортҡа һалып бирәм.
Айбулат. Ғәфү ит инде, Тауыҡҡай. Минең бер ҙә башыма ла килмәгән. Ҙур рәхмәт һиңә.
Ошо ваҡытта Бал ҡорто килеп инә.
Бал ҡорто. Беҙҙ-беҙҙ, нимәгә һеҙҙ ҡыҙыу эш ваҡытында һүҙҙ көрәштерәһегеҙҙ? Ниңә эш эшләмәйһегеҙҙ?
Тауыҡ. Эйе, ысынлап та, эшемде дауам итәйем әле. (Сығып китә)
Айбулат. Һәр кемдең үҙ эше бар! Нәҙекәй бил, һинең дә эшең күптер, моғайын. Һин ни эштәр ҡыйратаһың?
Бал ҡорто. Мин ҡырҙан ҡырға осоп, сәскәнән сәскәгә ҡунып, иң тәмле һуттарҙы йыйып, ҡышҡылыҡҡа бал әҙерләйем. Сәскәләрҙе һеркәләндерәм,Өләсәйгә лә бал йыйып бирәм. Бына һин генә ялҡау! Бер эш тә эшләмәйһең! Ярай, ләстит һатырға ваҡытым юҡ, эшем бик күп. Хуш. Беҙҙҙ… Бал ҡорто сығып китә.
Айбулат. Бәй, мин яңылышып йөрөгәнмен икән дә. Һәр кемдең эше бар. Һәр кем эш эшләй. Юҡ, былай булмай. Мин дә өләсәйгә ярҙәм итәйем әле. Оят бит.
Өләсәй күнәк күтәреп сыға.
Айбулат. Өләсәй,өләсәй, бир күнәктәрҙе, һыуҙы үҙем килтерәйем.
Ҡулынан күнәкте алып, йүгереп сығып китә.
Өләсәй. Бәй, быға ни булған. Әллә бер-бер ғиллә булдымы? (тамашасыға ҡарап). Бына шулай, туғандар.
Алып барыусы. Ошо көндән алып, Айбулат һәр көн өләсәһенә ярҙам иткән. Һыу кереткән, утын ҡырҡҡан, йәшелсәләргә һыу һипкән.
Азат ХӘЛИЛОВ.
Сығанаҡ: "Әсе шәкәр", Башҡортостан китап нәшриәте, 2006. Авторы Азат Хәлилов.