— Нимә алйот кеше һымаҡ бер үҙең һөйләнеп китеп бараһың?
— Бөгөн башҡорт теле дәресендә “Үлмәҫбай” поэмаһын үткәйнек, шуның һүҙҙәрен ҡабатлайым.
— Кем тиһең? Үлмәҫйән тиһеңме?
— Эй, һин, — тип, Айҙар ҡулын дуҫының яурынына һалды. – Уны, әлбиттә, белмәйһең. Һин башҡорт телен уҡымайһың бит әле. Үҙең саф башҡорт булһаң да, урыҫ төркөмөнә йөрөйһөң.
— Йөрөһәсе. Башҡорт теле миңә кәрәкмәй.
— Шуға ла һин — януар, белдеңме?
— Януар!? Нимә ул януар?
— Тыңла әле, — тине Айҙар. — Башҡорт... башҡорт... — ул мығырлай, ниндәй януарға оҡшаш? Миңә бында бигерәк тә яуабы оҡшаны. Немец башын ҡырт-ҡырт ҡырҡа, — ана шул башҡорт инде. Ә илем Рәсәй була, дауылы, еле лә бар, һинең бабаң батып үлгән Чуд тигән күле лә бар.
— Әллә нимә һөйләйһең, януар, януар, — тине уға Булат.
— Ул һүҙҙе мин үҙем дә аңламаным. Нимәне аңлата икән? Әйҙә ана ҡыҙҙарҙан һорайыҡ. Улар ҙа дәрестә булды бит.
Айҙар, ниндәйҙер ҡыҙыҡ табып, шырҡылдашып торған Әлиә менән Ләйсәнгә табан йүгерҙе.
— Нимәгә ҡыуанып тораһығыҙ? Бында бер ҡыҙыҡ һорау килеп сыҡты.
— О, януарҙар, — тип, уға ҡушылды артынан килеп еткән Булат.
— Нимә һөйләйһегеҙ ул? — тип, ҡыҙҙар уларға аптырап ҡараны.
— Һуң бөгөн башҡорт теле дәресендә булдығыҙ бит, — тип, башын юғары күтәреп, сәсен артҡа һыйпап ебәрҙе үҙе менән һоҡланырға яратҡан төҫкә һылыу, буйға оҙон Айҙар. Ҡыҙҙар уның ҡыланышын йылмайып күҙәтте. Мыҡты кәүҙәле, буйға унан ҡайтышыраҡ Булат:
— Маҡтанмай тор әле әҙерәк, — тине уға. — Беҙ ана Үлмәҫйәнде һорарға килдек.
— Үлмәҫйән? Аңра! Үлмәҫбай тинем бит. Ҡыҙҙар “януар” тигән һүҙ нимәне аңлата икән?
— Әллә. Беҙ уны йүнләп тыңламаныҡ та, — тип, тағы нимәнәндер ҡыҙыҡ табып, көлөштө ҡыҙҙар. Эй, булманы һеҙҙән, тип, ҡулын һелтәп, китергә йыйынған Айҙарға:
— Ул, бәлки, элекке һүҙҙер. Өлкән кешеләр белә инде, — тине Ләйсән.
— Эйе шул, ниндәй өлкән кешенән һорарға икән? Уҡытыусынанмы?
— Белдем кемдән һорарға, — тип ҡысҡырып ебәрҙе Әлиә. — Ләйсәндең өләсәһенән. Ул әле вахтала һаҡта ултыра бит. Әйҙә унан һорайыҡ.
Юлдарында осраған балаларҙы этә-төртә, аһылдашып, вахтаға барып төштө был дүртәү.
— Өләсәй, өләсәй! Беҙ һинән бер нәмә һорарға килгәйнек.
Ейәнсәрен күреп, ҡыуанып киткән Рәйсә апай:
— Нимәне, балам? — тине йылмайып.
— Өләсәй, януар нимә була ул?
— Януар? Ул һүҙҙе ҡайҙан ишеттегеҙ?
— Беҙ бөгөн Мостай Кәримдең “Үлмәҫбай” тигән поэмаһын үткәйнек дәрестә, шунда ишеттек ул һүҙҙе, — тине Айҙар.
— Шулай икән дә. “Януар” һүҙе йыртҡыс йәнлек тигәнде аңлата. "Зверь" була инде русса.
— Йәнлек, зверь, — тине Айҙар аптырап. — Атыу немец офицеры, “башҡорт ниндәй йәнлек ул” тип һораған буламы инде?
Булат, быны ишеткәс, рәхәтләнеп көлөргә тотондо.
— Башҡорт — йәнлек, януар. Бына һеҙ — януарҙар, — тине көлөүенән туҡтай алмай. Айҙар, асыуланып, уның битенә берҙе сәпәгәс кенә, көлөүенән туҡтап, Булат уға аптыраулы ҡарашын төбәне.
— Ниндәй ҡыҙыҡ таптың бынан? Үҙең башҡорт булһаң да, бер нәмә лә белмәйһең, — тигәс, уңайһыҙланып киткәндәй булды.
— Ҡуй, балалар, бушҡа ирешмәгеҙ, дәресегеҙ бөттө бит, ҡайтығыҙ, — тине уларға Рәйсә апай.
Мәктәптән сыҡҡас Булат: “Әйҙә, паркка инеп, аҙыраҡ уйнап ҡайтайыҡ. Унда мин кисә тубымды йәшереп ҡалдырғайным”, — тине. “Әйҙә һуң”, — тип, синыфташтар күмәкләп паркка йүгерҙе. Парктың мәктәпкә яҡын булыуы йәтеш инде. Дәрестән һуң рәхәтләнеп уйнап ҡайтырға була. Әммә парктың ҙур ҡапҡаһы бөгөн нишләптер еңел генә асылманы. Күмәкләп тартып ҡаранылар ҙа көстәре етмәгәс, аптырап, ҡайтырға булғайнылар, бер ҡағыҙ киҫәге килеп төштө. Асып ҡараһалар: “Паркка ингең килһә, башҡортса мәҡәл әйт”, — тип яҙылған.
— Кем шулай шаярта икән, йә, кем мәҡәл белә? — тине Әлиә.
— Мәҡәл нимә әле? — тине Ләйсән.
— Пословица, — шуны ла белмәйһеңме, — тип көлдө Айҙар.
Ҡапыл ғына иҫкә төшәме әле ул мәҡәл тигәне. Төрлөсә баш ваттылар. “Сим-сим откройся”, — тип ҡараны Ләйсән. Шул мәл Булат: “Белеме бар — меңде еңер! — тип ҡысҡырып ебәрмәһенме! Бөтәһе лә, аптырап, уға әйләнеп ҡараны. Булаттың һүҙҙәренән һуң ҡапҡа шығырлап асылды ла китте.
— Һин ҡайҙан мәҡәл беләһең? — тине Айҙар.
— Теге ваҡыт уҡытыусы, башҡортса мәҡәл ятлап килмәһәгеҙ, икеле ҡуйып, дәрестән һуң ҡалдырам, тигәс, көнө буйы ошо мәҡәлде ятлағайным. Бына, кәрәк булды, — тип ҡыуанып көлөп ебәрҙе Булат.
Балалар паркка ингәс, ғәжәп хәл күреп, туҡтап ҡалды. Эстә спорт майҙансығы ла, бәүелсәктәр ҙә юҡҡа сыҡҡан. Уның урынына йәшел ағаслыҡ, матур ғына аҡлан хасил булған. Уртала һуҡмаҡ. Ә һуҡмаҡ буйлап бәләкәй генә кеше туп тибеп китеп бара. Был күренеште бер килке ҡарап торғас, Булат, беренсе булып иҫенә килеп: “Ана минең тубым”, — тип, тубы яғына йүгерҙе. Башҡалар ҙа уға эйәрҙе. Барып етһәләр, бәләкәй кеше аҡ һаҡаллы мөләйем генә бабай булып сыҡты.
— Олатай, һаумы? — тип өндәште һәр хәлдән еңел сығып өйрәнгән Айҙар.
— Һаумыһығыҙ, балалар. Был тылсымлы урманда ни эшләп йөрөйһөгөҙ?
— Тылсымлы урман? Нимәһе тылсымлы? Ҡапҡаны астыҡ та килдек тә индек.
— Юҡҡа түгел, юҡҡа түгел, — тип йылмайҙы бабай.
— Мин бына тубымды алырға килдем, — тип саф башҡортса яуап бирҙе Булат. Күп ваҡыт: “Я не понимаю”, — тигән Булатҡа нимә булды, тип, бөтәһе лә ғәжәпләнеп, уға ҡараны.
— Туп һинекеме ни? Ул миңә, тәгәрәп, юл күрһәтеп бара, — тине бабай.
— Ә һеҙ ҡайҙа бараһығыҙ?
— Ана, бейек тауҙы күрәһегеҙме, унда минең өйөм. Шунда табан ине юлым.
— Олатай, минең тубымды бир, һеҙҙең өйөгөҙ былай ҙа күренеп тора бит, — тине Булат.
— Ә юҡ, унда барып еткәнсе ҡара урманды үтергә кәрәк, аҙашып китеүем бар. Әйҙә мине оҙатығыҙ, шунан мин һеҙгә ҡайтыр юлды күрһәтермен.
Дуҫтарға бабайға эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы. Шулай китеп барғанда, урман ситендә айыу үкергәне ишетелде. Балалар, ҡото осоп, бабайға һыйынды. Күп тә тормай айыу үҙе күренде. Айыу ҡаршыһына улар йәшендәге егет килеп сыҡты. Ҡулында бысаҡ. Айыу хәҙер ашай инде был егетте, нишләп ҡасмай икән, тип уйлай ине һәр береһе. Әммә айыу менән егеттең ҡыланышы "бесәй — сысҡан" уйынына оҡшағайны. Был дүртәү, ауыҙҙарын асып, айыуға ҡарап ҡатҡан.
— Ҡурҡмағыҙ. Ул айыу һеҙгә теймәйәсәк. Һеҙгә тәғәйенләнмәгән ул.
— Улар ни эшләй һуң? Ул егет нисек айыуҙан ҡурҡмай эргәһендә йөрөй?
— Әллә нисә көн йөрөй ул шулай ҡаңғырып. Ниндәйҙер уҡыусы “кем ун дүрт йәшендә айыу алған” тигән һорауға яңылыш яуап биргән, күрәһең. Яуап яңылыш булғас, батыр айыуҙы йыға алмай. Бәлки, һеҙ беләһегеҙҙер? Ниндәй батыр ун дүрт йәшендә айыу алған? Дөрөҫ әйтһәгеҙ,тубығыҙҙы биреп тә ҡуйырмын әле. Тупты ҡулығыҙға алыу менән ҡайтыр яҡҡа юл асыласаҡ һеҙгә.
Был дүртәү уйға ҡалды. Эйе, яҡшы уҡыйҙар ҙа ул. Тик башҡорт тарихын да, әкиәттәрҙе лә насар беләләр шул.
— Аҡъял батыр, — тине Ләйсән.
— Добрыня Никитич, Алеша Попович, — тип ебәрҙе Әлиә.
— Мин беләм, мин беләм, — тип ҡысҡырҙы шунда Булат. — Илья Муромец! Ул бит соловей-разбойникты еңгән.
Илья Муромец, тигәнде ишеткәс, Айҙар, көлөүенә сыҙай алмай, ергә ҡолап китте хатта.
— Илья Муромец ҡайҙан ун дүрт йәшендә айыу алһын? Ул утыҙ өс йәшенә тиклем мейес башында ятҡан.
Балаларҙы шым ғына күҙәтеп торған бабай:
— Был әкиәт геройы түгел, башҡорт батыры, — тине.
— Салауат Юлаев, — тип һикереп торҙо Айҙар. — Яңы иҫләнем. Уҡытыусы һөйләгәйне бит.
Шунда иҫ киткес хәл булды. Егет айыу менән көрәшеп, ябай бысаҡ ярҙамында ғына уны ергә йығып һалды. Был хәлде күҙәтеп торғандар иҫенә килгәнсе, улар күҙҙән дә юғалды.
— Илья Муромец, тигән булаһың. Бына ниндәй башҡорт батырҙары булған элек, — тине Айҙар, Булатҡа ҡарап.
— Олатай, яуап дөрөҫ булды бит, тупты бир инде, — тине уныһы.
— Эй, бында эшегеҙ бөтмәгән икән. Күрәһеңме, тубың артабан тәгәрәне. Артынан эйәреүҙән башҡа сара юҡ.
Туп бейек ҡая эргәһенә барып туҡтаны. Уныһы тип тигеҙ, синыф таҡтаһы кеүек. Балалар килеп етеүгә таҡта ҡаяға йән кергәндәй булды. Әйтерһең, телевизорға әйләнде. Ниндәйҙер кешеләр пәйҙә булды. Дуҫтар ундағы күренешкә иҫтәре китеп ҡараны.
— Туҡта, бында һуғыш бара түгелме? Наполеон? — тине аптырап Әлиә. — Был 1812 йылғы француз яуын күрһәтә лә инде.
Бына таш экранға уҡ-һаҙаҡ һәм һөңгө менән ҡоралланған ғәжәп кейемдәге һыбайлылар килеп сығып, француз һалдаттарының ҡотон алды. Француздар: “Төньяҡ амурҙары!” — тип ҡысҡырыша-ҡысҡырыша, ҡайҙа ҡасып ҡотолорға белмәй, ян-яҡҡа таралышты.
— Төньяҡ амурҙары, тиҙәрме, кемдәр ул? — тине Булат.
— Башҡорттар инде. Күрмәйһеңме, француздарҙы нисек баҫтыра башҡорт батырҙары. Француздар беҙҙең башҡорттарҙы ғәҙәти булмаған кейемдәре, уҡ-һаҙаҡтары өсөн “төньяҡ амурҙары” тигән. Улар, уйламағанда килеп сығып, француз һалдаттарына һөжүм иткән. Шуға уларҙан ныҡ ҡурҡҡандар, — тине Әлиә.
— Ә һин ҡайҙан беләһең?
— Белә инде, отличница бит. Һәр ваҡыт тарих буйынса олимпиадаларҙа ҡатнаша, — тине Ләйсән.
Балалар, ауыҙҙарын асып, ата-бабаларының француздар менән ҡурҡыу белмәй алышыуын ҡараны. Бабай, хәйләкәр генә күҙен ҡыҫып:
— Онотмағыҙ үҙегеҙҙең кемдәрҙең вариҫтары булыуығыҙҙы, — тине. — Һеҙгә өйрәнәһе нәмәләр күп әле.
Ташһүрәт яйлап юғалды.
Булат таш аҫтына ҡыҫылған тубына йүгерҙе. Тик уны бер нисек тә тартып сығара алманы. Нишләп сыҡмай ул, тип, һораулы ҡарашын бабайға төбәне.
— Сыҡмаймы тубың? Эйе, бында ла бер хикмәт бар шул. Башҡорттар, ошо 1812 йылғы Ватан һуғышына арнап, йыр сығарған. Шуны йырлап күрһәтһәгеҙ, тубығыҙҙы бирәм, ти был ҡаяның эйәһе.
— Ул ваҡыттағы йырҙы беҙ ҡайҙан беләйек, — тине Айҙар. — Ҡаяның эйәһе икенсе йомаҡ әйтер, бәлки.
— Мин беләм, — тине шунда Әлиә.
— Һин? — тип шикләнеп һораны Булат.
— Эйе, мин музыка мәктәбенә йөрөйөм бит. Кисә беҙ ҡайһы бер халыҡ йырҙарын, уларҙың тарихын өйрәндек. Шунан:
Француздар килеп ингән
Мәскәү тигән ҡалаға.
Беҙҙең ғәскәр ҡыҫып алғас,
Сығып ҡасты далаға.
Любезники, любизар,
Маладис, маладис! — тип йырлап ебәрҙе. Йырлап бөткәс, башҡорттарҙың батыр һуғышыуын күреп, Кутузов “Любезные вы мои башкирцы, молодцы!” — тип әйткән. Шунан башҡорттар йыр сығарған, тип өҫтәне.
— Һин быны ла беләһеңме? Иҫ киткес! — тип уға һоҡланып ҡараны Айҙар. Шул саҡ яҡында талғын ғына ҡурай моңо яңғыраны. Бөтәһе лә шул яҡҡа боролдо. Ә унда аллы-гөллө сәскәләр менән тулған күҙ яуын алырлыҡ ялан хасил булғайны. Ниндәй генә сәскә юҡ! Ҡыҙҙар түҙмәне, сәскәле аҡланға йүгерҙе. Туҡтағыҙ, тип ҡысҡырҙы малайҙар. Ҡайҙа ул ишетеү, елдереп ултыралар. Уларҙы туҡтатыу мөмкин булмағас, ярай, беҙ тупты алайыҡ, тип бабайға табан боролдолар. Әммә бабайҙан да, туптан да елдәр иҫкән ине. Туп тәгәрәп алыҫтағы тау башына менеп бара, бабай уның артынан.
— Их, бынау ҡыҙҙар эште боҙҙо, сәскә кәрәк уларға, — тип көйөндө Булат. — Хәҙер ул тауға ҡасан барып етәбеҙ инде?
— Берәй нисек, — тине Айҙар. — Әйҙә, ҡыҙҙарҙы барып алайыҡ та...
Аҡланға килһәләр, ҡыҙҙар, сәскәләрен ҡосаҡлап, рәхәтләнеп йоҡлап ята.
— Вәт йоҡосолар, тороғоҙ! — тип ҡысҡырҙы Булат.
Ҡыҙҙар уянырға уйламаны ла. Ҡысҡырып-ҡысҡырып та уята алмағас, һелкетеп ҡаранылар. Юҡ, йоҡлайҙар кинәнеп. Шул мәл сәскәләр араһынан сәскәле күлдәк менән башына сәскәнән үрелгән таж кейгән матур ғына ҡатын килеп сыҡты. “Әкиәттәрҙәге фея”, — тип уйланы Айҙар.
— Мин был сәскәле аҡландың эйәһе. Ҡыҙҙарҙы улай еңел генә уята алмаҫһығыҙ.
— Ә улар нишләп йоҡлай? — тип аптыраны малайҙар.
— Сәскәне өҙөп алып еҫкәү менән кеше йоҡоға тала. Ә һеҙ ни өсөн бында килеп сыҡтығыҙ, ниндәй эш боҙҙоғоҙ?
— Боҙманыҡ, — тип ғәжәпләнде малайҙар.
— Миңә сәскәләр, ғәйебегеҙ бар, тип шыбырлай бит. Ҡыҙҙарҙы уятыу өсөн һеҙгә берәй йыр йырларға кәрәк. Ниндәй йырсыларҙы беләһегеҙ?
— Моргенштерн.
— Кем тинегеҙ?– Аҡлан эйәһе хатта ҡабатлап әйтә лә алманы. — Уның йырҙары бармай, ти сәскәләр...
— Атыу Мот, Мари Краймбрери, Нилетто.
Был исемдәрҙе ишеткәс, сәскәләр ҡарайып киткәндәй булды.
— Иҫләнем, тип ҡысҡырып ебәрҙе Айҙар. — Әлиә Хабибты ярата “Ягода Малинка, оп-оп-оп!”
— Ошо йырҙы башҡортса йырла.
— Башҡортса мин белмәйем. Ғөмүмән, беҙ башҡортса йыр өйрәнмәйбеҙ, — тине Айҙар. Шунан дуҫы яғына боролоп:
— Булат, һинең әсәйең йырсы бит, концерттарҙа гел башҡортса йырлай. Һин белергә тейешһең.
— Белмәйем мин.
— Әсәйең, моғайын, өйҙә лә йырлайҙыр, ишеткәнең юҡмы ни?
— Юҡ, ул йырлағанда мин телефонда ултырам.
— Шул көнө буйы телефонда ултырғанға ла туп кеүек түп-түңәрәк булып һимереп киткәнһең инде.
— Ә һин маҡтансыҡ. Мин Айҙар, мин красавчик, — тип ауыҙын бәлшәйтте Булат. Уйламағанда малайҙар һуғышып китте. Бер-береһен дөмбәҫләйҙәр генә. Фея саҡ айырып алды уларҙы.
— Һеҙ ни эшләйһегеҙ? Бында һуғышырға килдегеҙме? Һеҙгә ашығырға кәрәк. Әгәр Ҡояш байығансы тубығыҙҙы алып өлгөрмәһәгеҙ, бөтөнләйгә ошонда ҡаласаҡһығыҙ. Ҡарағыҙ, Ҡояш байыуға табан бара.
— Ә ни эшләргә һуң беҙгә?
— Башҡортса берәй йыр йырларға.
— Мин бер йырҙы беләм дә ул, барамы икән? — тине ҡыйыуһыҙ ғына Айҙар.
— Башҡорттар китте һуғышҡа...
Уға Булат та ҡушылды. Ул да белә икән дә баһа был йырҙы.
— Ат уйнатып алдан бара
Шайморатов генерал,
— тип йырлап бөтөүҙәре булды сәскә яланы өҫтөнән, малайҙарға ҡул болғап, атҡа атланған Шайморатов һыны үтеп китте. Бындай күренеште ауыҙҙарын асып күҙәткән Айҙар менән Булат эргәләренә йоҡонан уянған ҡыҙҙар килеп тороуын да абайламаны.
“Ашығығыҙ”, — тигән тауышы ишетелде феяның. Дуҫтар етәкләшеп алға йүгерҙе. Ә унда бәләкәй йылға аша һалынған семәрле баҫма күренде. Булат уны беренсе булып сығыу ниәтенән иң алдан елдерҙе. “Туҡта, бәлки, ул да тылсымлылыр”, — тип әйтеп тә өлгөрмәне Айҙар, Булат баҫмаға менеп тә китте һәм һыуға нисек осоп төшкәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Матур йылға шунда уҡ батҡаҡҡа әйләнде лә, Булат бата башланы. Йүгереп килеп еткән дуҫтары ҡулынан һөйрәп сығарыр ине буйҙары етмәй. Эргәһенә төшһәләр, үҙҙәре батыуы ихтимал. Булат тәүҙә тубыҡтан, унан билдән батты. Яҡында берәй ағас та юҡ, исмаһам.
— Был әллә Чуд күлеме? — тине Булат, ҡурҡып.
— Нимә, һинең ата-бабаларың немец булғанмы әллә? — тип көлөп ебәрҙе Айҙар. — Улай икән, хәҙер һин дә батаһың.
— Юҡты һөйләмәгеҙ әле, моғайын, бында ла берәй йомаҡ барҙыр, эҙләйек, — тине Әлиә. “Эйе шул”, — тип, баҫманы тирәләп ҡарай башланылар.
— Ана, бер таҡтаһында яҙыу яҙылған, — тип күреп ҡалды Ләйсән.
— Ҡайҙа? — тип, Айҙар ҡапыл әйләнгәйне, яңылыш теге таҡтаға төкөнө. Шул ыңғайы уныһы ысҡынып, батҡаҡҡа төшөп тә китте.
— Эшкинмәгән, — тине Булат.
— Ә үҙең нимә, беҙҙе лә көтмәй, йүгереп ултыраһың?
— Бөтәбеҙ бер юлы баҫһаҡ, күмәкләп төшөр инек батҡаҡҡа, — тине Ләйсән. "Уныһы ла бар", — тип килештеләр. Ә Булат бит һаман батып бара. Ни эшләргә, ни ҡылырға? Бер әмәл дә юҡмы ни?
Шулай аҙарынып торғанда, батҡаҡҡа бер һалам килеп төштө. Булат, ҡотолор нәмә тапҡандай, һаламды тотоп алды. “Батып барыусы һаламға ла йәбешә”, — тине, өләсәһе әйтергә яратҡан әйтемде ҡабатлап, Ләйсән. Әйтеп бөтөүе булды — бына мөғжизә! Һалам яйлап ҙурая башланы, оҙонайҙы, шунан йыуан таяҡҡа әйләнде. Ярҙағылар, йәһәт кенә таяҡтың осон тотоп алып, Булатты һөйрәп тә сығарҙы. Батҡаҡ кире матур йылғаға әйләнде. "Мин йыуынып алайым да, юлды дауам итербеҙ", — тип, Булат һыу буйына төшөп китте. Был нишләп оҙаҡланы, тип, янына барһалар, уныһы ерҙә илап ултыра. “Ни булды тағы? — тип, ҡурҡып киткән дуҫтарына:
— Мин ғәйепле барыһына ла — тип, Булат йәшле күҙҙәрен төбәне уларға.
— Ниңә улай тиһең?
— Һиҙмәйһегеҙме ни, бында бөтә нәмә башҡорттар, башҡорт теле менән бәйләнгән. Ә мин “Миңә башҡорт теле кәрәкмәй, башҡорт – януар”, — тип көлөп йөрөнөм. Шуға ла яза өсөн мине бында ебәргәндәр. Минең арҡала һеҙ ҙә бында килеп эләктегеҙ. Ошонан имен ҡайта алһам, башҡорт телен хурламай, уны ныҡлап өйрәнер инем. Бер ябай әйтем арҡаһында ғына ла ҙур бәләнән ҡотолоп була икән.
— Ҡуй әле, Булат, илап ултырырға ваҡыт юҡ. Күрмәйһеңме ни, Ҡояш байып бара. Беҙгә, тауға менеп етеп, бабайҙы табырға кәрәк. Ашығайыҡ, — тип Айҙар күпер аша сыҡты ла тауға ҡарай йүгерҙе. Башҡалар ҙа уның артынан эйәрҙе. Йүгереп, тау үренә етеп барғанда мәмерйә ауыҙы күренде, унда ут яна. Шундалыр беҙҙең бабай, тип, юлдаштарын ашыҡтырҙы Айҙар. Тындары бөтөп, мәмерйәгә килеп инделәр. Ә бабай инеүселәргә иғтибар ҙа итмәй ташһүрәт ҡарап ултыра.
— Олатай, олатай, ҡана тупты бир, беҙгә ҡайтырға кәрәк, — тип, бер тауыштан тигәндәй ҡысҡырҙылар. — Тиҙ бул инде, Ҡояш байып бара бит. Беҙ юғиһә бөтөнләйгә бында ҡаласаҡбыҙ.
— Ашыҡмағыҙ, — тип уларға әйләнде бабай, — әйҙә, минең менән ташһүрәт ҡарағыҙ.
— Беҙҙең ваҡыт юҡ, — тине Булат.
— Ваҡытығыҙ бар әле, мин Ҡояштың байыуын кисектереп торҙом. Сығып ҡарағыҙ әле, — тине.
Балалар тышҡа йүгереп сыҡты. Ҡояш яңы төшлөктән үтеп бара, ине.
— Күрҙегеҙме? Әйҙәгеҙ ташһүрәт ҡарарға.
— Эй, олатай, ҡыҙыҡ түгел, унда ниндәйҙер һуғыш бара. Мин ундайҙы ҡарарға яратмайым, — тине Ләйсән. Әлиә лә, уның менән килешеүен белдереп, башын ҡаҡты.
— Ә һеҙ ентекләп ҡарағыҙ, кемдәр унда?
Шунда Айҙар ҡысҡырып ебәрҙе:
— Булат, ҡара әле, беҙ сәскә яланында күргән Шайморатов бит. Ҡалай шәп елдерә ул атта, ҡылысын һелтәп. Ә уның артында — башҡорт һыбайлылары. Тик улар ҡылыс менән танкыға ҡаршы бара түгелме?
Балалар башҡорт кавалерияһының юлында осраған фашистарҙың пехотаһын уңлы-һуллы саба-саба ҡылыс менән танкыларға ҡаршы елдереүен ауыҙҙарын асып ҡараны. Ниндәй батыр булған башҡорттар, тигән уй килде һәр береһенең башына.
— Юҡ, башҡорт бер ниндәй ҙә януар түгел. Ниндәй генә дәүерҙе алып ҡараһаң да, һәр саҡ батыр булғандар. Үҙеңдең башҡорт булыуыңдан, телеңдән оялырға ярамай, ғорурланырға кәрәк икән, — тигән һүҙҙәрҙе ишетеп, бөтәһе лә һөйләгән кеше яғына боролдо.
Булат әйтә ине был һүҙҙәрҙе. Ә бабай, аңланыңмы инде, тигәндәй, уға ҡарап киң йылмайып тора. Шунан: “Бына тубың, улым”, — тип ҡулына тубын тотторҙо. Ә туп, Булаттың ҡулынан ысҡынып, тау түбәненә тәгәрәне.
— Барығыҙ тубығыҙ артынан, ул һеҙгә ҡайтыр юлды күрһәтер, — тине бабай.
Балалар рәхмәт әйтергә тип ауыҙын асҡайны, бабай ҙа, мәмерйә лә ҡапыл ғына юҡҡа сыҡты. Ә алда Ҡояшлы матур аҡлан буйлап алға табан туп тәгәрәй.
Гөлнәзирә Ҡашҡарова.
Диана Латипова һүрәте.