-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Май , 19:57

ГӨЛ ҒҮМЕРЕ

Мәрйәм инәйҙең яҙмышы бик әсенешле булған. Ике балаһы бар, үҙе әйтеүенсә, бер ҙә насар түгелдәр. Тик улының ҡатыны, әбейҙең килене була инде, ҡәйнәһен өйөнә аяҡ та баҫтырмай ти. Дөрөҫөрәге, өй Мәрйәм инәйҙеке булған, тик килен хужа булып алған. Өйҙөң документын алдап-йолдап үҙенә күсерткән. Ажғырып торған уҫал бисә иренә лә хужа булған. Ә ире, әсәһенә оҡшап, бик баҫалҡы, ипле кеше икән. Меҫкен ир ҡатынына ҡаршы һүҙ әйтә алмай, теге ни әйтһә, шым ғына тыңлап йәшәп тик ята, ти. Өс балалары бар, ти. Уларҙы бәләкәй саҡтарында Мәрйәм инәй ҡарашҡан, хәҙер кәрәге бөткән. Инәйҙең аяҡтары ла ауырта, ҡултыҡ таяҡтары менән саҡ ҡыбырҙап йөрөй.

ГӨЛ ҒҮМЕРЕ
ГӨЛ ҒҮМЕРЕ

Ун йыллап элек әсәйем ҡала ситендәге ҡарттар йортона йыйыштырыусы булып эшкә инде. Мин ул саҡта мәктәптә уҡый инем. Әсәйемдең эшенә йыш бара торғайным.  Шунда бер мин һөйкөмлө генә бер әбей менән аралаша башланым. Әсәйемдең ваҡыты булғанда ул да инәй менән бер аҙ һөйләшеп ултыра ине.

Мәрйәм инәйҙең яҙмышы бик әсенешле булған. Ике балаһы бар, үҙе әйтеүенсә, бер ҙә насар түгелдәр. Тик улының ҡатыны, әбейҙең килене була инде, ҡәйнәһен өйөнә аяҡ та баҫтырмай ти. Дөрөҫөрәге, өй Мәрйәм инәйҙеке булған, тик килен хужа булып алған. Өйҙөң документын алдап-йолдап үҙенә күсерткән. Ажғырып торған уҫал бисә иренә лә хужа булған. Ә ире, әсәһенә оҡшап, бик баҫалҡы, ипле кеше икән. Меҫкен ир ҡатынына ҡаршы һүҙ әйтә алмай, теге ни әйтһә, шым ғына тыңлап йәшәп тик ята, ти. Өс балалары бар, ти. Уларҙы бәләкәй саҡтарында Мәрйәм инәй ҡарашҡан, хәҙер кәрәге бөткән. Инәйҙең аяҡтары ла ауырта, ҡултыҡ таяҡтары менән саҡ ҡыбырҙап йөрөй.

Мәрйәм әбейҙең ҡыҙы ла яуыз бер иргә эләккән. Кейәү ҡәйнәһен үҙҙәрендә йәшәтергә теләмәй, әтеү яуызлығы күренә бит. Үҙе: “кил, ҡәйнәм, кил, беҙҙә йәшә”, тигән була, ти. Ә ҡатынына: “Әсәңдең эҙе булмаһын, икегеҙгә лә көн күрһәтмәм, улы ҡараһын ана”, – тигән. Мәрйәм инәйгә ҡыҙы иренең һүҙен еткергән.

Мәрйәм инәй: “Ярай, ҡыҙым, ҡайғырма, ҡарттар йортона барып торайым. Күршеләге фәлән-фәлән ҡарсыҡ та шунда китте. Кеше торған ерҙә мин дә кәм-хур булмам”, – тигән дә ошонда килгән.

Быларҙы Мәрйәм инәй әсәйемә һөйләне, ә мин китап уҡығанға һалышып, тыңлап ултырҙым. Әбейҙең килене менән кейәүе ут сәсеп торған аждаһа кеүек булып күҙ алдыма килде. Шундай ҙа кешеләр була икән. Әкиәттәрҙәге Мәскәй әбей ҙә өлкәндәрҙең дә, балаларҙың да ҡотон ала бит. Былар ҙа шундайҙыр инде.

Шулай итеп, Мәрйәм инәй ҡарттар йортонда йәшәп ята. Үҙе әйтмешләй, яҙмышына зарланмай инде, ни хәл итһен. Шулай насип булған, ти ул. Һәр кешенең күрәһеләре маңлайына яҙылған була, күпме яҙған, шунса ғүмер йәшәйһең, артыҡ та түгел, кәм дә түгел. Хоҙай ни ҡушһа, шул була инде, ти инәй.

Ҡарттар йортона киткәндә инәй әҙ-мәҙ генә кейемдәренән башҡа өйөнән бер нәмә лә алмаған, бары тик бер һауыт гөлөн генә тотоп алған. Ул алҡа гөлө тигән гөлөн бала кеүек ҡарай торғайны.

Әсәйем ике йылдан ҡарттар йортонан китте, сөнки йәшәгән еребеҙгә яҡын ғына икенсе эш тапты. Мәрйәм инәй беҙгә өйрәнеп өлгөргәйне шикелле. Беҙҙең арттан бойоҡ ҡына ҡарап ҡалды.  Айырылышыр алдынан иҫтәлек итеп теге гөлөнөң бер ботағын өҙөп бирҙе.

Әсәйем гөл ботағын һыуға ултыртты, тамырланғас, тупраҡлы һауытҡа күсереп ултыртты. Гөл бик матур булып үҫте, миңә уның сәскәләре бигерәк оҡшай ине. Ысынлап та сағыу алһыу төҫтәге алҡа кеүек булып эленеп торалар.

Өс йыллап ваҡыт үтте. Бер заман алҡа гөлө ҡапыл һулый башланы. Һыуҙы күп һибәбеҙ микән тип, кәметеп тә, ярҙам итмәгәс, арттырып та ҡараныҡ, “Гуми” ҙа һалдыҡ. Терелмәне. Бер ай тигәндә бөтөнләй ҡороно.

Ҡарттар йортонда әсәйем менән бергә эшләгән бер апай һирәк-һаяҡ шылтыратып хәл-әхүәл белешә торғайны. Әсәйемә шул шылтыратҡан. Мәрйәм инәй йөрәк менән дауаханаға эләккән. Дауалап ҡайтарғандар. Инәй шунан һуң бер ай самаһы ғына торған да вафат булған.

Иң сәйере шул булды: гөлдөң һулый башлауы – Мәрйәм инәй дауаханаға ятҡан мәлгә, ә бөтөнләй ҡороп ҡуйыуы ул үлгән ваҡытҡа тура килгән.

А. АМАНОВА.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас: