— Хәйерле иртә, өләскәйем! – тип, битенән яратып үбеп алам һәм йыуыныу бүлмәһенә инеп китәм.
Өләсем:
— Иртәләр хәйерле, Аллаға шөкөр, балам! Һеңлең менән ҡустыңа ла өндәш! – тип, һәр көн әйткән һүҙҙәрен йәнә ҡабатлап, хәтеремә төшөрә ул.
Шулай һәр көн...
Шау-гөр килеп кейенеп, йыуынып, өләсемдең тәмле ҡоймаҡтары менән сәй эскәндән һуң, беҙ һеңлем менән — мәктәпкә, ә Данил ҡустым балалар баҡсаһына сығып китә.
Минең өләсәйем ғүмере буйы Өфө урамдары буйлап трамвай йөрөткән. Таңғы дүрттән аяҡ өҫтөндә була торғайным, тип һөйләй ул. Эше, таңғы Өфө, киске Өфө, ғөмүмән, Өфө тураһында һөйләй башлаһа, уның ҡарашы нурланып, үҙе йәшәреп, күҙҙәре йәшләнеп китә. Үләнгә ысыҡ, мин уйлағанса иртән генә түгел, ә кисен дә төшә икән. Ҡала төндә лә йоҡламай, ти. Ҡышҡы һалҡын төндәрҙә ҡала урамдарын, юлдарҙы ҡарҙан таҙартһалар, ә йәйен ҡала урамдарындағы сәскәләргә һыу һыу һибәләр, асфальт өҫтөн махсус транспорт һыу менән ҡойондора, дымлап, сүп-сарҙан таҙарта.
Уның эше менән бәйле ҡыҙыҡтар ҙа, күңелһеҙ хәлдәр күп осрап тора, ти ул. Мәктәпкә барған балалар трамвайҙа портфелдәрен онотоп ҡалдыра икән. Йоҡлап, туҡталыштарын үтеп китеүселәр ҙә осрай. Иҙәндә бик йыш бәләкәй аяҡ кейемдәре, төймәләр, бейәләйҙәр, заколкалар, ҡурсаҡтар, уйынсыҡ машиналар ятып ҡала, ти, хатта.
Олатайым менән дә ул трамвайҙа эшләгән ваҡытында танышҡан. Ғүмерҙә күрмәгән-белмәгән хәрби кейемдәге егет уға берҙән-бер көндө бер ҡосаҡ ап-аҡ сәскәләр алып килә һәм күптән яратып, күҙ һалып йөрөүе тураһында әйтә. Кәләше булыуын һорай. Өләсем ризалығын бирә, сөнки үҙе лә был ҡупшы пассажирына күҙ һалып ҡуйған икән.
Өләсем менән миңә һәр ваҡыт күңелле. Ул бер ваҡытта ла тик тормай. Кино ҡарағанда ла шәл бәйләп ултыра. Мин дә сигәм, ырғаҡ, энә менән бәйләй беләм. Аш бүлмәһендә өләсәйем менән һөйләшә-серләшә аш-һыу, тәмлекәстәр әҙерләргә лә яратам.
Үткән йыл, өләсем дауаханаға ингәс, өйөбөҙ моңһоуланып, беҙ бойоғоп, етемһерәп ҡалдыҡ. Әгәр быға тиклем мин был турала уйланмаһам, хәҙер беләм: беҙҙең өйөбөҙҙөң йәме – беҙҙең яратҡан өләсебеҙ икән! Өләскәйем, һәр ваҡыт һау-сәләмәт бул, йәме!
Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА.