Икенсе синыфта уҡып йөрөйөм. Мәктәпкә байрамға барған кеүек ашҡынып, талпынып, иң алдан барып инәм дә уҡытыусымды көтә башлайым. Бына Фәрзәнә апай класҡа килеп инә. Минең өсөн, әйтерһең, Ҡояш ҡалҡа. Кәйефем күтәрелә, күңелем шатлыҡ менән тула.
Дәрес башлана. Мин уҡытыусымдан күҙҙәремде алмайым, һәр әйткән һүҙен йотлоғоп тыңлайым. Уға һоҡланып, хайран ҡалып, мөғжизәгә ҡараған кеүек ҡарайым, ҡарап туя алмайым. Ул әҙәми заттан түгел һымаҡ, әллә фәрештәме икән, тип уйлап ҡуям. Һәр хәрәкәте, һәр һүҙе, кейгән кейемдәренә тиклем сикһеҙ матур.
Ул ни генә эшләһә лә, нимә генә әйтһә лә, һис бер ваҡытта күрелмәгәнсә, күңелемә ятышлы. Уҡытыусымдың, икегә ярып, шыма итеп тарап үргән оҙон толомдары, уны елкәһенә бөхтә генә итеп урап ҡуйыуҙарына тиклем сикһеҙ матур. Йәйенкерәк ап-аҡ йөҙө сафлыҡ бөркөп, тик изгелек сәскәндәй. Ҡаштары ҡыйылып, күҙҙәре һөрмәләнеп тормаһа ла күҙ ҡараштары бигерәк мөләйем, йылы һәм яғымлы. Донъяла шундай ҙа матурлыҡ булыр икән! Уҡытыусым Фәрзәнә апай йәш кенә лә түгел инде, моғайын, уға ҡырҡ йәштәр тирәһе булғандыр.
Дәрестәр бөтә. Мин аңлатып бирә лә алмаҫлыҡ ҡыуаныслы хис менән ҡайтып китәм. Ә өйҙә мине, Ҡояштай балҡып, әсәйем, өләсәйем ҡаршылай. Ҡулымды йыуам да сәй эсергә ултырам. Сәй эскәндә, әсәйемә яратып ҡарайым да ғорурлыҡ менән уйлайым: әсәйем ниндәй матур! Түп-түңәрәк ап-аҡ йөҙлө, бөҙрәләнеп сикәһенә төшкән сәстәре, һомғол кәүҙәһенә килешеп торған күлдәге – барыһы ла килешле, күңелемә яҡын, үҙ, ҡәҙерле.
Тик күңелемә бер һорау гел тынғылыҡ бирмәй, мин көн дә шул турала уйлайым: донъялағы ошо иң матур ике кешенең ҡайһыныһы матурыраҡ икән. Уҡытыусым Фәрзәнә апаймы, әллә үҙемдең әсәйемме? Был балалыҡ хисенән тыуған һорауға, күпме генә уйлаһам да, барыбер яуап таба алманым. Бәхет тәхетендә ултырған күңелем өсөн иң оло ике матурлыҡ йәнәшә йөрөнө: мәктәпкә барһам – уҡытыусым, өйгә ҡайтһам - әсәйем.
Бына балалыҡ йылдары шаулап-гөрләп үтеп тә китте. Инде минең үҙемә тиҙҙән илле йәш тула. Заманында тәүге уҡытыусым менән йыш ҡына осрашып йөрөнөк. Ул элекксә мөләйем ине. Тик уны донъя йөҙөндәге тиңдәше булмаған берҙән-бер сибәр, тип әйтә алмаҫ инем. Әсәйем дә, меңәрләгән әсәләр кеүек, ябай бер әсә. Уларҙы сибәрҙәрҙән-сибәр тип уйлауым мөкиббән китеп яратыуҙан булған икән. Быны мин һуңынан ғына аңланым. Матур матур күренмәй, һөйгән матур күренә, тиеүҙәре бына шул булалыр инде.