-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Декабрь , 15:21

Ҡотло ҡул Ҡотләхмәт

Бер көн атайым менән Йылайыр йылғаһы буйына атыбыҙҙы ҡарарға тиеп төшөп барһаҡ, ҡаршыбыҙға, хәлдәре бөтөп, ыһылдап килә ятҡан бер килке ағайҙар осраны. Уларҙың нишләп шул тиклем арыуҙарын һорашҡас:— Анау Усмандың айғыр йәшенә етеп барған йылҡыһын ҡулға эйәләштереп маташтыҡ.

Ҡотло ҡул Ҡотләхмәт
Ҡотло ҡул Ҡотләхмәт


Шунан икенсе ағай, уның һөйләп бөткәнен көтөп тә тормай:
— Нишләп уны тай булған ваҡытында уҡ өйрәтмәгән икән? Саҡ тотоп алдыҡ, уныһы ла октябрҙең туң ерендә бишебеҙҙе, ыһ та итмәй йығып, арҡаны менән ҡуша һөйрәп алып йөрөнө.
— Шунан эйәләштерә алдығыҙмы?
— Бишебеҙ бер Ҡотләхмәттәй була алмайбыҙмы ни? – Ағай һыр бирмәҫкә тырышып, хатта эйәген өҫкә күтәреп ебәрҙе, унан һүҙен дауам итеп. – Айғырҙың арҡаһына ике тоҡ таш һалып, аҙбарына индереп, бәйләп ҡуйҙыҡ. Ҡытығы бөткәнсе торһон әйҙә шунда!
Атайым:
— Эх, һеҙ... Ҡотләхмәткә һүҙ тейҙермәгеҙ! Бишегеҙҙең йөрәгегеҙҙе бергә ҡушһаң да уның шикелле ололоҡҡа етмәйҙер әле, – тине лә юлды ары дауам иттек.
Атайымдың әйткән һүҙҙәре нишләптер минең эсемдәге тыныслыҡты урланы. Өндәшмәй генә бара торғас, һорамайынса булдыра алманым.
— Атай, һин ниндәй Ҡотләхмәт тураһында әйтә инең? Шундай ҙур йөрәкле кем булған ул? Беҙҙең ауылда ундай исемле бер кеше лә юҡ, шикелле?
Атайым, бер аҙ һүҙһеҙ барғас:
— «Кутлахметовская рука»ны ишетмәнеңме ни?
— Юҡсы, атай.
— Ҡотләхмәт тигән кеше күптән беҙҙең ауылда юҡ инде ул. Был хәл бик борон булған, ҡартатайың да ул ваҡытта тыумаған булған әле.
Мин дә, түҙмәйенсә, атайымдың һүҙҙәрен бүлдереп:
— Һөйлә, атай, һөйлә әле. Минең дә ул тарихты белгем килә, – тинем.
— Ҡотләхмәт олатай әсәйең яғынан беҙгә туған да булып сыға. Кәүҙәгә бейек, киң яурынлы, көсө ташып торған, ҡурҡыу белмәҫ, аҡыллы, зиһенле һәм изге йөрәкле батыр булған ул.
Элек ябай кешеләр ғаиләһен аҫрар өсөн байҙарға хеҙмәт иткән. Ҡотләхмәт тә шулар рәтенән булған, сөнки уның да күҙ терәп торған бәләкәй балалары булған. Ауылдағы байҙар ауылдаштарын рәнйетмәгән, ә бына күрше ауылдарҙың ҡайһы бер урыҫ-сыуаш байҙары: «Бына игенебеҙҙе сәсеп-урып бирһәгеҙ, бер баш эре мал бирәм», – ти ҙә, көҙ етһә, бер нәмә лә түләмәй, ябай халыҡты ҡыйырһыта икән.
Бындай хәлдәр йыш ҡабатлана башлағас, Ҡотләхмәттең йөрәгендә тыныслыҡ бөткән, ауылдаштары өсөн ҡайғыра башлаған. Ниндәй бай ҡайһы ғаиләгә күпме бурыслы икәнен һорашып белгәс, төнөн шул байға барып, вәғәҙә иткән малын һарайында уҡ һуйып, йә диуарға, йә бағанаға ҡанлы усы менән тамға һалып, кәмһетелгән ярлы ғаиләнең тупһаһына баяғы иттәрҙе элеп киткән.
Он бирергә вәғәҙә иткән икенсе байға барып, әллә нисә тоҡ онон елкәһенә һалып, онло усы менән келәтенә тамға һалып, ярлы ғаиләнең тупһаһына ташыған. Күпме тейеш булғандар, шул сама ғына алған, артығына ҡул һуҙмаған.
Ә иртәгәһенә иртәнсәк йоҡоларынан уянып сыҡҡан байҙар үҙ диуарында, бағанаһында, келәттәрендә ҡанлы-онло тамғаны күргәс, иң тәүҙә ҡоттары осҡан. Осмаҫ ерҙән осор шул, шундай ҙур кәүҙәле Ҡотләхмәт батырҙың усы ла бит ат башындай ҙур булған.
Бар халыҡ был кемдең эше икәнен шунда уҡ төшөнгән. Байҙар иң тәүҙә үс алырға уйлап та алған, әммә бындай ҙур услы тамғаны күргән һайын, ҡаушап, үҙ ғәйептәрен танып, бер ни өндәшмәгәндәр. Ә ябай халыҡ Ҡотләхмәткә рәхмәтле булып, уны ҙурлап «Ҡотло ҡул Ҡотләхмәт», тип атай башлаған. Күрше ауылдарҙың урыҫ-сыуаш байҙары иһә үҙ аҙбарында бындай тамғаны күрһә: «Ох, Кутлахметовская рука», — тигәндән ары бер ни ҙә өндәшә алмаған.
Әммә улар араһында ла үс алырға теләгән, һаран ғына, яһил бер бай ҙа булған. Ул инде нисек тә булһа Ҡотләхмәтте тотоп язаларға, тигән уй менән көн һайын башын ватып йәшәгән.
Бер ваҡыт, ниһайәт, бер ҡарарға килеп, йыуан бүрәнәләрҙән ҙур бер һарай буратҡан. Тышынан һәр бер мөйөшөнә беләк йыуанлыҡ сынйырға быҙау ҙурлыҡ дүрт эт бәйләткән. Ишектәренә ҙур йоҙаҡтар ҡуйҙыртҡан, ә уның эс яғына айыу, бүре ҡапҡандарын һалдыртып, ялы тубығына төшөп, үҙе ялтырап торған шәп юрғаны беләк йыуанлыҡ сынйыр менән бәйләтеп ҡуйған. Шунан ул үҙенең ярандары аша: «Шул бай бер ярлы ғаиләгә юртаҡ бурыслы икән, шуны бирмәҫ өсөн яңы һарайына бикләп тота», — тигән хәбәр тараттырған.
Байҙың ҡуштандары Ҡотләхмәт батырҙы тотор өсөн һа­рай янында көн-төн уны көтә башлаған. Ул иһә юҡ та юҡ икән, ә бай­ҙың юрғаһы, һоло ашап тороп, һи­мер­гәндән-­һимерә, ти. Ахыр сиктә килмәҫ ул, тип уйлағандар һәм һарайҙы ҡарауылламай башлағандар.
Әммә ҡышҡы бер иртәлә, ҡараһалар, баяғы яңы һарайҙың тышында «Кутлахметовская рука»ның ҡанлы тамғаһы тора, ти. Быны күргән бай һиҫкәнеп киткән, шунан көлөп ебәргән.
— Ә, ул бит беҙҙең юрғаны урлай алмаған, бары тик тамғаһын ғына һуғып ҡасып киткән, тигән.
Был һүҙҙән эргәһендәге ялсылары аптырап ҡалған, сөнки Ҡотләхмәттең ҡулы һуғылған ерҙә мал булмаҫын күптән аңлағандар. Әммә бай, улар янына килеп:
— Бына, күрәһегеҙме, быҙау ҙурлыҡ дүрт этем дә, ауыҙҙарын ялап, бәйле ята. Ә йоҙаҡ шул килеш бикле тора. Шулай булғас ул урлай алмаған, бары тик тамғаһын ғына һуғып ҡасҡан, тигән.
Шунан араларынан берәүһе:
— Бай ағай, эттәр янына килә алмағас, нисек ул, ишеккә етеп, тамғаһын һуҡҡан һуң? — тип һораған.
— Бар асығыҙ, ҡарағыҙ! Минең юрғам шунда тора. Ә һеҙҙең Ҡотләхмәтегеҙҙең йөрәге сысҡандыҡына ла етмәй, – тигән бай эре генә.
Шунан ишектәрҙе асып ебәрһәләр, байҙың маҡтаған юрғаһынан елдәр иҫкән, ти. Быны күргән һаран ергә ултыра төшкән.
Улым, нисек уйлайһың, ул юрғаны Ҡотләхмәт нисек алып сығып киткән? — тип һораны ағайым.
— Әллә, атай? Белмәйемсе. Берәй хәйлә менән алғандыр?
— Эйе, улым, тап шулай! Ҡотләхмәт батыр изге йө­рәк­ле генә түгел, ул аҡыллы, көслө лә булған. Байҙың һаҡсылары, уны оҙаҡ көтә торғас, бү­тән килмәҫ инде, тип, иғтибарын кәметкән. Шуны ғына көткән Ҡотлоәхмәт, тоҡ менән ит йөк­мәп килеп, һәр бер эткә өлөш бүлгән. Улары, тәмле ризыҡҡа ҡәнәғәтләнеп, бер тауыш та сы­ғарма­ған. Унан инде Ҡотләхмәт, диуар буйлап менеп, һарай ҡыйығының бер яҡ ситен эскә төшөргән. Һоло ашап торған йылҡының сынйырын диуар­ҙан йолҡоп алып, шул сынйыры менән атты эскә төшкән ҡыйыҡ таҡтаһы буйлап һөйрәп мен­де­реп, теге яғына елкәһенә һалып төшкән. Эттәр ашаған ҡанлы итенә ҡулын буяп, диуарға там­ғаһын баҫып, баяғы юрғаға атланып, ялған хәбәрҙә әйтелгән ярлы ғаиләнең йортона барып, ҡоймаһына уны бәйләп китә.
Бынан һуң байҙар бер кемде лә йәберләмәй башлай. Ә Ҡотләхмәттең ҡотло ҡулы хаҡында иҫтәлек һаман да йәшәй.
— Атай, беҙҙең Ҡотләхмәт олатай үҙе бер башҡорт Робин Гуды булған икән.
— Шулай, улым! Һиндә һәм һәр бер туғаныңда ла, һәр башҡортта ул ғәҙеллек ҡаны бар. Көслө булһаң — берҙе еңерһең, ә изге йөрәкле, белемле булһаң — меңде еңерһең!

 

Тимур РӘХМӘТУЛЛИН.

Автор:
Читайте нас