Тыуған Яҡ менән Туған Тел һулыштарын да бер ыңғай алған, ти. Һылыу ҡыҙ, тере һыу кеүек, ҡыйыу егетте үҙенең көс-ҡеүәте менән һуғарған. Ә егет уны, һәр саҡ яҡлап, ҡурсып, етәкләп кенә йөрөткән, ти. Ғашиҡтар һәр ваҡыт бергә булырға теләгән.
Һөйгән йәрҙәр бергә булғанда, Күк йөҙө лә нурлыраҡ булған, йондоҙҙар ҙа яҡтыраҡ янған. Тыуған Яҡ менән Туған Телдең ҡайнар мөхәббәте хатта боҙлоҡтарҙы ла иретә алған, ти.
Йәштәрҙең саф һөйөүенән бик көслө, рәхимһеҙ сихырсы Бик Яман исемле боҙоҡ уйлы әҙәм генә көнләшкән, ти. Яуыз йән тәүҙә сибәр Туған телде иҫәпһеҙ-хисапһыҙ байлығы менән әүрәтергә, ғәҙәти булмаған көсө менән шаҡ ҡатырырға уйлаған, ти. Яуыздың бар тырышлығы ла бушҡа булған. Былай килеп сыҡмағас, яуыз тағы хәйлә ҡорған.
Ғашиҡтарҙы ҡунаҡҡа саҡырып, һиҙҙермәйенсә генә сәйҙәренә йоҡо үләне һалып эсергән. Тыуған Яҡ менән Туған Тел ҡаты йоҡоға талғас, егетте бик тәрән, һыуыҡ мәмерйәгә бикләгән, ә ҡыҙҙы үҙенең Ер сигендәге бейек һарайына япҡан, ти. Дөм ҡараңғы мәмерйә эсендә Тыуған Яҡ элекке көсөнән яҙған. Ә бына яңғыҙлыҡтан, ҡаты ҡайғыһынан ябығаһы урынға, Туған Телдең эсе ниндәйҙер мөғжизә менән түңәрәкләнә генә барған, ти. Ҡыҙ ауырлы булған һәм бала көткән икән.
Туған Телдең тиҙҙән әсә буласағын, атаһы Тыуған Яҡ икәнен белгәс, Бик Яман, сығырынан-сығып ярһыған, ти. Ул, быға тиклемге тотҡон ҡатындарҙың балалары кеүек, Туған Телдең дә тыуасаҡ сабыйын тартып алырға, динһеҙлек һаҙына — Кафырһаҙға батырырға уйлаған.
Ләкин Бик Ямандың был мәкере барып сыҡмаған. Улы тыуғас, Туған Тел уға Үлмәҫйыр тип исем ҡуша.
Тәүлек эсендә малай әкиәт батырына әүерелә. Ул тиҙҙән әсәһе бикләнгән ҙур һарайҙы ғына түгел, ә атаһы тотҡонлоҡҡа ябылған тауҙарҙы ла емерер көскә эйә булған, ти. Ҡәҙерлеләрен азат иткәс, Үлмәҫйыр Бик Ямандың башҡа тотҡондарын да иреккә сығарған. Яуыздың үҙен күҙгә төртһәң дә бер нәмә лә күренмәҫлек ҡараңғы мәмерйәгә япҡан.
Ошонан һуң Тыуған Яҡ менән Туған Тел, ҡабат бер ваҡытта ла айырылышмайынса, мөхәббәттә оҙон ғүмер иткән, ти. Уларҙың йәндәре әле булһа ла бейек Урал тауҙарының береһендә йәшәй, ти.
Кем әлеге мәлдә Тыуған илен эскерһеҙ ярата, кем ата-бабаларыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлай, кем ата-әсәһен ҡәҙер итә, кем туған телендә ғорурланып һөйләшә, шулар ғына Тыуған Яҡ менән Туған Телдең илаһи көсөн тоя ала, ти.
Урал Ҡолошов.
Зөһрә Үтәғолова тәржемәһе.