-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Ғинуар , 10:45

Рәссам

Был әкиәттең нигеҙенә балалар менән шаярып һөйләшеүҙән килеп тыуған фекерҙәр инеп ятты. Бала-саға фәлсәфәгә бик оҫта бит, кескәй саҡта беҙ барыбыҙ ҙа берәй нәмә уйлап сығарырға яратабыҙ. Үҫә ошондай фекер йөрөтөү һәләтен юғалтабыҙ. Ә бит уларҙа күпме әкиәти дөрөҫлөк ята.

1
Рәссам булараҡ, күп йылдар яҙыусыларҙың китаптарына һүрәттәр төшөрҙөм. Был юлы балалар китабын биҙәүҙе һоранылар. Ҡалала ятып, ялҡып киткәйнем. Һунарсы дуҫым Хәйҙәр үҙенең урмандағы өйөнә саҡырғас, бик теләп риза булдым. Эшләп арығас, ҡышҡы урман һауаһын һуларға сығырмын тип уйланым. «Ауылдағы йортта ла мәшәҡәттәр күбәйҙе, бер үҙең иркенләп эшләрһең, ҡамасаулыҡ булмаҫ», – тигәйне дуҫым.
Урман ситенә машинала килтереп ҡуйҙылар. Унда мине һунарсы дуҫым көтөп тора ине. Ҡар­йөрөгөскә ултырҙыҡ та, тар ғына сана эҙҙәре буйлап, урман эсенә инеп киттек. Биш минут тирәһе барғас, алда ҡар баҫҡан кескәй генә йорт күренде. Ҡоймалап алынған. Ҡоймаһы ла яртылаш ҡар аҫтында. Йорттоң аҡлан яғына ҡараған тәҙрәһе бар. Түбәһендәге торбанан шыйыҡ һоро төтөн күтәрелә. Асыҡ ҡапҡа янына килеп туҡтаныҡ. Киң ихата бөхтә итеп көрәп ҡуйылған. Йорт янындағы лапаҫ аҫтында утын өйөлгән.
Ишекте асып, йортҡа үттек. Уң яҡта аҡланған мейес, эсендә, ҡыҙарып, ҡуҙ өйөмө ята. Һулда – өҫтәл, уның янында өс ултырғыс. Алда – киң һике. Өҫтәлдә, боҫ борхотоп, самауыр ултыра.
Хәйҙәр сәй эсеп алырға саҡырҙы. Селтәрле һауытта икмәк телемдәре ята, ағас тәрилкәлә – ҡуйы ҡаймаҡ, фарфор һауытта – шәкәр ҡомо.
Тамаҡ туйҙырғас хужа миңә ярма, картуф, туҡмас кеүек нәмәләрҙең ҡайҙа һаҡланғанын күрһәтте. Һике аҫтындағы ҙур тәрән кәстрүлдәрҙә икән.
«Мейестең тимер табаҡ менән ябып, плитә итеп эшләнгән өлөшө өҫтөндә ике суйын сүлмәк бар. Шуларҙа һыу ҡайнатырһың, ашарға бешерерһең. Һыу солан мөйөшөндәге ҙур һыу һауытында. Утынды тыштан алып керерһең. Самауыр ҡайнатырға күмерҙе мейес янындағы ҙур силәктән алырһың», – тине.
Ҡараңғы төшкәс, йорт эсен яҡтыртыу өсөн оҙонса ҡыуыҡлы кәрәсин лампаһы, һүрәнерәк яҡтылыҡ теләһәң, шәм дә бар икән.
Һөйләшкәндә тәҙрә яғына ҡарап тора инек. Кинәт тышта, аҡландың икенсе башында, ағастар араһынан ап-аҡ йәш ҡуян сабып килеп сыҡты. Артынан ҙур бүре баҫтыра икән. Ҡуян туп-тура йортҡа табан сабып килә ине. Хәйҙәр мылтығын алды ла тышҡа ашыҡты. Мин дә, уның артынан барырға уйлап, ишеккә табан атланым. Сығып етә алманым: асыҡ ҡалған ҡапҡанан һәм асылған ишектән ҡуян елдереп килеп инде лә, минең аяҡҡа бәрелеп, түргә йүгерҙе, йорттоң мөйөшөнә боҫто. Бүре ҡапҡа янында туҡтап ҡалғайны. Хәйҙәрҙең мылтығы «шарт» итте. Бүре, хәтәр сыйнап, урман ҡуйылығына сапты.
Хәйҙәр, кире боролоп, йортҡа ингәндә ҡуян һике аҫтына уҡ кереп киткәйне.
– Тынысланғас, үҙе сығырға һорар, ебәрерһең. Ҡараңғы төшкәнсе ауылға ҡайтып керергә кәрәк, – тип, Хәйҙәр әйберҙәрен йыйҙы. – Өс көндән һуң килермен, үҙ яйыңды үҙең ҡара, – тине.
Ул ихатанан аҡлан яғына сыҡҡас, ҡапҡаны яптым. Бер аҙҙан ҡарйөрөгөстөң тырылдап моторы ҡабынды. Хәйҙәр уға ултырҙы ла ҡуҙғалып китте. Ике-өс минуттан ағастар араһына инеп юғалды.
2
Өҫтәл артына ултырып, буласаҡ китап өсөн ҡағыҙға эскиздар төшөрҙөм. Өйрәк, тауыҡ, сусҡа һүрәттәренең әлегә һыҙыҡтарҙан ғына торған график формалары барлыҡҡа килде. Уларҙы ситкә алып ҡуйҙым да буяуҙарымды барланым. Киң банкаға һыу ҡойоп, бумаламды алдым да, еүеш­ләп, буяуҙарҙы ҡуша-ҡуша, урман фонын биреүсе төҫ эҙләнем. Оҡшамайҙар ғына бит. үҙемә кәрәк төҫтө тапманым.
Шул арала ҡараңғы төштө. Кәрәсин лампаһын ҡабыҙҙым да, баш аҫтыма мендәр һалып, һикегә яттым.
Бер заман һике аҫтында ҡыштырлаған тауыш ишетелде. Баяғы ҡуян килеп сыҡты. Иҙән уртаһына еткәс, һикереп, сальто яһаны ла, тәпәйҙәре иҙәнгә тейгәс, аҡһыл сәсле матур малайға әүерелде. Өҫтөндә һоро салбар менән зәңгәрһыу күлдәк. Аяҡтарында ослайған башлы ҡара матур ҡата. Башында ҡыҙыл, зәңгәр, шәмәхә төҫөндәге сәскәләр сигелгән аҡһыл етен түбәтәй.
– Һин кем? – тинем, аптырауҙан тороп ултырып.
– Мин – куяндар батшаһы Әфләтүндең малайы Зәмир, – тип, минең янға килде. Яныма ултырҙы.
Һүҙҙе нисек дауам итергә белмәйенсә:
– Сәй эсеп алабыҙмы? – тинем.
– Әйҙә, эсәйек, – тине Зәмир.
Сүмес менән һыу алып кереп, самауырға өҫтәнем. Күмер һалдым, сыра яндырып, ҡабыҙып ебәрҙем.
Ашап алғас, Зәмир кеҫәһенән кеҫә телефонын сығарҙы. «KUJAN» тигән маркалы ине. Һандар йыйып, кемгәлер шылтыратты.
– Атай, – тине, – мин ике-өс көн сит өйҙә ҡунайым әле?
– Ҡайҙа?
– Һунарсы йортонда рәссам йәшәй. Уның янында бер аҙ булғым килә.
– Ярай, рәссам булғас, миһырбанлы кешелер, рөхсәт итәм.
«Бына һиңә мә, бер үҙем эшләп ултырырмын, тигәйнем, көтмәгәндә ҡунаҡлы булдым! Ҡуян булып һике аҫтында ятһаң, бәлки, ҡамасауламаҫ та инең. Малай булғас, бимаҙалауҙан бушамаҫһың инде», тип уйланым.
Лампаның милтәһен бороп, яҡтылыҡты кәметтем. Йоҡларға яттыҡ. Зәмирҙе эскә, стена янына һалдым. Малай бик арыған булғандыр, тиҙ арала йоҡлап та китте. Һулышты танауы аша тигеҙ һәм тауышһыҙ ала. Ирендәре ситенә кескәй генә йылмайыу ҡунған.
Иртәнсәк ул көн яҡтырғансы уҡ тороп ултырҙы. Мин дә аяҡтарҙы иҙәнгә төшөрҙөм. Лампаның филтәһен күтәрергә өҫтәл янына килгәйнем, үҙ күҙҙәремә үҙем ышанманым, кистән эшләп ҡуйған график һүрәттәр буялғайны. Буяуҙары ла бит уның күнегелгәнсә түгел: өйрәк – ҡыҙыллы-йәшелле-зәңгәрле ала-ҡола, тауыҡ – охра төҫөндә. Сусҡа – зәп-зәңгәр. Ҡағыҙ өҫтөнә тамсылар төшөп ҡалған.
– Төндә тороп, һин буяныңмы? – тип өндәштем Зәмиргә.
– Юҡ, яҡын да килмәнем, – тине малай.
– Үҙҙәренән үҙҙәре буялдымы икән ни?
– Шулай булып сыға инде. өҫтәл өҫтө яҡты ине. өйрәк йөҙөргә ярата. Ҡағыҙҙан сыҡҡан да, һин бумаланы йыуған һауытҡа килеп, йөҙөп йөрөгән, сумып уйнаған, шунан төрлө төҫтәргә мансылған.
– Ә тауыҡ ниңә охра төҫөндә?
Был һорауға малайҙың яуабын көтмәйенсә хәлгә үҙем асыҡлыҡ индерҙем.
– Ул туҙанда аунарға ярата бит. Охраны туҙан тип уйлаған да, шунда аунағандыр, – тинем. – Ә бына сусҡа ниңә зәңгәр?
– Зәңгәр буяу һауыты ла асыҡ ҡалған, – тине Зәмир.
– Ҡалһа һуң, мин еүеш бумала тыҡҡандан һуң буяу тиҙ кибә бит.
– Һин самауыр ҡуйғанда сүместән буяу һауыты эсенә мул ғына һыу түгелде. Һин үҙең иғтибарға алманың, мин күрҙем.
– Әһә, тимәк, еүеш бысраҡта аунарға яратҡан сусҡа буяуҙы ләм тип уйлаған да кереп ятҡан. Тик бына ҡығыҙға бумаланан буяу таптары тамып ҡалған бит әле, – тинем, һүрәттәрҙе төндә Зәмир буяған тип әйтергә теләп.
Тик был хәйлә лә барып сыҡманы.
– Һәйбәтләп ҡара әле. Былар бит тап түгел, ә эҙҙәр! – тине малай.
Уның йәш күҙҙәре, лампа яҡтылығында ғына булһа ла, һәйбәтерәк күргәндер. Ныҡлабырак ҡарағайным, ҡағыҙҙарҙа өйрәк, тауыҡ тәпәйҙәре һәм сусҡа тояҡтары эҙҙәрен күрҙем. Йә былар, Зәмир әйткәнсә, үҙҙҙәре һүрәттән сыҡҡан, йә Зәмир — бик яҡшы рәссам. Бумала менән төшөрөлгән хәлдә, эҙҙәр бик оҫта эшләнгән бит.
Уларҙың һүрәттән сығыуҙары мөмкинлегенә тамсы ла ышанмай инем, әлбиттә.
Самауыр ҡуйҙым. Икмәккә ҡаймаҡ яғып, шәкәрләп сәй эстек. Шунан мин эшләргә ултырҙым. Боҙолған һүрәттәрҙе ситкә алып ҡуйҙым.
– Боҙолған түгел улар, – тине Зәмир. – Ташлама, кәрәктәре тейер әле.
Ултыра торғас, кәрәкле төҫтө таптым буғай. Урман фонын төшөрҙөм. Әтәс һүрәте яһап ҡуйҙым. Төндә булған хәл ҡабатланмаһын тип, уны шунда уҡ буяным. Бик матур ҡош һүрәте килеп сыҡты. Теп-­тере тиерһең.
– Ниңә һүрәттәрҙе компьютерҙа яһамайһың? – тине, минең эшләгәнде ҡарап, урындыҡта баҫып торған Зәмир.
– Ҡағыҙға эшләп күнеккәнмен.
– Компьютер мониторында ла буяуҙар бар инде.
– Улар бит ысын түгел. Компьютерҙа һүрәт эшләү минең өсөн, телевизорҙан урман ҡарап, үҙеңде шунда йөрөгәндәй хис итеү кеүек.
– Принтерҙан сығарғанда ысын буяуға буяла бит барыбер.
– Юҡ, минең үҙ ҡулдарым менән "тере" буяу төшөрәһем килә.
– Аңлашылды, үҙ ҡулдарың менән ысын ҡара ярҙамында төшөргәнгә һүрәттәргә йән кереп, улар ҡағыҙҙан сыҡҡан инде, – тине Зәмир. – Сөнки һин уларҙы йәнең-тәнең менән бирелеп эшләгәнһең һәм уларға көсөңдөң бер өлөшөн күсергәнһең…
«Һайра, Һайра, – тип уйланым. – Улар үҙҙәре сыҡты тип, мине ышандырҙым тиһеңме? Һинең ҡулдар менән буялған улар».
3
Аш бешерергә картуф әрсенем, суйын сүлмәктәрҙең береһенә солан мөйөшөндәге һауыттан һалҡын һыу алып кереп ҡойҙом. Зәмир йүгерә-атлай тыштан бер ҡосаҡ утын алып керҙе. Йәнә сығып, тағы ла бер нисә ҡосаҡ алып кереп, стена буйына кейем элгес аҫтына кибергә өйөп ҡуйҙы.
Мейестәге көлдө тараттым. Эсендә утлы ҡуҙ баҙлап ята ине. Шулар өҫтөнә ҡағыҙ киҫәктәре менән сыра һалып, өргәйнем уларға бик тиҙ ут ҡабынды. Утын өҫтәнем.
Аш ашап алғас, стенала эленеп торған мылтыҡ­ты тотоп ҡараным.
– Мылтыҡ шарт иткәс, бүренең ҡото ботона төштө, – тинем малайға.
– Юҡ, башта ҡото – осто. Ҡото осоп киткәнгә күрә, хәле бөтөп, артына ултыра яҙҙы.
– Эйе, әммә осоп киткән ҡот кире әйләнеп ҡайта, – тип дауам иттем. – Бүренеке лә ҡайтты һәм, әле әйткәнемсә, ботона төштө. Ниңә кире әйләнеп ҡайта тиһеңме? Ботона төшөп, уны йүгереп ҡасырға мәжбүр итеү өсөн. Осоп киткән ҡот кире әйләнеп ҡайтмаһа, ҡурҡҡан йән эйәһе ҡасып китә алмай, сөнки ҡасырға хәле булмай.
– Мылтыҡ бүре ҡуркытыу өсөн генә эшләнмәгән шул ул, – тине Зәмир. – Ҡуяндарҙы ла, башҡа йәнлектәрҙе лә ҡурҡыта ул. Һунар өсөн уйлап сығарғандар бит уны. Кисә һунарсы ағай бүрене ҡурҡытыу өсөн генә атты. Атҡанда уға тоҫҡаманы ла.
Уйлап ҡараһаң, уҫалдарҙы ҡурҡытыу өсөн генә хеҙмәт итергә тейеш тә һуң мылтыҡ. Уҫал булмаған бүре юҡтыр. Әммә уҫалдарға килгәндә, улар кешеләр араһында ла бар. Һунарсы ағай йәшәгән Бөркөтлө ауылында бер малай – һуғыш суҡмары. Бер саҡ ул йыуаш ҡына күренгән бер ағайға килтереп һуҡты. Уҫал күренмәгәс, һуғырға ярай тип уйлағандыр ине. Ә теге ағай уның елкәһенән тотто ла, йоҙроғон төйнәне.
– Һуҡма миңә, ағай! – тип инәлә башланы малай.
– Ниңә һуҡма тиһең? – ти ағай.
– Һуҡһаң, ауырта би-и-и-т!.. – ти малай.
– Үҙең һуҡҡанда башҡаларҙыҡы ауыртмай тип уйлайһыңмы?! – ти быға ағай. – Миңә һуҡтың, минеке ауыртманымы әллә? Нисек уйлайһың?
Теге нисек уйлағандыр:
– А-а-а! – тип илауҙан башҡаны белмәй.
Ағай быны ебәргәс, киҙәнеп, йәнә һуҡмаҡсы була. Тик уның уҫал йөҙөн һәм суҡмарҙай оло йоҙроғон күреп, шыр ебәрҙе һәм тайыу яғын ҡараны. Табандары ғына ялтлап ҡалды.
– Уҫаллыҡ өҫтөн булырға тырышыу һәм башҡаларҙың хәленә инә белмәүҙән киләлер, – тинем Зәмиргә һөйләшеүҙең аҙағында.
4
Кис, йоҡлар алдынан, буяу һауыттарын ябып ҡуйҙым, охраның да өҫтөн ҡапланым.
– Һүрәттәрҙең ғәйебе юҡ, асыҡ ҡалған буяуҙар ғәйепле, – тине Зәмир.
«Мине ғәйепләргә уйлай инде был, тураһын әйтергә ҡыйынһына», – тим эсемдән генә. Тик уның былай тиеүе ҡыйынһынғандан түгел икән. Быныһын һуңыраҡ аңланым.
Лампала кәрәсин аҙ ҡалған булып сыҡты. Быны Хәйҙәр нишләптер иҫкә алмаған. Лампаны һүндереп, төнгә шәм яндырып ҡалдырырға булдыҡ. Урман эсендә айһыҙ төн булғанға, өйҙә дөм ҡараңғы. Торорға тура килһә, абыныуың бар. Шуға күрә утһыҙ йоҡламай инек. Баҡһаң, шырпы ла бөткән. Кәштәнән яңы ҡап алырға үрелдем. Шунда бер ҡатырға һауыт күрҙем.
– Дарылыр унда, – ти Зәмир.
Алдым, өҫтәлгә ҡуйып астым. Ысынлап та дары икән. Һауытты ябып, ситкәрәк ҡуйҙым да, шәмде ҡабыҙҙым. Шунан йәнә дары ҡабын астым.
– Һин бая мейесте ҡабыҙғанда тының менән өрҙөң. Һауа килгәс, ут һәйбәт яна. Дары гильзаға шыплап тултырылған була. Унда һауа инмәй, – тип һүҙҙе дауам итте Зәмир. – Һауа инмәгәс янырға тейеш түгел дә баһа…
үҙемдең белгәндәремде эшкә егеп, мин уға ҡушылдым:
– Дарылағы селитра ҡабынғанда үҙе кислород бүлеп сығара, шуға ла һәйбәт яна.
– Уға тыштан һауа инеп торһа, шартлауы етерлек булмаҫ, сөнки һауа кереп торған тишектән сығып, көсө кәмер ине.
– Йән эйәһенә томалап ҡуйылған дары кеүек йәшәргә ярамай. Ул үҙенең төҙөү һәләтен тышҡа сығарып, донъяны йәмләргә тейеш. Һауа кереп торған тишектән дарының көсө сыҡҡан кеүек, – тимен Зәмиргә.
Ул иһә:
– Төшөрәһең килгән һүрәттәрҙе эшләмәһәң, һин үҙеңә урын таба алмаҫ инең. Бик хәтәр ҡыҙып, гильзалағы тоҡандыра торған кескәй ҡапҡастан осҡон төшкән дары хәләтенә килер инең, – ти.
– Эйе шул.
– Дары шартлағанда емерә генә. Тишектән урғылып сыҡһа, үҙе урынлашҡан есемде хәрә­кәткә килтерә.
Йоҡо баҫты. Зәмир үҙенең урынында инде йоҡоға талды. Уның һүҙҙәре тураһында фекер йөрөтөп, шундай уйҙар уйланым. Емереү һәйбәт түгел. Әммә хәрәкәт итеү – тормоштоң үҙе. Әлбиттә, хәрәкәттәге еҫем – тоҫҡалған пуля булмаһа инде... Кешегә йәйә керешенең көсө генә аҙ тойолған шул. Шуға ла дарыны уйлап тапҡан.
Ята торғас, күҙҙәрем йомолдо, йоҡлап киттем.
Төндә төш күрҙем. Йылы матур төн. Аҡлан ситендә ҡуяндар фейерверк ата икән, имеш. Иртән торғас, көйөк еҫе һиҙҙем. Ҡарайым, өҫтәлдәге ҡағыҙҙа мин эшләп ҡуйған әтәс һүрәте көйгән.
Зәмир ҙә торҙо, ул да әтәсте күрҙе.
– Әтәс ғәйепле түгел, – тине. – өҫтәл ситендә асыҡ ҡалған дары ғәйепле. Әтәс тә тауыҡ шикелле туҙанда аунарға ярата. Дарыны туҙан тип уйлаған да, ҡатырға ҡап эсенә кереп аунаған. Шунан ҡунаҡса тип белеп, стеналағы кәштәгә осҡан. Шәм өҫтенән үткәндә, тәненә йәбешкән дары бөртөктәренә ут ҡабып, фейерверк атҡан кеүек булған.
«Һайра, Һайра, ышаныр тип уйлайһыңмы? Әтәс өҫтөнә дары һибеп, шырпы менән яндыр­ғанһыңдыр әле», тинем был юлы ла эстән генә.
Кис, фәлсәфәгә бирелеп, дарыны алып йә иһә өҫтөн ябып ҡуйырға булһа ла онотҡанмын.

(Дауамы бар.)

Рәссам
Рәссам
Автор:
Читайте нас