+20 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Марта , 08:25

Түрмән тарихы

Район үҙәгенә смотрға барҙыҡ. Өсөнсөлә генә уҡыһам да, сәхнәлә ҡаушамағанғамы, шиғырҙы ҡысҡырып һөйләгәнгәме, әҙерәк моңом булғанғамы, өҫтәүенә, әсәйем өйрәткән бейеүҙәрҙе бер иттереп баҫа белгәнгәме – мине лә алдылар.

Түрмән тарихыТүрмән тарихы
Түрмән тарихы

Район үҙәгенә нисек барғанды хәтерләмәйем, ә бына унан ҡайтыу ғүмерлеккә иҫтә тороп ҡалды. Сөнки ул көндө мин үҙем өсөн ауылыбыҙ серен астым.
Беҙҙең яҡта күп ауылдар ике исемле. Мәҫәлән, халыҡ “Һарт” тип йөрөткәне – Иҫке Монасип, “Мишәр” тигәне – Яңы Монасип, “Ҡуян” тигәне Нәби тип атала. Тик беҙҙең ауыл ғына бер исемле – Тимер. Ошо дүрт ауыл бер колхоз булып йәшәй. “Ҡыҙыл таң” тип атала ул. Дүрт ауыл балалары бер колхозға ҡарағас, беҙҙе район үҙәгенән бер йөк машинаһына ултыртып ҡайтарырға булдылар. Машина булғас, ҡыуандыҡ, ул һиңә атта барыу йәки йәйәү тәпәйләү түгел.
Шулай машинаға менеп ултырғас, башта ятһынышып, бер-беребеҙгә һүҙ ҡатманыҡ. Тик тиҙҙән машина еленең аттыҡынан яман булыуын һиҙҙереп, ноябрь һыуығы електәргә үтте. Тик ултырыу йонсоттомо, бер-беребеҙгә ҡарап ултырыу ялҡыттымы, әллә Яңы йыл яҡынлашыуын аңғартыпмы, әллә хужаларҙы мәрәкәләп алғыһы килдеме, беҙҙекеләрҙән берәү:
— Ҡыш бабай ҡурҡаҡ түгел,
Ҡуян ҡурҡаҡ саҡ ҡына, – тине. Был машина Нәби ауылыныҡы, шуға ла улар, хужа булып, төптән урын алғандар. Ул ауыл кешеләрен “ҡуяндар” тип кенә йөрөтәләр беҙҙә. Шиғыр сәпкә шундуҡ барып тейҙе. Береһе ярһып:
– Тимерҙәр – биреләр. Бирегеҙҙе екһәгеҙ, күптән осортоп ҡына алып ҡайтып еткерер ине, беҙҙең машинаға ултырып тормаҫ инегеҙ. Һеҙҙең арҡала беҙгә тағы ярты сәғәттәй һыуыҡта ҡатып бараһы. Һеҙ хәҙер йылы өйҙәрегеҙгә ҡайтып инәһегеҙ, беҙгә әле ҡайтып етәһе бар!
Ысынлап та, "ЗИЛ" тип аталған йөк автомобиле, оло юлдан боролоп, ситтә ятҡан Тимер ауылына тиклемге туғыҙ саҡырымды ваҡлай башлағайны. Ошо юлдан кире үтеп, уларға ҡайтып етәһе бар, ә беҙ хәҙерҙән үк өшөнөк. Шулай уйлап, тегеләргә күҙ һалам. Юҡ, бирешерлек түгелдәр, күбеһе толопҡа уранған. Баштан уҡ ошо машина менән барып-ҡайтыуға әҙерләнеп сыҡҡандар. Ә беҙ бөтәбеҙ ҙә еңел көҙгө кейемдәбеҙ.
Беҙҙең ауылда ла машиналар бар ул. Береһен – атайым, икенсеһен Мөхәммәт ағай йөрөтә. Тик улар икеһе лә рейс­та. Ғөмүмән, шофер булып эшләгән атайымды беҙ һирәк күрәбеҙ. Беҙ уянғанда ул өйҙә булмай, беҙ йоҡларға ятҡас, төндә генә ҡайтып инә. Шулай ҙа мин атайымдың машинаһының тауышын әллә ҡайҙан таныйым. Атайым ҡайтмаған булһа, машинаның тауышы ишетелмәҫме тип, тыңлап ятам. Алыҫтан геүләү булып ишетелә башлай ул. Шул тауышты ишетеү менән, йәнемде ҡыуаныс солғап ала. Геүләү көсәйә барыу менән, ул ҡыуаныс минең эсемә һыймай, ҡысҡырып ебәрәм:
– Атайым ҡайтып килә!
Мин ишеткәнде башҡалар ишетмәй булып сыға.
– Юҡ та инде, машина тауышы ишетелмәй бит! – тиҙәр.
– Ишетелә бит, тыңлағыҙ әле! – тим мин.
Шым ҡалабыҙ. Ярты минут үтеүгә, геүләү ҙә көсәйә, апайымдар ҙа тауышты ишетә һәм беҙ, ятҡан урыныбыҙҙан тороп, ҡысҡырыша башлайбыҙ:
– Ура! Ура! Атай ҡайтып килә!
Мин уйға сумғанмын икән. Ҡайтып та еткәнбеҙ. Ҡалған юлды тауыш-тынһыҙ ғына барҙыҡ шул. Машина туҡтағас, “ҡуян”дар телгә килде:
– Төшә һалығыҙ, биреләр!
– Осоп ҡына төшөгөҙ!
Ҡайтып, сәй эсеп, йылынып алғас, мин әсәйем­дән:
– Әсәй, беҙҙе “ҡуян”дар "биреләр" тип үсекләне. Ниңә икән? – тип һораным.
– Улар “ҡуян” түгел, ә “ҡыян”дар!
– Нимә ул ҡыян?
– Ҡыян – үткер тигәнде аңлата.
Ә ул миңә тимерҙәрҙе ниңә биреләр тип әйтеүҙәре хаҡында тарих һөйләне.
– Бабсаҡ бей – Ҡыпсаҡ ырыуы батыры. Уның улы –Күсәк бей. Күсәк бейҙән тыуған – Тимер. Тимерҙән – Ҡолҡаман, Ҡолҡамандан тыуған Түрмән.
Түрмән көс-ғәйрәте ташып торған йәш егет, һунарсы була. Ҡыш көндәрендә лә, саңғыларын кейеп, һунар итеүенән һис туҡтамаған. Ошо һунар ваҡытында ул бер заман бик сетерекле хәлгә юлыға.
Беҙҙең донъя менән рәттән параллель донъя барлығын ул да бала саҡтан ишетеп үҫә.
Бер көн шулай Түрмән һунарсы мышы атып ала. Тиреһен тунап, көн кисләгәс, итте йәшерә лә, икенсе көн килеп алырға уйлап, тирене йөкмәп, ауылға ҡайтып китә.
Икенсе көнөнә килһә, ите йәшергән урынында юҡ, ти. “Төн эсендә кем килеп алыр икән?” – тип аптырап торғанда, күҙе һыңар саңғы эҙенә төшә. Был сәйерлеккә хайран ҡалған Түрмән эҙ буйлап китә. Урман эсләп, бер аҙ барғас, тауыш ишетеп, туҡтап ҡала, ҡолаҡ һала һәм күрә: киң генә аҡлан уртаһында бер зат итте икегә бүлеп ултыра. Үҙе туҡтауһыҙ:
– Быныһы – Түрмәнгә, быныһы – бирегә, – тип һамаҡлай икән. Түрмән:
“Бире тигәндәре кешегә оҡшаш була икән,” тип уйлаған да тегенең янына барған. Иттең үҙенеке икәнен белдергән.
Көн кисләп киткәс, ҡарағай ботаҡтарын яндыралар ҙа шуның янында төн сығырға булалар былар. Түрмән ит бешереп ашай. Йоҡларға яталар. Бире тимер шеште утҡа һала ла Түрмәндән: “Һин ҡалайтып йоҡлайһың?” – тип һорай. Түрмән: “Тыш-тыш итеп, ә һин үҙең нисек йоҡлайһың?” – ти. Бире: “ Мин йоҡлағанда ут сәсрәп, осҡондар баҙрап торор,” – тигән ти.
Бире йоҡлап киткәс, Түрмән усаҡтан бер сөрөк түмәр киҫкәне үҙ урынына һала ла өҫтөнә үҙенең сәкмәнен яба. Үҙе ситкә китеп, йәшенеп күҙәтә.
Ҡапыл бире һикереп тора ла:
– Түрмән ағай “тыш” итә, тимер шешем “пыш” итә, тип һамаҡлай-һамаҡлай, сөрөк киҫкәне тимер шеше менән бешекләй икән.
– Ах, ҡәһәрең, минең башыма етергә уйлаған бит был, – тип уйлап, Түрмән мылтығынан бирегә атып ебәрә. Ләкин бире үлмәй, яралана ғына, ҡасып китә. Яраһынан аҡҡан ҡан буйлап, Түрмән уны баҫтырып бара. Эҙ мәмерйә ауыҙына алып килгән. Унда өс ҡыҙы менән бер әбей ултыра икән. Ә ҡыҙҙары береһенән-береһе һылыу, ти. Әбей Түрмәндән:
– Һин ниңә килдең? Ниндәй һөнәрең бар? – тип һораған.
– Мин ауырыуҙарҙы йүнәлтәм, – тигән Түрмән. Әбей Түрмәнгә:
– Ат башындай алтын бирермен, минең ирем ауырый, шуны дауала, – тигән ти.
– Миңә ат башындай алтын кәрәкмәй, иң матур ҡыҙыңды бирһәң, шәбәйтәм, – тигән Түрмән. Әбей риза булған.
– Минең дауам килешһә, ул аҡырыр ҙа баҡырыр, һеҙ инеп, ҡамасаулап йөрөмәгеҙ, – тигән дә Түрмән, инеп, бирене сәнскеләп үлтергән.
– Ул, талып йоҡлай, өс көнһөҙ янына инмәгеҙ, – ти ҙә Түрмән биренең өсөнсө – иң матур ҡыҙын алып, сығып китә.
Түрмән үҙе алып ҡайтҡан бире ҡыҙы менән оҙаҡ ҡына ғүмер итә. Шул ҡатындан туғыҙ ул тыуа. Шул улдарҙан таралған Биреләр араһы.
– Тотош ауылды биреләр тип атаһалар ҙа, бире ҡыҙы кейәүгә барған зат кешеләре бар. Беҙ уға ҡарамайбыҙ, беҙ – Бохмаштар араһы, – ти әсәйем. – Ауылда тағы Ишҡара, Шаҡым һәм башҡа аралар бар.
– Шулай ҙа бөтә тимерҙәрҙе биреләр тип атайҙар бит әле, – тим.
– Белмәгәндәр әйтә инде, улар өсөн бөтәһе лә – биреләр, – ти әсәйем. – Ә һеҙ үҙегеҙ тарихты белеп йөрөгөҙ.
– Әсәй, һин бик шомло итеп һөйләнең, бире затынан булыу яманмы әллә?
– Түрмәнгә нисек күренгәндер, биреләр кешеләргә күренмәй. Әгәр юлдарына осраһаң, кешене лә, атты ла үткәрмәйҙәр, балалар илаған, һыйырҙар баҡырған, һайт-һайтлап ҡысҡырышҡан тауыштар ғына ишетелә, ти. “Бисмилла”ңды әйтеп, доға уҡып өлгөрмәһәң, кешене фалиж һуғыуы ла мөмкин ти. Фалиж һуҡҡан кешенең битеме, башҡа ереме – ҡыйшайып, үҙе зәғифләнеп ҡалыуы бар.
– Бире затынан булғандар ҡурҡып йәшәй. Түрмән биренең өсөнсө ҡыҙын – иң матурын урлағас, биреләр ҙә кешеләрҙең иң матур өсөнсө ҡыҙҙарын урлаясаҡбыҙ, тигән икән.
– Әсәй, ә бире затына кемдәр ҡарай икән?
Әсәйем синыфыбыҙҙағы иң матур ҡыҙҙарҙың береһе – Флүзәне әйтә. Уның Филиә тигән һеңлеһе лә бар. Уныһы тағы ла матурыраҡ. Мин улар өсөн ҡурҡып:
– Биреләр Флүзәне лә урлап алып китерҙәрме икән? – тип һорайым.
– Уф, ниңә әйттем ошоға, – тип көйөп китә әсәйем . Ярай, биреләр өсөнсө ҡыҙын урлайҙар, ти бит. Ә Флүзә – ғаиләлә баш бала, тип үҙемде йыуатам.
Ниңә улар өсөн ҡайғыра башланыммы? Сөнки мин ул ҡыҙҙар менән көн һайын уйнайым. Әсәһе яҡлап улар – беҙгә туған. Ә бире затына улар атаһы яҡлап ҡарайҙыр инде.
Әлбиттә, Түрмән, бире ҡыҙы тураһындағы легенданы мин уларға икенсе көндә үк һөйләнем. Биреләр тик өсөнсө ҡыҙҙы ғына урлаясағын әйтеп-әйтеп тә аңлата алманым барыбер. Флүзә лә, Филиә лә икеһе лә бер тауыштан:
– Бире беҙҙе урлаясаҡ! Бире беҙҙе урлаясаҡ! – тип, ҡысҡырып илап, өйҙәренә йүгерҙеләр.
Шулай байтаҡ ғүмер үтте. Бишенсене бөткән саҡ –яҙ етте. Бер көн синыфыбыҙ менән Боһондо тауына сәйәхәткә барырға булдыҡ.
– Йыуа йыйырбыҙ! – тине малайҙар. Ошо малайҙар ашау хаҡында ғына уйлап йөрөй, шикелле. Шулай тип, уларҙы әрләһәк тә, йыуа табылһа, яҡшы булыр ине, тип уйланы һәр кемебеҙ. Тик тауға менеп өлгөрмәнек. Тау итәгенә етеп, саҡ ҡына уны артыла башлағайныҡ, Флүзәбеҙ яҙа баҫып, аяғын ауырттырҙы. Баҫа алмай, ултырҙы ла ҡуйҙы. Малайҙар өҫкәрәк менә башлағайны, ҡысҡырып илай башланы:
– Мине бында ҡалдырмағыҙ! Мине биреләргә ҡалдырмағыҙ!
Малайҙар кире боролдо. Садиҡ менән Илнур Флүзәне ике яҡлап тотоп, тауҙан ипләп кенә төшә башланы. Флүзә лә, илауҙан туҡтап, ике ҡулын ике малайҙың яурындарына һалып, бер аяғында һикереп бара. Зөлфиә тигән ҡыҙ:
– Ниңә Флүзә “мине биреләргә ҡалдырмағыҙ”, ти ул? – тип, алан-йолан ҡаранды. Гүйә, хәҙер бире килеп сығасаҡ. Мин ниңә икәнлеген бик яҡшы белһәм дә:
– Әллә... – тип, яурынымды һелкеттем. Алсиә исемле бик “белемсе” ҡыҙыбыҙ:
– Биреләрҙең юлы был тирәлә түгел дә инде, уларҙың юлы ана теге яҡта... – тип ҡаршы тауҙы, – Шыуҙырғыс яғын күрһәтте.
– Бына минең атайым бесән эшләп ятҡанда бер ваҡыт биреләрҙең юлына ҡыуыш ҡорған. Үҙе белмәгән уларҙың юлы икәнен. Төндә йоҡлап ятһа, һыйырҙар баҡыр­ған, аттар кешнәгән, балалар илаған тауышҡа уянып китеп, тышҡа сыҡһа, бер кем юҡ, ти. Кире инеп ятһа, теге тауыштар ҡабатлана, ти. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатланғас, “Былар миңә барыбер йоҡо бирмәҫ,” – тип, ҡыуышын һүтеп, икенсе урынға шылдырып ҡуйған. Шулайтып, таң алдынан ғына саҡ йоҡлап киткән атайым, – тип тәмләп һөйләй башланы.
Ҡара ҡашлы, ҡара күҙле, сиғандарға оҡшап торған сибәр Алсиәбеҙ хәбәрҙе шул тиклем оҫта һөйләй, ул һөйләгәндә ҡарлуғастай ҡаштары ҡыйылып-ҡыйылып, “бына осам, бына осам” тигәндәй, һикереп тора. Шулай ул бар кешене лә ауыҙына ҡаратып ҡуя. Шуға ла ул бер ҡасан да яңғыҙы йөрөмәй, уның “тәмле” хәбәрҙәрен тыңларға яратыусылар һәр саҡ табыла.
Икенсе көнөнә Флүзә дәрескә килмәне. Аяғы шешеп киткән дә дауаханаға алып киткәндәр. Уны һалып та ҡуйғандар.
Мин Флүзәнең ҡайтҡанын түҙемһеҙләнеп көтә башланым. Тик ул тиҙ генә ҡайтманы: аҙна-ун көн дауаханала ятҡандан һуң бер ай буйы шифаханала ял итеүҙе юллаған ата-әсәһе, тинеләр.
Ул шифаханала саҡта беҙ йәйге каникулға сыҡтыҡ һәм был ваҡиға яйлап онотолдо. Биреләр ҙә борсоманы...
Йылдар үткәс, беҙ үҫеп еткәс, һыу һөлөгө кеүек һылыу Флүзәне барыбер урланылар... Тик бире түгел, ә Бөрйән ҡарағайы кеүек һомғол буйлы, әлеге Ҡуян ауылы егете. Кейәүгә сығыр-сыҡмаҫ булып инәлткән Флүзәне ул, боронғо башҡорт йолаһы буйынса, бер көндө урлап алған да ҡайтҡан. Шулай итеп, улар бик татыу торҙолар, туғыҙ уландары булды...

Земфира Аҡбутина.

Автор:
Читайте нас