

Һәр яңы көнгә шөкөр итеп, яҡты уй менән уянғандар.Тормоштарына шат булып, Аллаһҡа рәхмәтле булып йәшәгәндәр.
Йомағужа, байҙарға ялланып, бил бөккән. Ул көслө, әзмәүерҙәй ир булған. Эштән баш тартмаған. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, ихласлап, аҙағына еткереп ҡуйған. Ә ҡатыны менән ике ҡыҙы өйҙә, йорт тирәһендә эш менән булышҡан.
– Эшләгәнегеҙ миңә булһа, өйрәнеүегеҙ – үҙегеҙгә, – тип өйрәткән әсә ҡыҙҙарын. Балалар бик тыңлаусан, эшһөйәр булып үҫкән. Йомағужа менән Гөлсибәр ҡыҙҙарының уңғанлығына ҡыуанып бөтә алмай икән.
Кис етеп, балалары йоҡлап китә, ә Гөлсибәр әбей бабайы эштән ҡайтҡансы йә юрған һырый, йә яҫтыҡ тыштарын сигә, йә кейем-һалым тегә. Ваҡытында уны әсәһе мәрхүмә оҫталыҡҡа өйрәткән. Үҙ ғаиләһенә генә түгел, күршеләренә лә ярҙам итә икән Гөлсибәр.
“Алтын ҡуллы Гөлсибәребеҙ” – тип маҡтап бөтә алмай икән уны ауылдаштары.
Көн артынан көн үтеп, йәйҙән һуң көҙ килгән, уны ҡыш алмаштырған, артабан тағы яҙ килгән. Шулай, әкренләп кенә ғүмер аға торған.
Йомағужа менән Гөлсибәрҙең оло ҡыҙҙары Зәйнәбкә ун һигеҙ тулып, Сөмбөлдәре унды тултырған. Ата-әсәләре ҡыҙҙарҙы кейәүгә биреү тураһында уйлаша башлаған. Был турала ипләп кенә Зәйнәбтең ҡолағына ла төшөргәндәр.
— Әсәкәйем, атаҡайғынам, зинһар мине кейәүгә бирмәгеҙ инде, нисек өйҙән китеп, ситтә йәшәмәк кәрәк, һеҙһеҙ бер көн торалмам, Сөмбөл һеңлемде һағынырмын, – тип, күҙ йәштәрен түгеп, илай башлаған өлкән ҡыҙҙары.
— Донъя шулай ҡоролған, балам, мине лә атайыңа ун һигеҙемдә генә биреп ебәрҙеләр. Бик матур йәшәнек. Аллаға шөкөр! Матур донъя ҡорҙоҡ, балалар үҫтерҙек. Беҙ атайың менән олоғаябыҙ, һеҙҙе башлы-күҙле итеү – беҙҙең бурысыбыҙ! – тигән әсә кеше.
Зәйнәб яҙмышына күнә. Ғайса исемле егеткә, туйлап, кейәүгә бирәләр. Кейәү бик алыҫ ҡына ауылдыҡы булып, ҡыҙҙы үҙенең яғына бик йыраҡҡа алып ҡайтып китә.
Зәйнәб, әсәһенә оҡшап, бик егәрле килен була. Тик нисек кенә эшлекле, уңған, һылыу булмаһын, ҡәйнәһе киленен бер ҙә хушһынмай.
Зәйнәб ата-әсәһен, һеңлеһен бик һағынған. Йөрәгендәге янған утты баҫырға теләп, таң һарыһы менән шишмә буйына килеп, үкһеп-үкһеп илаған. Бер мәл уның янына килеп, бер сыбар ғына ҡаурыйлы, матур ҡош ҡыҙҙың башы тирәләй осоп йөрөй башлаған. Уң ҡулына ҡунып, һайрап ебәргән.
Ҡыҙыҡай, илауынан туҡтап, ҡоштоң йырын онотолоп китеп тыңлаған.
“Иииххх, ошо ҡош һымаҡ ирекле булып, һауаларҙа осоп йөрөһәң ине...” – тип уйлаған Зәйнәб.
Шул саҡ, матур ҡош телгә килгән.
– Һылыу ҡыҙ, ниңә илайһың?
– Ҡәйнәм мине яратмай, мин өндәшмәй түҙәм. Әсә-атайымды, Сөмбөл һылыуымды ныҡ һағындым, – ти, Зәйнәб, күҙ йәштәрен ағыҙып.
– Илама, матур ҡыҙ, мин һиңә ярҙам итәм. Минең ҡаурыйҙар араһынан иң матурын һайлап ал. Тик юғалтма. Һаҡлап йөрөт. Бер кемгә лә күрһәтмә лә!
Әсәйеңдәргә ҡайтҡың килһә, шул ҡаурыйҙы сәс толомоң араһына ҡыҫтырып ҡуйһаң, шунда уҡ ҡошҡа әйләнерһең. Кире кешегә әйләнгең килһә, ҡанатыңдан бер ҡаурыйҙы ғына өҙөп ал да, уң ҡанатың аҫтына йәшереп ҡуй!
Мин әйткәндәрҙе берүк онотма! Тормошоң яҡшыға үҙгәрер. Бик бәхетле булырһың! – шулай ти ҙә сибәр ҡош, пырх итеп, осоп та китә. Зәйнәб уның бер сыбар ҡаурыйын тотоп, ултырып ҡала.
Уйға батып ултыра, ти, ҡыҙ. Ысынлап та, был ҡаурыйҙың тылсымы бармы икән? Һынап ҡарарға була, ҡаурыйҙы сәс толомона сәнсә. Һәм бына мөғжизә! Шул мәлдә үк ҡыҙ баяғы ҡош кеүек матур ҡошсоҡҡа әйләнә лә ҡуя. Ҡош булып һайрай. Шишмәнән һыу эсә. Ҡанаттарын елпеп, зәңгәр күккә ынтылып, талпынып-талпынып осоп китә! Шишмә өҫтәнән бер нисә рәт осоп әйләнә лә, тыуған яғына табан юл ала!
Бына үҙе тыуған йорт! Сөмбөл һеңлеһе ишек алдында уйнап йөрөй... Зәйнәб, ҡыуанысынан, үҙәк өҙҙөрөп, эй, матур итеп һайрап ебәрә. Был тиклем дә моңло ҡоштоң һайрауын беренсегә ишетеп, Сөмбөл әсәһенә һөрәнләгән:
– Әсәй, күр әле, анау ҡош шул тиклем моңло һайрай! Үҙе беҙҙән ҡурҡмай. Яҡында ғына һайрай!
– Бындай һылыу ҡошто тәүгә күрәмсе мин дә! Тауышы ниндәй моңло! Тыңла әле, кеше тауышына ла оҡшап китә кеүек... Был Ожмах ҡошолор?!
— Сүбхән Аллаһ! Был ҡошсоҡтоң моңон оноталмам, ҡаурыйының биҙәктәрен тәҙрә ҡорғандарына күсереп сигермен! – тип, Зәйнәб ҡыҙынан сәләм алғандай ҡыуанған Гөлсибәр әбей.
Ҡошсоҡ тағы бер аҙ ғына моңон түгә лә, “Ғайса мине юғалтҡандыр,” тип уйлап, килгән яғына кире осоп ҡайтып китә.
Ә Ғайса ысынлап та Зәйнәбте юғалтҡан. Уны эҙләп, шишмә буйына төшөп әйләнгән. Зәйнәб ҡайтып инһә, Ғайса аптырап тора, ти:
– Ҡайҙа йөрөнөң, Зәйнәб. Һине эҙләмәгән ер ҡалманы. Шишмәгә төштөм. Буш биҙрәләр менән көйәнтәң генә ята һыу буйында. Бәлки, һөйләрһең ни булғанын?
Зәйнәб иренә былай тип һөйләп биргән:
– Шишмәгә төшһәм, ҡарт ҡына инәй ҙә һыу алырға килгән. Уның күнәктәренә тәүҙә һыу тултырып бирҙем. Шунан, уны йәлләп, өйөнә тиклем алып барырға булдым. Ул, баҡһаң, алыҫ ҡына йәшәй икән. Уға самауыр ҡуйыштым, сәй эсерҙем. Һөйләшеп ултырып, ваҡыттың үткәнен дә һиҙмәгәнмен...
– Минең ҡатыным уңған бит ул, – тип Ғайса кәләшен маҡтап алған.
Шулай итеп, Зәйнәб әсәйҙәрен һағынһа, ҡош булып осоп ҡайтып килә икән. Тик унда оҙаҡ була алмай. Ғайсаһы һиҙеп ҡалыр тип бошона.
Зәйнәбтең юғалып тороуын ҡәйнәһе һиҙенә. Уны көн дә аңдып йөрөй башлай.
Бер көндө Зәйнәб тупһаға сығып баҫа ла ҡаурыйын сәсенә ҡаҙап ебәрә. Зәйнәбтең ҡошҡа әйләнгәнен ҡәйнәһе ҡойма ярығынан күргән дә торған! Килене ҡош булып осоп сығып киткәс, ҡәйнәһе:
– Убырлы ҡарсыҡтыр был килен тигәнең!?. – тип, бот сабып, аптыраған, асыуланған. Бер аҙ ваҡыт үткәс, Зәйнәб йәнә ҡош булып осоп килеп төшә. Ҡоштоң тупһаға ҡуныуы була, уны көтөп кенә торған ҡәйнәһе ҙур таш алып, уға бәргән. Бахыр ҡошсоҡ ҡанһырап ҡына ятып ҡалған, ә ҡәйнәһе үҙе йәшенгән дә ҡуйған.
Ғайса эштән ҡайтып инһә, тупһала ҡанһырап ҡына ҡошсоҡ ята икән. Ғайса һаҡ ҡына ҡошто усына алып, өйгә индергән. Йөрәге тибә, йәшәйәсәк ҡошсоҡ, тип уйлаған үҙе.
– Бахырҡай ҡошсоҡ, кем һине яраланы? – тип һораған Ғайса. Үҙе ҡошсоҡтоң яраһын йыуып, бәйләгән. Шул саҡ өйгә Ғайсаның әсәһе туҙынып килеп ингән:
– Эштән арып, асығып ҡайтып ингәнһең, бисәң ҡайҙа? Әйттем мин һиңә, ул ҡатын һиңә тоғро түгел тип! Өндәшмәй инем быға тиклем, хәҙер булдыра алмайым. Барыһына ла һөйләйем! Белһендәр кем икәнен!
– Нимә һөйләйһең, әсәй? Зәйнәб киленең шишмәгә төшкәндер! Йәки еләккә киткәндер!
– Эйе, хәҙер бына еләктән ҡайта! Көт! – Әсәһе ишекте шарт ябып сығып китә. Ғайса төн буйы кәләшен көтә. Таңға ғына йоҡлап китә. Иртән ҡошсоҡҡа һыу эсерә. Үҙе кәләшенең юҡлығына һаман аптырап йөрөй икән: бәлки, әсәйем киленен ыҙалаталыр?
Кискә Ғайса Зәйнәбтең ауылына юл тота. Баҡтиһәң, Зәйнәб әсәләренә лә ҡайтмаған. Йомағужа бабай атын егеп, күмәкләшеп, ҡыҙҙы эҙләргә сығып китәләр. Ғайсаның йортона кире киләләр. Кейәүе ҡайныһына, эштән ҡайтыуына, тупһала яралы ҡош ятҡанын һөйләп бирә.
– Ул яралы ҡош ҡайҙа? – тип ҡыҙыҡһына һеңлеһе Сөмбөл.
Ғайса сепрәккә төрөлгән ҡошсоҡто Сөмбөлгә тоттора:
– Әсәй, был бит беҙгә килеп һайрап киткән ҡош, – тип, Сөмбөл ҡошто танып ала.
– Эйе шул, беҙгә инеп һайрап киткән моңло ҡошсоҡ, — тип әсәһе лә таный, ә үҙенең йөрәге әрнеп ҡуя.
– Бына был ҡаурыйҙар тупһала ята ине, мин уларҙы Зәйнәбкә бирермен, тип йыйып алғайным, – Ғайса ҡуйынынан ҡаурыйҙарҙы алып, Сөмбөлгә бирә.
Сөмбөл ҡаурыйҙарҙы алып, ҡошсоҡ янына килә лә:
– Бына һинең ҡаурыйҙарың, ҡанатыңа ҡаҙап ҡуяйым, – тип, яраһына һалған икән, ҡошсоҡ ҡанаттарын ипләп кенә елпей ҙә, ҡыҙға әйләнә лә ҡуя! Әййй, ҡыуаныстан, ҡосаҡлашып алалар ата-әсәһе, һеңлеһе, кейәүе!
– Нишләп дөрөҫөн әйтмәнең, – тип, Ғайса әсәһе өсөн кәләшенән ғәфү үтенеп, Зәнәбте күкрәгенә ҡоса. Шул саҡ Зәйнәбтең яраһы төҙәлә лә ҡуя. Ата-әсәһе, Сөмбөл, ҡыуаныстарынан илашалар.
Йомағужа ҡатынын, ике ҡыҙын, кейәүен арбаһына ултыртып ауылдарына алып ҡайтып китә.
Улар Зәйнәбтең тыуған ауылында айырым йорт һалып, татыу донъя көтә. Ғайса менән Зәйнәбтең һылыу ғына ҡыҙҙары тыуа. Уға Һандуғас тип исем ҡушалар.
Берәй заман, берәй ерҙә яралы ҡошсоҡ күрһәң, уға битараф булма, уҡыусым!
Һыу эсер, яралы булһа, бәйлә! Бәлки, ул да тыуған йортон һағынып ҡайтып барған ҡошсоҡтор...
Светлана Тарханова.