

Иртәнән күңеле бер аҙ болоҡһоп та, аңлашылмаған шатлыҡ тойғоһо ла кисереп, иләҫләнеберәк йөрөгән Флүрәнең уйҙарын: “Һөйөнсө! Һөйөнсө! Улың ҡайтты! Улың Әлмир ҡайтты!!!” – тигән ҡыуаныслы тауыш бүлдерҙе. Ҡаушап, урынынан тороп, ҡабалана-ҡабалана тышҡа ашыҡты. Иләҫ-миләҫ булып йөрөүе тиккә түгел, шатлыҡҡа булған икән.
Ҡапҡанан, киң йылмайып, һалдат кейемендә Әлмир инеп килә ине. Әсәһе менән ҡосаҡлашып, күрешеп алғас, һөйөнсөләүсе Нәфисә менән бергәләп өйгә инеп, ул арала йыйылған туғандары, күрше-күлән менән күмәкләшеп сәй табынына ултырҙылар. Донъя хәлдәре, башҡа яңылыҡтар тураһында һөйләшеп бөткәс, Әлмир, сумаҙанын асып, әсәһенә алып ҡайтҡан бүләкте тапшырҙы. Бүләге лә ниндәй бит әле. Үҙе хеҙмәт иткән Германиянан. Ҡайтыр ваҡыты етеп килгәндә ялға сыҡҡанында магазинға ингәйне, сем ҡыҙыл төҫтәге, ҡатлы-ҡатлы итәкле күлдәк күҙенә ташланды. Әсәһенең кәүҙәһенә тап килеп торған кеүек тә булғас, ҡыуанып, алып ҡуйғайны.
Флүрә улы бүләк иткән, үҙенә тап-таман булған күлдәкте кейеп тә алды. Бигерәк килешеп тора, ул ҡыҙыл төҫө, ул ҡатланып торған итәктәре. Көҙгө алдына баҫып, уйға батып торған әсәһенән Әлмир: – Ни булды, әллә оҡшамаймы? – тип һорай һалды.
– Оҡшамаған ҡайҙа ул, бик тә оҡшай. Ошондай ҡыҙыл күлдәкте ҡартатайың миңә һуғыш бөткән йылы алып ҡайтҡайны Германиянан, шуны хәтерләп торам әле. Ул ваҡытта ла шулай йылы, ҡояшлы май айы ине...
“Флүрәнең атаһы ҡайтҡан, Флүрәнең атаһы ҡайтҡан!” – тип ҡысҡырып уҙған ҡыҙ баланың хәбәре “һә” тигәнсе таралып та өлгөрҙө ауыл араһында. Һәр кем, бигерәк тә ирҙәрен, улдарын көткән ҡатын-ҡыҙ, аталарын һағынған бала-саға уларҙың өйөнә табан ашыҡты.
Ҡаҡса кәүҙәле Әмирйән ағай килешеп торған һалдат кейемендә, түшенә тағылған орден-миҙалдарын сыңлатып, килгән кеше менән ихлас ҡосаҡлашып күрешә, шатлыҡтан аҡҡан күҙ йәштәрен һөртә-һөртә барыһына ла иғтибар бүлергә тырыша.
Бер ситтәрәк торған Бибикамалды күреп ҡалып күтәреп алды ла арҡаһынан тупылдатып һөйөп төшөрҙө. Атаһының инде ҡайтмаҫын белгән ҡыҙ шаулап аҡҡан күҙ йәштәрен тыя алмай иланы ла иланы. Бына бит, Флүрәнең атаһы ҡайтҡан, ә минеке юҡ. “Эх, был һуғыш булмаһа ине, эх, был нимес-фашистар ҡайҙан килеп сыҡты икән?” –тигән әсе уйҙар әле ун йәше лә тулмаған баланың мейеһен ярып үтте.
Ә Флүрәнең шатлығының сиге юҡ, атаһы бит уға Германиянан күлдәк алып ҡайтҡан, ҡып-ҡыҙыл, итәктәре ҡатлы-ҡатлы. Үҙенә килешеп тора. Бөтә булған ҡыҙ-ҡырҡындың күҙе уның күлдәгендә ине. Күмәкләп йылға буйына төштөләр, шау-гөр килеп уйнаған балаларҙың араһында Флүрәнең тауышы иң көрө, күлдәге иң сағыуы ине.
Уйындың иң ҡыҙған мәлендә кемдер: “Флүрәнең күлдәге бит ниместеке!” – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Күбеһе атайһыҙ ҡалған балаларға, ҡайғыларынан арына алмай йөрөгәндәргә, оҙаҡ барған һуғыштан миктәгән, немецтарға бөтмәҫ нәфрәт тойғоһо менән тулған күңелдәренең сиге ташып сыҡты. “Нимес күлдәге, фашист күлдәге бит!”– тигән күмәк тауыштар араһынан Флүрәнең: “Теймәгеҙ, атайым алып ҡайтҡан бит,”– тигән өҙөк-һуҙыҡ ҡысҡырыуы ишетелеп ҡалды. Күлдәккә ҡыҙғандар, бигерәк тә етем ҡалғандар, шул арала үс-нәфрәтен матур итәкле күлдәккә төшөрҙө, бер аҙҙан сағыу нимес күлдәгенән бер ни ҡалмағайны...
“Бына ошо ваҡиға хәтеремдә уйылып ҡалған. Ул ваҡытта иптәштәремә үпкәм ныҡ ине, тора-бара уныһы ла онотолдо. Бер аҙҙан барыһын да аңланым, кисерҙем. Тик балаларға күрһәтмәһен беҙ үткәргән михнәттәрҙе”, – тине Флүрә, эргәһендә шым ғына тыңлап ултырған улының арҡаһынан һөйөп.
Хәмит КАРАМАЛИНСКИЙ.