+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Октябрь 2018, 18:02

Халыҡ-ара балалар уйындарын көтәбеҙ

Киләһе йылдың июлендә Өфөлә 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары үтәсәк. Баш ҡалабыҙға эстафетаны 2 августа, 52-се Халыҡ-ара уйындарын ябыуҙа, Йәрүсәлим ҡалаһында тапшырҙылар.

Флаг менән факелды баш ҡалабыҙға уйындарҙа дүрт “көмөш” һәм ике “бронза” миҙалға лайыҡ булған Өфөнөң үҫмер спортсылары алып ҡайтты.

Халыҡ-ара балалар уйындары быға тиклем туғыҙ дисциплинала үткәрелеп килде: футбол, еңел атлетика, стритбол 3х3, баскетбол 5х5, фехтование, волейбол, теннис, дзюдо һәм йөҙөү. Киләһе уйындарҙан программаға ҡаяға үрмәләү һәм грек-рим көрәше беренсегә индереләсәк. Өфөнөң “Ватан” паркында яһалма ҡая ла ҡуйыласаҡ.
Еңел атлетика менән футбол “Нефтяник” стадионында үтәсәк. Пляж волейболы менән баскетбол – “Ҡашҡаҙан” паркында. Герк-рим көрәше буйынса “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы спорт залында алышасаҡтар. Дзюдо буйынса иһә 32-се спорт мәктәбендә көс һынашасаҡтар. Йөҙөү менән фехтование ярыштарын республиканың 100 йыллығы айҡанлы 2019 йылда асыласаҡ яңы Спорт әҙерлек үҙәген дә үткәреү планлаштырылған. Уйындарҙы ябыу тананаһы “Ватан” паркында уҙасаҡ.
Өфөгә донъяның 60-тан ашыу ҡалаһынан ике мең ҡатнашыусы килеүе көтөлә.
Рәсәйҙә тәүге тапҡыр ҡышҡы Халыҡ-ара балалар уйындары 2013 йылда Өфөлә үткәйне. Уйындарҙы бик юғары кимәлдә ойошторғандары өсөн, яҡташыбыҙ, 1998 йылда Наганола үткән Олимпия уйындарында ҡатнашыусы, Андрей Кривошеевты Халыҡ-ара балалар уйындары комитетына алдылар. Ул Рәсәйҙән берҙән-бер комитет ағзаһы һанала.


Читайте нас: