+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Ноябрь 2018, 13:20

Рәсүл Ғамзатов Хәбибте үтеп китер ине...

Ҡул һуғышы буйынса донъя чемпионы Хәбиб Нурмөхәмәдов динен һәм халҡын данға алыштырмай

Белеүегеҙсә, әле Рәсәйҙә иң ныҡ танылған кешеләрҙең береһе – ҙур булмаған ауырлыҡ үлсәмендә UFC чемпионы, һуғыш самбоһы буйынса Рәсәй һәм донъя турнирҙары еңеүсеһе, ҡул һуғышы буйынса Евразия кубогы эйәһе Хәбиб Нурмөхәмәдов.

Даны ни ҡәҙәрем киң таралһа ла, егет үҙен бик ябай тота һәм Metro гәзитенә биргән интервьюһында былай ти:

– Дағстандағы билдәле шәхестәр тураһында һүҙ барғанда үҙемде шағир Рәсүл Ғамзатовтан ҡала икенсе урындамын тип һанайым. Әгәр “Инстаграм” элегерәк килеп сыҡҡан булһа, халыҡ шағирының сәхифәһенә минекенән күберәк кеше яҙылыр ине.

Әйткәндәй, Хәбибтең “Инстаграм”дағы сәхифәһе, төрлө шоуҙарҙа ҡатнашып танылыу яулаған Ольга Бузованыҡынан ғына ҡалышып, Рәсәй буйынса рейтингта икенсе урынды биләй. Телевидение “йондоҙ”оноң яҙылыусылары 14,2 миллион булһа, көс-ҡеүәте ташып торған авар егетенеке – 13,3 миллион. Шулай ҙа тәүгеһенең рейтингы боттар, йәғни махсус компьютер программалары ярҙамында ғына күтәрелә, тиҙәр. Хәбиб иһә, мосолман булараҡ, ғәҙелһеҙлеккә бармай. Ул сәхифәһен дә юҡ-бар менән тултырмай, йыш ҡына Ислам тәрбиәһе, ололарға ихтирам, Ватанға һөйөү тураһында яҙа. Хәләл булмаған тауарҙарҙы рекламалауҙан да баш тарта.

Кисә генә Хәбиб Нурмөхәмәдов Мәскәүҙә үҙе хаҡында үҙе яҙған китаптың исем туйын үткәрҙе. Әлбиттә, ҡул һуғышы оҫтаһына был эштә дуҫы Заур Ҡорбанов ярҙамлашҡан. Ике йыл буйы ижад ителгән әҫәр 300 биттән тора.
Читайте нас: