Белорет районына эш сәфәрен Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Тирлән ҡасабаһынан башланы. Бында ул «Планета» физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу тантанаһына эләкте.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы сайтында яҙылыуынса, Радий Хәбиров ҡасаба халҡын ҡыуаныслы ваҡиға уңайынан ҡотлаған. “Тирлән үҙ тарихында ауыр һынауҙар үтте: металлургия производствоһы ябылды, шулай уҡ үткән быуаттың 90-сы йылдары башында халыҡ һыу баҫыуҙан ҙур зыян күрҙе. Ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, ҡасаба йәшәй һәм үҫешә, физкультура-һауыҡтырыу комплексының асылыуы — шуға аныҡ миҫал”, – тигән ул.
Спорт комплексы директоры Әлфиә Буранбаева әйтеүенсә, физкультура комплексы асылғансы балалар күбеһенсә еңел атлетика менән шөғөлләнгән. Хәҙер баскетбол, волейбол, спорттың башҡа төрҙәре менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бар. Ҡыш көнө эргәлә генә төҙөлгән асыҡ боҙ майҙансығында хоккей уйнарға була.