“Шундай йәш, матур ҡыҙҙар беҙгә оло шатлыҡ бүләк итте, ҙур рәхмәт һеҙгә. Еңеүегеҙ республикабыҙға дан өҫтәне, – тине Радий Фәрит улы. – Төбәгебеҙҙә ҡатын-ҡыҙҙар хоккейы лайыҡлы урын биләй: команда бар, һоҡланғыс тренер коллективы һәм еңеүҙәр тарихы бар. Ҡатын-ҡыҙҙар хоккейын үҫтереүҙе дауам итәсәкбеҙ, финанс йәһәттән бурыстарыбыҙ үтәләсәк. Республикала хоккей буйынса донъя чемпионаты үтәсәк – был ваҡиға беҙҙең маҡсаттарға тағы ла ҙурыраҡ этәргес бирер. Һеҙҙең арала Рәсәй йыйылма командаһына кандидаттар барлығына ышанам. Шулай уҡ тиҙҙән спортсыларҙың яңы быуыны барлыҡҡа килеренә өмөт ҙур. Ғөмүмән, республикабыҙҙы ҙур еңеүҙәр көтә”.