«Батыр» спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Әлиә Мөхәмәтйәнова 48 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында беренсе урынға өлгәште. Ул әйләнә системаһында сығыш яһап, өс еңеү яуланы һәм шуның менән бер һүҙһеҙ алдынғы булды.
Быға тиклем «Башинформ» агентлығы 11 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары мәлендә еңел атлетика, йөҙөү, фехтование, грек-рим көрәше, футбол, 3х3 баскетболы, пляж волейболы һәм ҡаяға үрмәләүҙә ярыштар үтеүе тураһында хәбәр иткәйне.