– Был минең өсөн бик мөһим көн. Радий Фәрит улы менән республикала боксты үҫтереү йәһәтенән ниәт-планыбыҙ күп. Шуға ла бындай осрашыуҙар һәм хеҙмәттәшлек артабан да дауам итер.
Республика етәксеһе фекеренсә, Башҡортостан яҡын арала иң юғары кимәлдәге спорт ярыштарын үткәреүгә дәғүә итәсәк. Бының өсөн заманса яңы майҙансыҡтар төҙөләсәк.
2021 йылда республикала үҫмерҙәр араһында грек-рим, ирекле һәм ҡатын-ҡыҙҙар көрәше буйынса Донъя беренселеге ҡабул итеү буйынса һөйләшеүҙәр бара. Көрәш буйынса халыҡ-ара федерация үҙ ҡарарын сығарырға тейеш.
Радий Хәбиров шулай уҡ Өфөлә Бокс буйынса Николай Валуев мәктәбен асыу тураһында килешеүҙәр алып барылыуын белдерҙе.