-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Август 2019, 11:19

Саҡмағош хоккейсылары өсөн заманса тренажер залы төҙөлә

Дөйөм майҙаны 3 000 квадрат метрлыҡ комплекста Рәсәйҙең Хоккей федерацияһы талаптарына яуап биргән 56×26 метрлыҡ хоккей ҡабы, кейенеү бүлмәләре һәм башҡа кәрәкле биналар урынлашҡан.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың эш сәфәре Саҡмағош районында дауам итте, унда ул «Саҡмағош-Арена» ябыҡ боҙ һырғалағын ҡараны. Дөйөм майҙаны 3 000 квадрат метрлыҡ комплекста Рәсәйҙең Хоккей федерацияһы талаптарына яуап биргән 56×26 метрлыҡ хоккей ҡабы, кейенеү бүлмәләре һәм башҡа кәрәкле биналар урынлашҡан.
Уҡыу-күнекмәләр ваҡытында боҙ аренаһының үткәреү һәләте сменаһына 20 кеше тәшкил итә.
Төҙөлөш Социаль маҡсатлы программалар иҫәбенә финансланған. Объекттың хаҡы — 150 миллион һум.
Радий Хәбиров йәш хоккейсыларҙың күнекмәләрен ҡараны һәм уларҙың шыуыу оҫталығын билдәләне. Һырғалаҡ директоры Рөстәм Шәйехов һүҙҙәренсә, бында халыҡ өсөн күмәкләп шыуыу, хоккейсыларҙың йыйылма командаһы өсөн күнекмәләр ойошторолған, күрше райондарҙың һәүәҫкәр командалары менән уйындар үткәрелә. Йыл һайын һырғалаҡта өс тренер етәкселегендә Саҡмағош ауылы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре шөғөлләнә. Боҙ һырғалағы асылғандан алып балалар ярыштарҙа призлы урындар яулай. Йәш хоккейсыларҙың әсәләренең береһе Радий Хәбировтан заманса тренажер залы төҙөүҙә, шулай уҡ ярыштарға йөрөү өсөн автобус һатып алыуҙа ярҙам күрһәтеүен һораны.
Башҡортостан етәксеһе республиканың тренажер залын һалыуҙа булышлыҡ итәсәген әйтте.
Автобусҡа килгәндә, Радий Хәбиров бензинға, водителдәрҙең эшенә түләү өсөн артыҡ аҡса түкмәҫ өсөн уны «Башавтотранс»тан ҡуртымға алыу яҡшыраҡ булыуын белдерҙе.
«Хәҙер «Башавтотранс»та автобустар паркы һәйбәт, балалар спорт командаларына хаҡтар ҡулай булһын өсөн предприятие етәкселеге менән һөйләшермен. Балаларҙың именлеге беренсе урында булырға тейеш», — тине Радий Хәбиров.