-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Сентябрь 2019, 13:56

"Салауат Юлаев" командаһында Ишембай башҡорто уйнай

Бынан ике-өс йыл элек кенә ололарҙан "Эх, беҙҙең милли батырыбыҙ исемен йөрөткән хоккей командаһында бер башҡорт та юҡ бит, исмаһам!" - тип көрһөнөүҙәрен ишетә торғайныҡ. Ниһайәт, 2017 йылдың майында "Салауат Юлаев" үҙенең тәрбиәләнеүсеһен - Өфө егетен Эдуард Ғиматовты команда составына индерһә, быйыл йәй 17 йәшлек Родион Әмиров юлаевсылар иҫәбен тулыландырҙы.

Бынан ике-өс йыл элек кенә ололарҙан "Эх, беҙҙең милли батырыбыҙ исемен йөрөткән хоккей командаһында бер башҡорт та юҡ бит, исмаһам!" - тип көрһөнөүҙәрен ишетә торғайныҡ. Ниһайәт, 2017 йылдың майында "Салауат Юлаев" үҙенең тәрбиәләнеүсеһен - Өфө егетен Эдуард Ғиматовты команда составына индерһә, быйыл йәй 17 йәшлек Родион Әмиров юлаевсылар иҫәбен тулыландырҙы. Ул миҙгел алды уйындарында 4 шайба индереп тә өлгөрҙө. Хәҙер уның тураһында Рәсәйҙең спорт күҙәтеүселәре "Герой, "Салауат Юлаев"тың киләсәге, вундеркинд" - тип яҙа. Киләһе йыл уға 18 йәш тула һәм сит ил командалары Родионға күҙ һалып өлгөргән.
Родион Әмиров Ишембай ҡалаһында тыуған. "Тәүге тапҡыр конькиға 5 йәшемдә баҫтым, атайым менән катокҡа йөрөй торғайныҡ, - тип хәтерләй йәш хоккейсы. - Бер йылдан ул мине Салауат ҡалаһына хоккей секцияһына алып килде. Атайым мине Өфөгә ысын хоккей күрһәтергә лә алып барҙы, шунда мин ҙур аренаны, сағыу уттарҙы, тамашасыларҙың дәррәү килеп "көйөүҙәрен" күреп, таң ҡалдым".
Улының мөккибән китеп хоккейға ғашиҡ булыуын аңлағас, атай кеше көн һайын Родионды Салауат ҡалаһына күнекмәләргә йөрөтә башлай. Хатта, иртәнге ашын да ашап тормаҫтан, Родионға машинала ҡапҡылап алырға тура килә. Салауатта яңы спорт комплексы асылғас, бәләкәй спортсы хоккейҙан тыш, йөҙөү, теннис, акробатика менән шөғөлләнә башлай, фигуралы шыуыуҙа ла үҙен һынап ҡарай.
"Беҙҙең "Юрматы" командаһына тәрбиәләнеүселәр йыя инек. Родионды атаһы алып килде -, тип хәтерләй уның тәүге тренеры Илья Голованов. - Родиондың пластмасса конькиҙары һаман хәтерҙә. Күнекмәләргә ныҡлап тотондоҡ. Малайҙың таланты тәүге аҙымдарынан уҡ һиҙелә ине. Магнитогорскийҙың "Металлург" командаһы менән дебют уйынында уҡ ул шайба индерҙе. Шулай уҡ Родиондың да, уның атаһының да спортҡа етди ҡарашы мине таң ҡалдырҙы. Атай кеше улына тәпәй баҫҡандан уҡ дөрөҫ туҡланыу принциптарына өйрәткән булған. Родион бер ҡасан да теләһә нәмә ауыҙына ҡапманы, үҙен ысын спортсы итеп тотто".

Өс йыл үтеүгә Әмировтар ғаиләһе Өфөгә күсеп килә. Үҫмерҙе "Салауат Юлаев" хоккей мәктәбенә бирәләр һәм ул тренер Борис Тимофеевтың төркөмөнә эләгә. Тиҙ арала команда капитаны ярҙамсыһы булып китә. 12 йәшендә -29, ә бер йыл үткәс 30 мәрәй йыйып, үҙен һәләтле хоккейсы булараҡ күрһәтә. Хоккей мәктәбен тамамлаған йылды ул 30 уйында бөтәһе 53 мәрәй алыуға өлгәшә.
Родиондың һөйләүенсә, хоккей бер ҡасан да уҡыуға ҡамасауламаған. "Әлбиттә, күнекмәләр, сит ҡалаларға йөрөүҙәр уҡыу барышында бер аҙ ауырлыҡтар тыуҙыра инде ул. Әммә улар - ваҡытлыса ғына. Бөтә нәмәлә лә дисциплина булырға тейеш, шул иҫәптән - уҡыуҙа ла. Берәй хәл була ҡалһа, спортты ташарға тура килер һәм мин белемһеҙ, бер ҡайҙа ла кәрәкмәгән кеше булып ҡалырмын. Шуға ла мин уҡырға, һәйбәт белем алырға тырышам, спорттан тыш башҡа өлкәлә лә белемле шәхес булғым килә" - ти Родион Әмиров.

Читайте нас: