+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Сентябрь 2019, 10:51

«Салауат Юлаев» хоккейсылары КХЛ беренселегенең беренсе уйынында ҡытайҙарҙы ҡыуандырҙы

Борсолмағыҙ, иптәштәр! Бөтәһелә алда әле. Ҡытайҙа боҙ бит импортный.

Юлаевсылар ял итмәне. Яңыраҡ "Нефтехимик" командаһын тар-мар итте. Унан алда Ҡаҙаҡстанда ла көс һынашты.

КХЛ беренселегенең беренсе уйынын Ҡытайҙа урындағы "Куньлунь РС" командаһы менән башлап, уларға буллит серияһында 4:3 иҫәбенә отолдо.

Ҡытай хоккейсылары осрашыу барышында беҙҙекеләрҙе еңде тигәндә генә Хартикайнен менән Сошников иҫәпте тигеҙләйҙәр. Овертайм да еңеүсенә асыҡлай алмай. Тик буллит серияһында "Куньлунь РС" алға сыҡты. Бөгөн "Салауат Юлаев" "Куньлунь Ред Стар" менән йәнә үҙ -ара көс һынашасаҡ.
Читайте нас: