"Себер" командаһы быйылғы КХЛ сезонында беренсе уйындарын еңеү менән башланы: "Амур" менән "Адмирал" хоккейсыларын еңде, ә бына "Салауат Юлаев"ҡа көсө етмәне. 1:3, Өфө командаһы алдыңғылыҡты бирмәне. Беҙҙең команданан ике голды Никита Сошников, бер гол Тему Хартикайнен индерҙеләр. Әйтергә кәрәк, Никита Сошников КХЛ һөжөмселәре рейтингы араһында беренсе.