Юлаевсылар 3:2 иҫәбе менән Хабаровск хоккейсыларын еңде. Алтынсы тапҡыр Өфө командаһы "Амур"ҙы еңә. Әйтергә кәрәк, беҙҙең хоккейсылар беренсе тапҡыр боҙға яңы формала сыҡты.
"Салауат Юлаев"ҡа Тему Хартикайнен, Никита Сошников һәм Илья Баранов еңеу килтерҙе. "Амур" командаһынан Антон Лазарев һәм Илья Руденко беҙҙең ҡапҡасы Юха Метсоланы оттолар.
Беҙҙең командаһының сираттағы уйыны 17 сентябрь "Өфө-арена" боҙ майҙансығында Ҡытайҙан "Куньлунь РС" хоккейсылары менән.