+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Сентябрь 2019, 01:46

3:2 Өфө командаһының яратҡан иҫәбе

Бөгөн КХЛ беренселеге уйындарында "Салауат Юлаев" командаһы "Куньлунь РС" хоккейсыларын 3:2 иҫәбе менән еңде. Хәтерегәҙгә төшөрәбеҙ, алдағы уйында ла юлаевсылар "Амур" командаһын да 3:2 менән еңде.

"Өфө-арена" боҙ һарайы тулы булмаһа ла уйын ҡыҙыҡ булды тип әйтергә була. Бигерәк тә Филип Ларсендең баш кейеме менән гол индергәне. Тик ул уңыш иҫәпкә алынманы. Шуға ла Ларсен ныҡ тырышты һәм еңеү голы барыбер уныҡы булды. Беҙҙең команданан тағы ла гол авторҙары Никита Сошников менән Тему Хартикайнен.

Ҡытай командаһынан Вон Тайлер менән Адам Крэкнэлл беҙҙең ҡапҡасы Андрей Кареевты утә сыҡтылар. Шуға ла эш ауырға китмәһен өсөн "Салауат Юлаев"тың баш тренеры Николай Цулыгин Кареевты тиҙ арала Юха Метсолаға алмаштырып та ҡуя. Күпме генә "ҡыҙыл йондоҙҙар" тырышмаһа ла Юха аша шайба үтмәне.

Киләһе ҙур хоккей Өфөлә 19 сентябрь була. Ҡунаҡҡа Омск ҡалаһынан "Авангард" килә.


фото: Башинформ
Читайте нас: