КХЛ беренселеге, "ҙур хоккей" тағы Өфөлә. Татарстан командаһы менән осрашыуҙың беренсе ике осоронда ла ҡапҡасылар тау кеүек торҙо. Ә бына өсөнсө осор юлаевсылар "уянып" китте. Һөжүмсе Линус Умарк мөғжиҙәле гол индерҙе. Күп тә үтмәй Максим Майоров икенсе мәрәй килтерҙе.
Иҫәп 2:0, "Салауат Юлаев" "Нефтехимик"ты еңде.
Юха Метсоланы "сухарь" менән ҡотлайбыҙ! Был шәп һунар булды!
"Салауат Юлаев" 24 сентябрь Мәскәүҙә "ЦСКА-Арена" боҙ һарайында "Спартак" менән алышҡа сыға.