-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Сентябрь 2019, 11:48

Башҡортостанда «Ауыл тренеры» проектына 60 миллион һумдан ашыу бүленде

2020 йылда Башҡортостанда республика башлығы Радий Хәбировтың сентябрь указы сиктәрендә «Ауыл тренеры» проекты башлана.

Уға 60 миллион һум бүлеү күҙаллана, тип хәбәр итте брифингта йәштәр сәйәсәте һәм спорт мнистры Руслан Хәбибов.
«Республиканың 56 муниципаль берәмегендә проектты ғәмәлгә индерә башлайбыҙ. Бөгөн ауылдарҙа 130 тренер етешмәй. Башҡортостандың 200 мәктәбендә «Спорт көрәше — мәктәптәргә» программаһын индереүҙе иҫәпкә алғанда, был ҙур һан. Киләһе йылда республика башлығы указы сиктәрендә «Ауыл уҡытыусыһы» һәм «Ауыл табибы» проекттарына оҡшаш «Ауыл тренеры» проектын тормошҡа ашырыу эшенә тотонабыҙ», — тип аңлатты министр.
Руслан Хәбибов һүҙҙәренсә, ауылдағы спорт мәктәбенә эшкә ҡайтҡан һәр тренерға муниципалитет билдәләгән осорҙа эшләү шарты менән бер тапҡыр 600 мең һум аҡса түләнә.
Бынан алда «Башинформ» республика етәксеһенең «2024 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһында»ғы указға ул ҡуйыуы тураһында хәбәр иткәйне.