-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Сентябрь 2019, 13:32

"Салауат Юлаев" Мәскәүҙә ике мәрәйгә еңелеп барғандан еңеүгә өлгәште.

"ЦСКА-Арена" боҙ һарайы геү килде. "Спартак" менән "Салауат Юлаев" әллә нисә сәкән һындырҙы!

Юлаевсыларҙың көйәрмәндәре өсөн шатлыҡлы ваҡиға. Беҙҙекеләр күпселекте үҙ файҙаһына ҡулланырға өйрәнде. "Спартак" беренсе осорҙа бер гол, икенсеһендә тағы берҙе индерҙе. 2:0 таблола янды. Ләкин икенсе осор тамамланыуға барғанда Мәскәүҙең хоккейсыһы штраф ала. Быны "Салауат Юлаев" фаҙаланды, Никита Сошников беренсе гол индерә. Шунан "уянып" киткән юлаевсылар Линус Умарк, Филип Ларсен, Владимир Жарков берешәр гол индерә. Һөҙөмтәлә Олег Знароктын командаһы 2:4 мәрәй менән еңелә. Николай Цулыгин етәкләгән "Салауат Юлаев" беренсе ситтәге матчты еңеү менән тамамланды.


Бөгөнгө көнгә КХЛ беренселегенең көнсығыш турнир таблицаһын "Салауат Юлаев" икенсе урында килә.

"Салауат Юлаев" 26 сентябрь Санкт-Петербургта урындағы "СКА" командаһы менән осраша.


Фото: ХК "Спартак"
Читайте нас: