+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Сентябрь 2019, 12:19

СКА хоккейсылары үҙенең боҙ һарайында көслө.

Беренсе осорҙың 18-се секундында үҡ, элек "Салауат Юлаев" командаһы өсөн уйнаған Владимир Ткачев, гол индерҙе. СКА алға сыҡты.

Икенсе осорҙа юлаевсыларҙың һөжүмсеһе Тему Хартикайнен иҫәпте тигеҙләй. 1:1. Ләкин "мәҙәни баш ҡалалағы" был осрашыуҙа Салауаттын берҙән бер голы булды. Икенсе осорҙа СКА хоккейсыһы Сергей Плотников питерҙарҙы алға сығара. Өсөнсө осорҙа СКА хоккейсылары Наил Яҡупов менән Евгений Кетов берешәр гол индерәләр.

СКА - "Салауат Юлаев", иҫәп 4:1.
28 сентябрь "Салауат Юлаев" Череповец ҡалаһында урындағы "Северсталь" командаһын ҡатылығын тикшерә. #ҘурХоккей


Фото: Башинформ

Читайте нас: